Мөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Күп кенә яҙма сығанаҡтарҙа, Мөхәмәт Пәйғәмбәр Мәҙинәлә һәм уның тирә-яғында йәшәгән йәһүд ҡәбиләләре менән бәйләнешкә ингән, тип әйтелә. Был сығанаҡтарҙа, мосолмандар менән йәһүдтәр араһында союз урынлаштырыла алмаған, ә Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең йәһүдтәргә мөнәсәбәте Китап әһелдәре халҡы булараҡ ҡоролған, тиелә.

Һижрәттән һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәккәнән Мәҙинәгә күскәндән һуң Мөхәмәт урында йәшәгән халыҡ, шул иҫәптән йәһүд ҡәбиләләре Бәни-Ҡайнуҡа , Бәни-Нәдир һәм Бәнү-Ҡурайза араһында Мәҙинә конвенцияһын ҡабул итә. Был килешеүгә ярашлы, йәһүдтәр Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙе сәйәси яҡтан яҡлаған хәлдә мосолмандар менән тиң хоҡуҡҡа эйә була[1]. Һуңыраҡ, был ҡәбиләләр менән булған ҡайһы бер килешмәүсәнлектәр арҡаһында, Мөхәммәт с.ғ.с. менән был ҡәбиләләр араһында һуғыш сыҡҡан. Пәйғәмбәр йәһүд ҡәбиләләренең мосолмандарға хыянат итеүен йәки килешеүҙе боҙғанын тойғас, уларҙың барыһы ла тиерлек һөргөнгә ебәрелә, язалана йәки ҡоллоҡҡа оҙатыла.

Мөхәммәт ике йәһүд ҡыҙына өйләнгән: Сафия бинт Һүәй һәм Бәни Нәдирҙән әсирлеккә алынған Рәйхана бинт Зәйд.

Мәҙинәнең йәһүд ҡәбиләләре һәм Мөхәммәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөхәммәт йәһүдиҙәрҙе һәм христиандарҙы Мәккәлә динде таратыу буйынса эшмәкәрлеге ваҡытында Китап әһелдәре тип танып, тәбиғи союздаштар булараҡ, уларҙан ҡабул итеүҙе һәм хуплауҙы көтә. Ул ваҡытта мосолмандар, йәһүдтәр кеүек, Иерусалим яғына боролоп, намаҙ уҡый[2]. Мәккәлә мосолмандарҙы эҙәрләүҙең көсәйеүе шарттарында Мөхәммәт Пәйғәмбәргә төрлө мәҙәниәттәр, шул иҫәптән ҙур йәһүдтәр ойошмаһы булған Мәҙинәгә ҡаҙый сифатында килергә тәҡдим ителгән.

Мәҙинәлә йәшәүселәрҙең күбеһе Мөхәммәт һижрәтенә тиклем дә, унан һуң да Мәккә мосолмандарына ышана, әммә йәһүд общинаһының күпселеге Мөхәммәттең пәйғәмбәр статусын танымай, уны кире ҡаға .[3] Уларҙың оппозицияһы «сәйәси һәм дини сәбәптәр арҡаһында ла килеп сығыуы ихтимал»[4].[5]Уильям Монтгомери Уатт әйтеүенсә, «йәһүдтәр ғәҙәттә йәһүд булмағандың пәйғәмбәр булыуы мөмкинлеген танырға теләмәй»[6]Марк Коэн фекеренсә, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең белдереүҙәре йәһүдтәргә ят булған, сөнки һуңғы пәйғәмбәрҙәр килгәнгә күп ваҡыт үткән булған. Ҡайһы бер йәһүдтәр Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тәғлимәттәрен дини тәғлимәттәр менән сағыштырғанда һис тап килмәй, тип әйткән[7].

Бәнү Ҡурайза[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

627 йылда Ур һуғышында Бәнү Ҡурайза йәһүдтәрен мәккәләр менән заговорҙа ғәйепләйҙәр. Уатт әйтеүенсә, Ҡурайза, күрәһең, бер ниндәй ҙә асыҡтан-асыҡ дошманлыҡ ҡылмаһа ла[8] һәм үҙ тәртибендә дөрөҫ булһалар ҙа[9], улар, моғайын, мәккәләр менән һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашҡандыр"[10][11] Нәср яҙыуынса, Ҡурайзаның мәккәләр яғында һуғышта ҡатнашлығы булыуы асыҡлана[12].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ahmad, B. (1979). Muhammad and the Jews: A Re-examination. India: Vikas., pp. 46-47
  2. Esposito, John. 1998. Islam: the Straight Path, extended edition. Oxford university press, p.17
  3. Esposito, John. 1998. Islam: the Straight Path, extended edition. Oxford university press, p.17
  4. Gerhard Endress, Islam, Columbia University Press, p.29
  5. Gerhard Endress, Islam, Columbia University Press, p.29
  6. The Cambridge History of Islam, pp. 43-44
  7. The Cambridge History of Islam, pp. 43-44
  8. Watt in Encyclopedia of Islam, Banu Qurayza Article
  9. The Cambridge History of Islam, p. 49
  10. Watt in Encyclopedia of Islam, Banu Qurayza Article
  11. Qurayza article, Encyclopedia of the Qur'an, vol. 4, p. 334
  12. Nasr in Muhammad article, Britanica Encyclopedia

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]