Хира (мәмерйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хира
Рәсем
Дәүләт  Сәғүд Ғәрәбстаны
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Джабаль аль-Нур[d]
Карта
 Хира Викимилектә

Хира (араб. حراء — хира́) — Мәккәнән 3,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан ҙур булмаған (яҡынса 3,5 — 2 м) мәмерйә, ауыҙы Ҡәғбәгә табан йүнәлтелгән. Сәғүд Ғәрәбстаны территорияһындағы Жәбәл ән-Нур тауының төньяҡ-көнсығыш битләүендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Риүәйәт буйынса, Мөхәммәт Пәйғәмбәр Хира мәмерйәһендә уйланыу өсөн яңғыҙ ҡалырға ярата. Пәйғәмбәр заманында уның янында, Ираҡ хажиҙары йөрөгән юлдың һул яғында әл-Әҡнәс ғаиләһе биҫтәһе (шиб) урынлашҡан булған[1]. Исламға ярашлы, тап ошо мәмерйәлә Ябраил фәрештә (изге яҙмала — Гавриил), Мөхәммәт Пәйғәмбәргә беренсе үәхи — Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аятын тапшыра.

Әл-Ғәләҡ сүрәһенең тәүге 5 аяты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Һине барлыҡҡа килтергән Раббыңдың исеменә уҡы.
Кешене Ул уҡмашҡан ҡандан яралтты,
уҡы, һинең Раббың иң йомарт,
Ул ҡәләм менән өйрәтте —
Ул кешегә белмәгән нәмәне өйрәтте.
»
Мәмерйә ауыҙы

Шулай уҡ, Пәйғәмбәр әт-Таифҡа сәфәрҙән ҡайтҡас, 620 йыл тирәһендә Хирала булған һәм, Мәккәнең хәүефһеҙлегенә инанғансы, шунда көткән, тип хәбәр ителә[1].

Хәҙерге заманда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйә Мина үҙәне буйындағы юл янында урынлашҡан булһа ла, уға барыу бер нисек тә хаж йәки башҡа ғибәҙәт төрҙәре менән бәйле түгел.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ḥirāʾ / Weir T. H., Watt W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле);
  • Wüstenfeld F. Chroniken der Stadt Mekka, I (426, 493), III (447), IV (332);
  • Ali Bey Travels, II, 65;
  • Burckhardt Travels in Arabia, I, 320 f.