Классик музыка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бөйөк композиторҙар монтажы. Һулдан уңға:өҫкө рәттә — Антонио Вивальди, Иоганн Себастьян Бах, Георг Гендель, Вольфганг Амадей Моцарт, Людвиг ван Бетховен; икенсе рәттә — Джоаккино Россини, Феликс Мендельсон, Фредерик Шопен, Рихард Вагнер, Джузеппе Верди; өсөнсө рәттә — Иоганн Штраус, Иоганнес Брамс, Жорж Бизе, Пётр Ильич Чайковский, Антонин Дворжак; аҫҡы рәттә — Эдвард Григ, Эдуард Элгар, Сергей Рахманинов, Джордж Гершвин, Арам Хачатурян.
Симфоник оркестр

Класси́к музыка  — терминологик яҡтан ҡарағанда төрлө мәғәнәлә ҡулланылған төшөнсә.

Баһалау мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Баһалау мәғәнәһендә классик музыка тип үткән заманда тыуып, ваҡыт һынауын үтеп, хәҙерге заманда ла үҙ тыңлаусыһы булған музыка. Бөгөн классик музыкаға музыка сәнғәтенең иң сағыу үрнәге генә түгел, үткән замандың күңел асыу жанры өлгөләре лә инә, мәҫәлән, француз, XIX — XX б. башы Вена һәм венгр оперетталары, Иоганн Штраус вальстары һ.б.

Тарихи мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Тарихи мәғәнәлә классик музыка тип XVIII б. икенсе яртыһы — XIX б. башы музыкаһын исемләйҙәр (был ваҡытты классицизм тип атайҙар). Классицизм төшөнсәһе музыкала ҡуллана алмай, сөнки һынлы сәнғәттә һәм әҙәбиәттә антик традицияларына эйәреү булһа, Боронғо Греция һәм Боронғо Рим музыка сәнғәте беҙҙең замандарға тиклем килеп етмәгән.

Гайдн, Моцарт, Бетховенды Вена классиктары рәтенә индереү уларҙың әҫәрҙәрен юғары баһалау һәм музыка композицияһының нигеҙе итеп ҡабул итеүгә тиң. Музыка классиктарына шулай уҡ XVII—XVIII бб. композиторҙары И. С. Бах, Г. Гендель, А. Вивальди инәләр.

Типологик мәғәнәһе[үҙгәртергә]

Типологик мәғәнәлә «классик музыка» тип һөйләү һәм публицистик телендә йыш ҡына «академик» музыкаһын атайҙар. Ул XVII—XIX бб. Европала барлыҡҡа килгән музыка жанрҙары һәм төрҙәре (опера, симфония, соната һ.б.), мелодик һәм гармоник ҡараш һәм инструменталь составҡа ҡарата күсәгилешлелек мөнәсәбәтендә тора. Классик музыка заман рок-музыкаһына ла ҙур йоғонто яһай. Музыканттар ҡулланған тональ тел барокко дәүерендә барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, хард-рок стилендә уйнаған гитаристар Эдди Ван Хален һәм Рэнди Роадс әҫәрҙәрендә Вивальди һәм Бах йоғонтоһо һиҙелә. Классик музыканы шулай уҡ билдәле фильмдарҙа йыш ҡулланалар .

Классик музыка ҡоралдары[үҙгәртергә]

Классик музыкала ҡулланған ҡоралдар XIX б. беренсе яртыһына тиклем барлыҡҡа килгән (ҡайһылары иртәрәк). Оркестр өсөн йәки яңғыҙ инструменттар менән йәнәш (фортепиано, клавесин, орган) ҡулланыла. Ғәҙәттә классик музыканы симфоник оркестр башҡара, үҙ эсенә ҡыллы, ағас, баҡыр, һуҡма музыка ҡоралдарын ала. Электрогитара кеүек музыка ҡоралдары XX һәм XXI бб. классик музыкаһында ҡулланыла. Музыканттар шулай уҡ синтезатор, башҡа мәҙәниәт ҡоралдары, мәҫәлән, гамелан кеүек ҡоралдарҙа ла уйнайҙар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]