Мария Склодовская-Кюри
| Мария Склодовская-Кюри | |
| Maria Skłodowska-Curie | |
Мария Склодовская-Кюри,Нобель премияһы, 1911 йыл |
|
| Тыуған: | |
|---|---|
| Тыуған урыны: | |
| Үлгән: | |
| Вафат урыны: | |
| Ил: | |
| Фәнни даирә: | |
| Альма-матер: | |
| Танылыу алған өлкәләр: |
радий һәм полоний элементтарын асҡан автор, радиохимияға нигеҙ һалған |
| Наградалары һәм премиялары |
|
Мари́я Склодо́вская-Кюри́ (франц. Marie Curie, пол. Maria Skłodowska-Curie; ҡыҙ сағындағы исеме Мария Саломея Склодовская, пол. Maria Salomea Skłodowska;1867 йылдың 7 ноябрендә тыуған (Варшава, Поляк Батшалығы, Рәсәй империяһы) — 1934 йылдың 4 июлендә вафат булған ( Санселльмоз янында, Франция) — поляк-француз ғалим-экспериментаторы (физик, химик), педагог, йәмәғәт эшмәкәре.Ике тапҡыр Нобель премияһының лауреаты: физика буйынса (1903) һәмхимия буйынса (1911)[1], тарихта беренсе ике тапҡыр Нобель лауреаты[1]. Парижда Кюри Институты һәм Варшавала Мария Склодовская-Кюри исемендәге Онкологик Үҙәк асҡан. Пьер Кюриның ҡатыны, уның менән бергә радиоактивлыҡ фәне менән шөғөлләнгән. Ире менән берлектә радий (лат. radiāre «нурланыу» тигәндән) һәм полоний ( Польшаның латинса атамаһынан , Polōnia — Марии Склодовскаяның тыуған иленә бағышлауы) элементтарын асҡан.
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Nobel Laureate Facts. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. 26 ноябрь 2008 тикшерелгән.