Юғары Байлар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Юғары Байлар
татар. Югары Байлар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципальный район

Туҡай

Ауыл биләмәһе

Әжмәкәй

Координаталар

55°40′ с. ш. 52°47′ в. д.HGЯO

Элекке исеме

Яңы Байлар

Халҡы

257 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423883

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 578 380 02 

Код ОКТМО

92 657 438 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Юғары Байлар (Рәсәй)
Юғары Байлар
Юғары Байлар
Юғары Байлар (Татарстан)
Юғары Байлар

Юғары Байлар (Үрге Байлар) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы. ауыл биләмәһе составына керә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Тиргәүеш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көнсығыштараҡ 28 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юғары Байлар (Яңы Байлар) — байлар ырыуы башҡорттарының ауылы. XIX быуаттың икенсе яртыһында Иҫке Байлар ауылы кешеләре тарафынан нигеҙләнгән[1]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә Байлар улусына ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Күсәкәй улусы составына керә.

ХХ быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, икмәк магазины, һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән[1].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылда — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына инә[1].

1931 йылда ауылда «Чәчкәле» колхозы ойошторола, 1960 йылда ул «Ярыш» (Күсәкәй а.) колхозы менән берләштерелә, 1988 йәнә айырым хужалыҡ (хәҙерге ваҡытта «Чәчкәле» ауыл хужалығы етештереү кооперативы)[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1850 йылда ир енесле 123 йән башҡорт; 1870 йылда — 463 башҡорт; 1912 йылда — 636 башҡорт йәшәй[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
189719061913192019261938194919581970197919892000
425522636676510611437555553387252257

Инраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда башланғыс мәктәп, клуб, китапхана бар. Игенселек, малсылыҡ үҫешкән[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Татарская энциклопедия.
  2. Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 78—79. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.