Кәрәҙле көмбәҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәрәҙле көмбәҙ
Рәсем
 Кәрәҙле көмбәҙ Викимилектә
Аҡһаҡ Тимер кәшәнәһе экстерьеры фрагменты. Гүр-Әмир (1404 йыл) Сәмәрҡәнд, Үзбәкстан

Кәрәҙле көмбәҙ, моҡарнастар (перс. مقرنس‎, исп. muqarnas; ғәр. مقرنص‎), сталактиттар; рус. Сотовый свод) — традицион ғәрәп һәм фарсы архитектураһының үҙенсәлекле элементы; бал ҡорто кәрәҙҙәренә йәки сталактиттарға оҡшаған йыйырсыҡлы көмбәҙ төрҙәре[1][2].

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был күҙәнәкле көмбәҙ элементы шулай уҡ моҡарнас (моҡарна) йәки кәрәҙ тип атала. Моҡарналар архитектура элементы сифатында ҡулланыла ала (көмбәҙ яһау) йәки тик орнаменталь функцияға эйә[3].

Миҫалдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Моҡарнастың иң тәүге миҫалы Сәмәррә эргәһендә, Шәрәф әд-Дәүлә кәшәнәһе (Имам Дур кәшәнәһе) янында табылған. Кәрәҙле көмбәҙҙең башҡа миҫалдары — Альгамбра (Гранада), Ғәббәсиҙәр һарайы (Бағдад), солтан Ҡайытбей төрбәһе (Мысыр). Кәрәҙле көмбәҙҙе биҙәү өлгөһө — Палермолағы Сицилия королдәре һарайында Палатина капеллаһының түбәһе (яҡынса 1140 й.).

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Сталактиты // Архитектура. Краткий справочник / М. В. Адамчик. — Минск: «Харвест», 2004. — С. 473. — 624 с. — ISBN 985-13-1842-6.
  2. Власов В. Г. Архитектура. Словарь терминов. — М.: Дрофа, 2003. — С. 155
  3. Термин и понятие являются родственными с мокарбе (mocárabe), который, тем не менее, является только орнаментальным дизайном, и не обязательно мог иметь форму сталактитов

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]