Колкер Борис Григорий улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Борис Колкер
Борис Колкер - 1980 йылда үткән Лира конкурсының жюри ағзаһы

Борис Григорий улы Колкер (1939 йылдың 15 июлендә тыуған) – совет эсперантологы, телдәр уҡытыусыһы һәм тәржемәсе. Бер нисә эсперанто теле дәреслектәренең авторы. 1993 йылдан Кливлендта (Огайо штаты, АҠШ) йәшәй.


Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә]

1962 йылда Кишинев университетын, «Урыҫ теле, әҙәбиәт һәм француз теле» бүлеген тамамлай. 1985 СССР Фәндәр Академияһының Тел белеме Институтында эсперанто темаһына дөйөм тел белеме буйынса кандидат диссертацияһын яҡлай.

1965 йылдан 1993 йылға тиклем Борис Колкер Башҡортостанда йәшәй. Ул Бирск педагогика институты, Өфө педагогика институты һәм Башҡорт дәүләт университетында уҡыта, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сит ил белгестәре менән тәржемәсе булып эшләй. 20 йыл дауамында Бөтә Рәсәй нефть геофизикаһы ғилми тикшеренеү институтында тәржемә бюроһы етәксеһе вазифаһын биләй. Уның мәҡәләләре Совет Башҡортостаны һәм Ҡыҙыл таң гәзиттәре менән бер рәттән, бөтә Өфө гәзиттәрендә баҫыла. 1973 йылда Ленинец гәзитендә уның эсперанто дәрестәре баҫылып сыға, был дәрестәр рус телендәге иң киң билдәле эсперанто дәреслектәренең нигеҙе булып тора һәм күп мәртәбә яңыртыла. Вечерняя Уфа гәзитендә эсперанто тураһында даими рубрика алып бара.

1957 йылдан эсперанто хәрәкәтенә ҡушыла. Төрлө кимәлдәге өс эсперанто теле дәреслектәренең, халыҡ-ара тел ғилеменән мәҡәләләр һәм баһаламалар авторы. Эсперанто Aкадемияһының ағзаһы, Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең (Universala Esperanto Asocio, UEA) ағзаһы, эсперанто телендәге Monato (Ай) журналы мөхәррирҙәренең береһе. Ике тиҫтә йыл дауамында Рәсәйҙә эсперанто телен ситтән тороп уҡыу курстарын алып бара, был курстарҙы 900-гә яҡын кеше тамамлай. Әлеге мәлдә интернет аша көсәйтелгән курстар (Internacia Perfektiga Koresponda Kurso, IPKK) алып бара.

Төрлө ваҡыттарҙа Борис Колкер Совет эсперанто йәштәре хәрәкәте (Sovetia Esperantista Junulara Movado, SEJM), Өфө эсперанто клубы, Совет эсперантистары берләшмәһе (Asocio de Sovetiaj Esperantistoj, ASE), Совет республикалары эсперантистары союзы (Sovetrespublikara Esperantista Unio, SEU), Рәсәй эсперантистары союзының (Rusia Esperantista Unio, REU) нигеҙ һалыусыларының һәм етәкселәренең береһе була, СССРҙа һәм Рәсәйҙә эсперанто телен өйрәтеү буйынса вәкил, Бөтә донъя эсперантист йәштәр ойошмаһы (Tutmonda Esperantista Junulara Organizo, TEJO) комитетының ағзаһы, Бөтә донъя эсперантистары берләшмәһенең (Universala Esperanto Asocio, UEA) ағзаһы һәм СССРҙа төп вәкиле, Эсперанто телендә яҙыусылар ойошмаһының (Esperantlingva Verkista Asocio, EVA) нигеҙ һалыусыһы һәм ағзаһы. Бөтә донъя эсперантистары конгрестарында 1963 йылда София ҡалаһында үткән 48-се конгрестан алып докладтар менән сығыш яһай, 2000 йылда Тель-Авивта үткән 85-се Конгрестың темаһын билдәләй.


Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә]

Кандидат диссертацияһы[үҙгәртергә]

Эсперанто теленең яһалыуында һәм үҫешендә рус теленең өлөшө. Мәскәү: СССР Фәндәр Академияһы, Тел белеме институты, 1985. – 23 бит. Диссертацияға автореферат

Эсперанто теленән дәреслектәр[үҙгәртергә]

Һүҙлек[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Борис Колкер тураһында: