Күгәш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күгәш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Семекеевское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423881
Карта

Күгәш[2][3] (Иҫке Күгәш; татар. Күгәш, рус. Кугашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Күгәш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишинде-Останково административ-территориаль улусы составына керә[5].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, тимерлек, хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[5][4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ауылда 17 башҡорт, 42 яһаҡлы татар һәм 73 типтәр; 1834 йылда — 18 аҫаба башҡорт, 8 керҙәш башҡорт, 53 типтәр һәм 20 татар; 1870 йылда — 460 башҡорт һәм 72 татар; 1912 йылда — 885 типтәр һәм татар иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4])
18701897191319201926194919581970197919892002
53272810169706742621841961459780

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Күгәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 60-63. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.