Мөнәжәт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мөнәжәт
Барлыҡҡа килгән башҡорт
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле

Мөнәжәт — башҡорттарҙа һәм татарҙарҙа музыкаль-шиғри ижадтың шиғри тексты көйләүгә йәки вокаль интонациялауға нигеҙләнгән лирик жанры йәки башҡорт йола поэзияһының бер тармағы[1].

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөнәжәт С. Г. Рыбаковтың «Көнкүреш тасуирламаһы менән Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары» («Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта») китабында — «Аллаға мөрәжәғәт итеү, дини йөкмәткеле шиғырҙар» тип билдәләнгән.

Башҡа сығанаҡтарҙа — көйлө шиғыр менән Аллаға мөрәжәғәт, йәшерен доға, дини гимн, мәҙхиә. Мөнәжәттәр барлыҡҡа килеүе исламға тиклемге дини инаныуҙарға һәм йолаларға бәйле. Һуңыраҡ көнсығыш әҙәбиәте һәм ислам традициялары йоғонтоһонда Мөнәжәт Ҡөрьән Кәримде көйләп уҡыу һәм дини-дидактик китаптарҙы яттан һөйләү традициялары менән берләшә. Мөнәжәттәрҙең таралыуына мәктәп һәм мәҙрәсәләрҙең шәкерттәре һәм мөғәллимдәре булышлыҡ итә.

Ҡайһы берҙә ерләү йолаларынан һуң оло йәштәге ҡатындар мөнәжәттәр башҡарған.

Мөнәжәттәрҙә бәйеттәргә хас тарихи ваҡиғалар юҡ, улар лирик-субъектив дини (тәүбә итеү) йәки дидактик нәсихәт характерҙа була. Яҙма һәм телдән һөйләү рәүешендә йәшәп килә.

Тематикаһы буйынса:

— дини-фәлсәфәүи йөкмәткеле («Дини мөнәжәт», «Сабырлыҡ», «Яҙмыш», «Эй, Аллам!»), шул иҫәптән, мосолман байрамдарына бағышланғандары («Ҡорбан байрамы», «Мәүлет байрамы», «Йома мөнәжәте»);

— ғүмер һәм үлем тураһында уйланыуҙар тураһында мөнәжәттәр («Бәхилләшеү», «Ҡартлыҡ мөнәжәте», «Үлем килер»);

— ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында мөнәжәттәр («Туғандарым!», «Улым һәм мин», «Әсәй тураһында», «Етем ҡыҙ») һ. б. Мөнәжәт строфаһы башлыса 8 — 7, 10 — 9, 11 — 12 ижекле 4 шиғырҙан тора.

Мөнәжәттең метроритмик төҙөлөшө үҙенсәлектәренең береһе булып уларҙа үҙгәреүсән таҡ үлсәмдәренең өҫтөнлөк итеүе тора: 7/8 һәм 8/8 («Тәүбә»), 4/8 һәм 6/8 («Ғүмер мөнәжәте») һәм башҡалар.

Мөнәжәт көйҙәре пентатоникаға нигеҙләнгән, уларға моңлолоҡ, һалмаҡ темп, күләме буйынса бәләкәй фразаларҙы ҡабатлау хас. Оҙон көйҙән айырмалы рәүештә, Мөнәжәттә ҙур булмаған орнаментика ҡулланыла. Суфый-шағирҙар Шәмсетдин Зәки, Әбелмәних Ҡарғалы ижадында ла мөнәжәттәр осрай.

2006 йылдан алып Сибай ҡалаһында йыл һайын Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы,

2014 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылында «Иман нуры» Мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы үткәрелә[2][3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Имамутдинова З. А. Культура башкир. Устная музыкальная традиция: («чтение» Корана, фольклор). М., 2000
  • Галина Г. С. Башкирские баиты и мунажаты: тематика, поэтика, мелодика. Уфа, 2006, Ахметжанова Н. В. Башкирская этномузыкология. Уфа, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]