Панама каналы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Координаталары: 9°04′48″ т. к. 79°40′48″ кб. о. / 9.08° т. к. 79.68° кб. о. (G) (O)

Панама каналы
Canal de Panamá?К:Карточка на Геокаре: исправить: Национальное название: Не указан язык
Гатун шлюзалары
Гатун шлюзалары
Урынлашыуы
Ил Панама Панама
Характеристика
Оҙонлоғо 81,6 км
Һыу ағымы
Инеше Тымыҡ океан
Тамағы Атлантик океан
Панама каналы (Панама)
Карта Панамского канала
Карта Панамского канала
Commons-logo.svg Панама каналы Викиһаҡлағыста

Пана́ма кана́лы — суднолар йөрөү өсөн канал, Панама ҡултығы менән Тымыҡ океанды Кариб диңгеҙе менән бергә һәм Атлантик океанды тоташтыра, Панама дәүләте биләмәһендә Панама боғаҙында урынлашҡан . Оҙонлоғо — 81,6 км, шул иҫәптән ҡоро ерҙә 65,2 км һәм һыу төбөндә 16,4 км.

Кеше тарафынын төҙөлгән ҡоролмалар араһында, каналды төҙөү иң эре һәм ҡыйын төҙөлөүсе проект булып тора. Каналды төҙөү Көнбайыш ярымшар һәм бар Ер шары өсөн суднолар йөрөшөндә һәм иҡтисадта баһалап бөткөһөҙ төҙөлөш. Юғары геополитик мәғәнәгә эйә. Каналдың диңгеҙ юлы һөҙөмтәһендә Нью-Йорктан алып Сан-Францискоға ҡәҙәре юл оҙонлоғо 22,5 мең км.- ҙан 9,5 мең км.-ғаса кәмене. Канал үҙе аша бәләкәй генә яхтанан алып, танкерҙар һәм контейнер йөрөтөүсе ҙур судноларҙы үткәрә ала.

Судноларҙы үткәреү менән Панама каналының лоцман хеҙмәте шөғөлләнә. Судноларҙың канал буйлап үтеүе иң оҙаҡ тигәндә 9 сәғәт булһа, иң тиҙҙәре 4 сәғәт 10 минутта уҙа. Максималь үткәреү һәләте тәүлегенә 48 судно. Йылына канал аша 17,5 мең судно үтә. Ташыған йөктәренең дөйөм ауырлығы 203 миллион тонна.

2010 йылда каналдың 95 йыллыҡ тарихында беренсе тапҡыр һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғо һәм ямғырҙарҙың күп яуып, һыу кимәленең күтәрелеүе һөҙөмтәһендә ябылып торҙо.[1].

Тарих[үҙгәртергә]

Каналды төҙөү ваҡыты 1888 йыл
Панама каналы акцияһы

Ике ҡитғаны тоташтырыусы ерҙән канал төҙөү фекере XVI быуатҡа ҡарай. Әммә Испания короле Филипп II улай проект төҙөүгә ҡаршы була. Ул: “ Аллаһы Тәғәлә тоташтырған, кеше уны айырырға тейеш түгел”,- тигән фекерҙә була. 1770 йылдарҙа Алессандро Маласпина тарафынан проект төҙөлә, уның ҡул аҫтындағы команда тикшеренеү эштәре лә алып барған була.


XIX быуаттағы халыҡ-ара сауҙаның үҫеше һөҙөмтәһендә каналға булған ихтыяжы, был эште башлауға этәргес була. 1814 йылда Испания океан араһындағы каналды төҙөү тураһында закон ҡабул итә. 1825 йылда Үҙәк Америка дәүләттәре лә тәүгеһенә оҡшаш ҡарар ҡабул итә. Калифорнияла алтын табылыуы арҡаһында АҠШ-та каналға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта. Һәм 1848 йыл Хейс килешеүе буйынса АҠШ океандар араһында бөтә төр ҡоролмалар төҙөү өсөн Никарагуанан монополиялы хоҡуҡ ала. Был ерҙәргә хужа булараҡ, Бөйөк Британия АҠШ-тың теләген йүгәнләргә тырыша, 1850 йылда бергәләп эшләү, нейтралитет һаҡлау һәм киләсәк хәүефһеҙлеге йәһәтенән Клейтон-Булевер килешеүе төҙөлә. XIX быут ағышында канал төҙөүҙең ике төп варианты пәйҙә була. Улар Никарагуа һәм Панама аша. [2] Шулай ҙа беренсе тапҡыр канал төҙөү тураһында 1879 йыл тип билдәләнә. Панама вариантына туҡталыуҙа француздар инициатива күрһәтә. АҠШ Никарагуа вариантында туҡтала. 1879 йыл Парижда Суэцк каналы етәксеһе Фердинанд Лессепс етәкселегендә « океан-ара каналдың дөйөм компаниеһы» барлыҡҡа килә. Уларҙың акцияларына 800 мең кеше эйә була. Ошо компание инженер Уйзанан 10 миллион франкка , уның тарафынан 1887 йылда Колумбия хөкүмәтенән алынған Панама каналын төҙөү концессияһын һатып ала.


Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Панамский канал впервые остановил работу // gudok.ru (Тикшерелгән 9 декабрь 2010)
  2. «Панамский канал» // Большая советская энциклопедия, 1 издание, — М.: Советская энциклопедия, 1939, Т. 44, С. 50—57


Һылтанмалар[үҙгәртергә]