Михраб
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаһир мәсетендә михраб
Михраб, михрап — мәсеттә имам намаҙ уҡый торған махсус уйым урын. Тауыш акустикаһы тигеҙ таралһын өсөн уйланылған. Йыш ҡына колонна һәм аркалар менән биҙәлә һәм ҡибла йүнәлешен күрһәтеп тора. Исламда михраб VIII быуат башында барлыҡҡа килә. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең хәҙистәренда был турала аңлатма юҡ . Шулай ҙа ислам теологтары бер тауыштан яҡшы яңылыҡ(бидғәт) тип ҡабул итә.