Мөхәммәт (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Мөхәммәт — башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарында ир-ат исеме.
Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мөхәммәт башҡорт теленә ғәрәпсәнән килеп ингән, данлы, маҡтаулы (ислам диненә нигеҙ һалыусы) тигәнде аңлата.[1] Был исемдән Мөхәммәтов фамилияһы яһалған.
Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) — мәшһүр дин эшмәкәре, бер Аллаһыға табыныу дине — Ислам динен иңдереүсе, Аллаһ ебәргән изге китап — Ҡөрьәнде кешеләргә еткереүсе, дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре, Ғәрәп ярымутрауында көслө мосолман дәүләтен төҙөгән шәхес.
Мөхәммәт Али (ингл. Muhammad Ali; тыумыштан Кассиус Марселлус Клей, ингл. Cassius Marcellus Clay; 17 ғинуар 1942 йыл — 3 июнь 2016 йыл) — Американың юғары ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған профессиональ боксёры, донъялағы иң билдәле боксёрҙарҙың береһе.
Мөхәммәт Али (рәссам) — фарсы рәссамы, Исфаһанда 1630—1660 йылдарҙа ижад итә.
Мөхәммәт Заман — 1649—1701 йылдарҙа ижад иткән фарсы рәссамы.
Хәйҙәров Мөхәммәт Аллаяр улы — (7 март 1915 йыл — 17 июль 1999 йыл) — башҡорт журналисы, прозаик һәм драматург. 1957 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. I дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Муса Мортазин исемендәге премия лауреаты (1994).
Мөхәммәт Юныс (бенг. মুহাম্মদ ইউনুস; 28 июнь 1940 йыл) — Бангладеш банкиры, иҡтисад профессоры. Нобель тыныслыҡ премияһының 2006 йылғы лауреаты.
Мөхәммәт Риза Пәхләүи — (26 октябрь 1919 йыл — 27 июль 1980 йыл) — Пәхләүиҙәр династияһынан 1941—1979 йылдарҙа хакимлыҡ иткән Ирандың утыҙ бишенсе һәм һуңғы шаһы.
Мөхәммәт Сөнғәт улы Мәһәҙиев — Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, әҙәби тәнҡитсе, әҙәбиәт ғалимы, уҡытыусы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- ↑ Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |