Башҡорттарҙа йола поэзияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорттарҙа йола поэзияһы
Барлыҡҡа килгән башҡорт

Башҡорттарҙа йола поэзияһы — ғаилә-көнкүреш йола шиғриәте - ул башҡорт ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, ғаилә‑көнкүреш йолаларының шиғри, телдән башҡарылған өлөшө.[1]

Йүнәлештәре

Ғаилә-көнкүреш йола шиғриәте һүҙҙең арбау көсөнә ышаныуға нигеҙләнә. Башҡорт йола поэзияһының жанрҙарына арбауҙар, йырҙар, теләктәр, нәсихәттәр, мөнәжәттәр һәм башҡалар ҡарай.

Башҡорт ғаилә-көнкүреш йола поэзияһы әҫәрҙәре кеше тормошоноң осорҙарына, уның хужалыҡ‑көнкүреш эшмәкәрлеге йүнәлешенә фатиха биргән.

Өшкөрөүҙәр, теләктәр — бала тыуғанға тиклемге осор фольклоры нигеҙендә.

Түлһеҙлектән яфаланған ҡатын Ер, Һыу, Ел һәм башҡа илаһтарҙан бала һораған:

* * *


«Бер ус тупраҡ,

Бер тамсы һыу етер,

И, Хоҙайым, бала бир!»



Кендек инәһенең, әле тыумаған сабыйға мөрәжәғәт итеп, бала табыуҙы еңеләйтеү өсөн һамаҡлауҙары бала тыуыуға бәйле йолаларға ҡараған:

* * *


«Башың менән кил,

Ашың менән кил,

Алдыма һалам,

Ерҙән алған балам,

Инәһенә оҡшамаған,

Ер‑Әсәгә оҡшаған!»


Бәпесләүсе ҡатын янында, йола ризығын әҙерләгәндә, күмәк аштан һуң әйтелгән теләктәр: «Ауыҙың баллы, тормошоң татлы булһын!»

Сабыйҙы тәүге тапҡыр мунса индергәндә йтелә торған теләктәр, нәсихәттәр һәм ҡурсалау һүҙҙәре:

* * *


«Минең балам түгел әле,

Айыу, бүре балаһы!»



Бишек йырҙары — баланың күңелен дөрөҫ формалаштырыуға йүнәлтелгән һалмаҡ тонда, тыныс ҡына көйләп башҡарылыусы дидактик йөкмәткеле сәңгелдәк йыры.

Бишек йырҙары бер ыңғай баланы милли әхлаҡи нормаларға, мәҙәниәткә ылыҡтырыуға, яҙмышын алдан билдәләүгә йүнәлтелгән булған: «Бәү‑бәү‑бәү генә, /Булыр әле дәү генә, /Булыр әле дәү генә лә /Быуынға берәү генә!»

Сеңләүҙәр, тойғоларҙы нығытыуға йүнәлтелгән мөхәббәт йырҙары («йәр‑йәр» әйтеү) туй йолаларын атҡарғанда башҡарылған: «Берең — яҡут, берең — гәүһәр, /Ҡушылдығыҙ, йәр‑йәр, /Берең — көмөш, берең — уҡа, /Ишелдегеҙ, йәр‑йәр!». Был йолалар ҙа теләктәр, нәсихәттәр менән оҙатылған.

Башҡорттарҙа бала тыуыуға бәйле йолаларҙы атҡарыу — түлһеҙлектән ҡотолоуға, еңел бәпесләүгә, сабый һәм әсәнең һау булыуына, уларҙы яуыз көстәрҙән һаҡлауға булышлыҡ итә, тип иҫәпләнгән.

Бала тыуыуға бәйле йолалар һамаҡ, йыр һәм изге теләктәр менән оҙатылған.[1]

«Артыҡ бала булмай», «һәр сабый үҙ ризығы менән тыуа» мәҡәлдәре башҡорттарҙың ғаиләлә балалар күп булыуына ыңғай ҡарауын раҫлай.

Төрлө имләүҙәр һамаҡлай-һамаҡлай эс һылау, мунсала йылытыу, сабындырыу, дарыу үләндәре ҡайнатмалары йәки төнәтмәләре ҡулланып түлһеҙ ҡатындарға балаға ҡалыу мөмкинлеген асҡан.

Ауыр аяҡлы ҡатындарға зәғиф һәм йәмһеҙ кешеләргә ҡарау, хайуандарҙы зыянлатыу, ҡул тирмәнен әйләндереү тыйылған.

Бисура, ен, албаҫтынан һаҡланыу өсөн кейемгә тылсымдар: бетеү, ҡаҙ мамығы шәлкеме кеүек һаҡлағыстар тегелгән, доғалар уҡылған.

Йөклө ҡатын күберәк әскелтем аҙыҡ ашаһа, малай, татлы ашаһа — ҡыҙ тыуа тип һаналған. Бил һыҙлау — малай тыуыуға, эс ауыртыу — ҡыҙға — баланың енесен алдан билдәләргә ярҙам итеүсе шундай ырымдар булған.

Төрлө өҙлөгөүҙәр осрап торғанлыҡтан, игеҙәктәр тыуыуы хәүефләндергән, шул сәбәпле ҡуш булып үҫкән еләк-емеш, ике һарыһы булған йомортҡа ашау тыйылған.

Кендек әбейе, бала тыуыуын тиҙләтер өсөн, тынысландырырлыҡ һүҙҙәр тапҡан, бала табыусының билен ыуған, өй буйлап йөрөткән.

Шулай уҡ бала бөркәнсектә, «күлдәкле», тыуһа, уны бәхетле тормош көтә, тип һаналған. Бала етлекмәй булып тыуһа, уны бер кемгә лә күрһәтергә ярамаған, донъяға килергә тейешле ваҡыты еткәнгә тиклем уны ҡараңғы бүлмәлә тотҡандар.

Һуңғылыҡ һәм кендек бауын киптергәндәр, һуңынан уны бетеүгә теккәндәр. Сабыйҙы йыуындырып йүргәккә төргәндән һуң, һаҡлағыс итеп төрлө төҫтәге туҡыма киҫәктәре, ҡабырсаҡтар тегелгән оҙон биләүес менән бәйләгәндәр. Шунан кендек әбейе сабыйҙың беләҙегенә ҡыҙыл еп бәйләгән һәм йүргәк йәки кендек исеме ҡушҡан.

Яңы ғаилә ағзаһы тыуыу хөрмәтенә бәпәй сәйе ойошторғандар, кендек әбейенә күлдәк йәки кендек таҫтары бүләк иткәндәр. Бала тыуыуынатаһына һөйөнсөләгән кешегә лә бүләк бирелгән.

Ышаныуҙарға ярашлы, донъяға килгәндең тәүге ҡырҡ көнөндә йән тулыһынса сабый тәненә инә, ошо осорҙа бала һәм әсә янына яуыз көстәр йыйыла. Берәй кеше килгәндән һуң бала ауырыһа йәки оҙаҡ илаһа, уға күҙ тейгән, тип һаналған.[2]

Сабый ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлауға йүнәлтелгән йолалар бик күп булған: баланы һатып алыу йолаһы, уға эткә кейҙереп алынған бәпес күлдәге «эт (көсөк) күлдәге» кейҙереү йолаһы атҡарылған. Өсөнсө йәки етенсе көнгә, сабыйҙы күрһәтеү маҡсатында, ҡатындар өсөн кендек сәйе йәки еп сәйе ойошторолған. Табын аҙағында ҡунаҡтарға алдан әҙерләп ҡуйылған бәпәй ебе таратҡандар.

Тәүге бала тыуыу хөрмәтенә бишбармаҡ, ҡымыҙ, бәлештәрҙән торған мул һый әҙерләнгән, хатта төрлө ярыш, бәйге, көрәш, уҡ атыу, халыҡ уйындары менән ҙур табын ҡорғандар. Исем ҡушыу - мөһим ваҡиға. Сабыйҙың беренсе теше сығыуы, тәүге аҙым яһауы айҡанлы туған-тыумаса, күрше-күлән тәпәй сәйенә йыйылған. Был йолаларҙың күбеһе исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа.

Бала тыуып, ҡырҡ көнлөк булыуға Бишек туйы үткәрелгән.

Башҡорттар яңы тыуған сабыйҙы йәмғиәткә ҡабул итеү һәм уға торлаҡ (сәңгелдәк) биреүҙе билдәләгән.

Табынға ҡатын‑ҡыҙ һәм балалар саҡырылған. Кендек әбейе сабыйҙы, Иҫәнлек, таҙа булып, оҙон ғүмерле булыуын теләп, кендекәй баланы бишеккә һалған. Балаға мул һәм бәхетле тормош насип булһын тигән теләктәр менән сәңгелдәк аҫтына ҡунаҡтар килтергән тәм-томдо һипкән. Балалар уларҙы йыйып алған.

Тәүҙәрәк Бишек туйы ваҡытында исем ҡушыу ҙа үткәрелгән булған. Төрки халыҡтарға хас булған бала тыуғандан һуң ҡырҡынсы көндән алып биш йәшкә тиклемге балаларҙы йәрәштереү йәки ҡоҙалау йолаһы үтәлгән.

Төрлө ырыуға ҡараған башҡорттар, социаль статусын һәм матди хәлен нығытыу, ҡалым түләү ваҡытын оҙайтыу ниәте менән, балаларын йәрәштергән («ҡолаҡ тешләткән»).

Бишек туйын ҡыҙ баланың ата-әсәһе йортонда үткәргәндәр. Балаларҙы, ҡыҙҙы — әсәһе, малайҙы — атаһы, ҡиәмәтлек атайҙар ҡулына тапшырғандар. Ҡиәмәтлек атайҙар, балаларҙың исемен әйтеп, ҡиәмәтлек әсәйҙәр ҡулына биргән. Улар, сабыйҙарҙы исеме менән атап, алғыштар әйткән. Сабыйҙарҙы бер сәңгелдәккә һалғандар.

Был йола ғәмәлдәрен атҡарғанда никах һәм ғаилә темаһына арналған һамаҡтар башҡарылған. Ҡунаҡтар һәм хужалар бер‑береһенә бүләк бирешкән, «өйләнешкәндәр» хөрмәтенә йыр йырлаған.

Бишек туйы табынына бәлеш, бауырһаҡ бешерелгән. Ҡымыҙ тәҡдим ителгән.[3]

Ерләү йолалары фольклорына мөнәжәттәр, һыҡтау, шиғри васыяттар, мәрхүмгә мөрәжәғәттәр ҡарай: «Ауылға йыш ҡайтма, /Йәш-йәштәрҙе алма, /Төштәрҙе бутама!»

Кейеҙ баҫыу, һарыҡ ҡырҡыу, бау үреү, һал ағыҙыу һ. б. хужалыҡ-көнкүреш ғәмәлдәре барышында һәм байрамдарҙа имләүҙәр, алғыштар, һамаҡтар, йырҙар, ҡарһүҙҙәр әйтелгән: «Эшем, эшем, эш ҡары, /Дошман һүҙе тыш ҡары».

Халыҡ медицинаһы һәм ҡамлау йолалары — им-том, өшкөрөүҙәр шиғыр һымаҡ яңғыраған.

Һамаҡлы‑шиғри мөрәжәғәттәр йолаларын үтәү, башҡарыу тел үҙенсәлектәрен халыҡ хәтерендә һаҡлау һәм уларҙы дөрөҫ ҡулланыу мөмкинлеге бирә[4].

Әҙәбиәт

  • Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995.
  • Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда/баш мөхәррир М. Ә. Илһамов. — 2-се т. В—И, 202 б. — Өфө: Башҡ. энцикл., 2014. ISBN 978-5-88185-208-5 (т. 2)

Иҫкәрмәләр