Эйфель башняһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эйфель башняһы
франц. Tour Eiffel
Нигеҙләү датаһы 28 ғинуар 1887[1] һәм 31 март 1889[2]
Рәсем
Изображение интерьера
Кем хөрмәтенә аталған Гюстав Эйфель[d][3]
Масса 10 100 тонна[1]
Дәүләт  Франция[4][5]
Административ-территориаль берәмек VII Париж округы[d][4][5]
Урынлашҡан урамы Марс яланы[d] һәм avenue Anatole-France[d]
Урын Марс яланы[d]
Хужаһы Франция хөкүмәте[d] һәм Париж муниципалитеты[d][4]
Ижтимағи милеккә күсеү ваҡыты 1993[6]
Әҫәр заказсыһы Гюстав Эйфель[d][3]
Илһам сығанағы Latting Observatory[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән сүкелгән тимер[d][7][3], Ҡорос[8] һәм ҡурғашланған тимер[d][9]
Архитектор Стефан Совестр[d]
Рәсми асылыу датаһы 31 март 1889[10] һәм 15 май 1889[2]
Төп төҙөлөш ойошмаһы Гюстав Эйфель[d][11][3]
Төҙөүсе-инженер Эмиль Нужье[d] һәм Морис Кеклен[d]
Ҡат һаны 3
Лифт һаны 8
Йылына инеүселәр һаны 6 207 303[12][13]
Мираҫ статусы теркәлгән тарихи һәйкәл[d][4]
Хеҙмәтләндереүсе Société d'exploitation de la tour Eiffel[d]
Бейеклеге/буйы 330 метр[14][15]
Почта индексы 75007
Пиктограмма
Вид в ночное время
3D-модель
Веб-камера бите skylinewebcams.com/fr/we…
Асылған күренеш Le Jules Verne[d]
Зимнее изображение
Схематичная иллюстрация
Вид из этого места
Вид с воздуха
Изображение входа
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 356 097
Рәсми сайт toureiffel.paris
toureiffel.paris/en
360 градус күренеше 360stories.com/paris/pla…
Был объекттан күренештәр категорияһы Категория:Эйфель башняһынан күренештәр[d]
Карта
 Эйфель башняһы Викимилектә

Эйфель башняһы

Эйфель башняһы (франц. tour Eiffel, IPA: [tu.ʁ‿ɛ.fɛl]) — Париж үҙәгендәге металл башня, иң танылған, иҫтәлекле архитектура ҡоролмаһы. Баш конструктор Густав Эйфель хөрмәтенә атала; Эйфель үҙе уны ябай ғына «300 метрлыҡ башня» (tour de 300 mètres) тип атай.

Һуңынан Париждың символы булып киткән башня 1889 йылда төҙөлә һәм башта 1889 йылда Парижда үткән Бөтә донъя күргәҙмәһенә инеү урынындағы ваҡытлыса ҡоролма булараҡ уйланыла.

Эйфель башняһы донъяла түләүле булып торған[16], кеше иң күп йөрөгән һәм иң күп фотоға төшөрөлгән иҫтәлекле урын тип атала[17].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Проект әҙерләү һәм һайлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Морис Кёшлен башняһының үҙенсәлекле эскизы, 1884 йыл

1889 йылғы Бөтә донъя йәрминкәһе Парижда үтә һәм бөйөк француз инҡилабының йөҙ йыллығына тап килтерелә. Париж ҡала хакимиәте билдәле француз инженерҙарына архитектура конкурсында ҡатнашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Бындай конкурста илдең инженер-технологик ҡаҙаныштарын күрһәтеүсе ҡоролма булдырырға кәрәк ине.

Ошондай тәҡдим Густав Эйфелдең инженер бюроһына ла килә. Уның әҙер фекере булмай, әммә, кисектерелгән проекттарҙы ҡарап сығып, үҙенең хеҙмәткәре Морис Кёшлен (французса йәки немец әйтелешендә — Кёхлен) эшләгән бейек башняның эскизын таба. Уны эшләп бөтөүҙә башҡа хеҙмәткәр, Эмиль Нугье ҡатнаша. 300 метрлыҡ тимер башняның һыҙмалары конкурсҡа тәҡдим ителә. Яҡынса 1884 йылдың 18 сентябрендә Густав Эйфель үҙенең хеҙмәткәрҙәре менән берлектә проектҡа патент ала, ә һуңынан уларҙан башҡа бер кемгә лә бирелмәй торған айырым хоҡуҡ һатып ала.

Бөтә донъя күргәҙмәһенең архитектура ҡиәфәтен билдәләүсе дөйөм француз архитектура һәм инженер проекттары конкурсы 1886 йылдың 1 майында башлана. Конкурста 107 дәғүәсе ҡатнаша, уларҙың күпселеге ниндәйҙер кимәлдә Эйфель тәҡдим иткән башня проектын ҡабатлай. Шулай уҡ төрлө экстравагант идеялар ҡарала, шул иҫәптән, мәҫәлән, Бөйөк француз инҡилабын иҫкә төшөрөргә тейеш булған гигант гильотина. Тағы бер тәҡдим таш башня була, әммә иҫәпләүҙәр һәм үткән тәжрибә күрһәтеүенсә, 169 метрлыҡ Вашингтон монументына ҡарағанда ла юғарыраҡ таш ҡоролма төҙөү бик ауыр булыр ине, был ҡоролманы төҙөү өсөн АҠШ бер нисә йыл элек ғәйәт ҙур көс һала.

Эйфель проекты дүрт еңеүсе иҫәбенә инә, һуңынан инженер, конструкцияның тәүге инженер һыҙмаһы менән декоратив вариант араһында уртаҡ фекер табып, уға һуңғы үҙгәрештәр индерә. Комитет, ахыр сиктә, Эйфель планын хуплай. Конкурстың беренсе призын яулағандан һуң, Эйфель һоҡланып: «Франция 300 метрлыҡ флагштоклы берҙән-бер ил буласаҡ!» — тип ҡысҡыра.

Нугье менән Кёхлендың тәүге проекты эстетик йәһәттән үтә «ҡоро» була һәм Париж бөтә донъя күргәҙмәһе биналарына ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй, архитектура төҙөлөшө нәзәкәтле булырға тейеш була. Башня талапсан Париж йәмәғәтселегенең зауығына тап килһен өсөн, архитектор Стефан Совестрға уның художестволы бөтөнлөгө өҫтөндә эшләү йөкмәтелә.

Совестр башняның цоколь таяуҙарын таш менән тышларға, уның таяуҙарын һәм беренсе ҡат платформаһын бер үк ваҡытта күргәҙмәнең төп инеү урыны итеп, мөһабәт аркалар ярҙамында тоташтырырға, башня ҡаттарында киң быяла залдар урынлаштырырға, башняның өҫкө өлөшөнә түңәрәкләнгән форма бирергә һәм уны биҙәү өсөн төрлө декоратив элементтар ҡулланырға тәҡдим итә.

1887 йылдың ғинуарында Эйфель, дәүләт һәм Париж муниципалитеты килешеүенә ҡул ҡуя, уға ярашлы башня Эйфелгә 25 йыл шәхси файҙаланыу срогы менән ҡуртымға тапшырыла һәм башня төҙөлөшөнә киткән бөтә сығымдарҙың 25 процентын тәшкил иткән 1,5 миллион алтын франк аҡсалата грант ҡарала. 1888 йылдың 31 декабрендә етмәгән аҡсалар йәлеп итеү маҡсатында 5 миллион франклыҡ вәкәләтле капиталы булған акционерҙар йәмғиәте булдырыла. Был сумманың яртыһын өс банк һалған, икенсе яртыһын Эйфель үҙе һалған аҡса тәшкил итә.

Төҙөлөштө тамамлау бюджеты 7,8 млн франк тәшкил итә. Күргәҙмә барышында башня үҙен аҡлай, артабанғы файҙаланыу бик отошло эш булып сыға[18].

Төҙөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняның нигеҙен төҙөү

Төҙөлөш эштәрен ике йыл, ике ай һәм биш көн дауамында (1887 йылдың 28 ғинуарынан алып 1889 йылдың 31 мартына тиклем) 300 эшсе башҡара. Төҙөлөштөң рекордлы ваҡытта башҡарылыуына 18 038 металл деталдәренең теүәл үлсәмдәре һәм үтә юғары сифатлы һыҙмалар булышлыҡ итә, йыйыу өсөн 2,5 миллион сигә ҡулланыла[19][20].

Башняны билдәләнгән ваҡытта тамамлау өсөн, Эйфель күпселек осраҡта алдан эҙерләнгән өлөштәрҙе ҡуллана. Билдәләнгән урындарҙа тишектәр алдан уҡ быраулана, ә 2,5 миллион сигәнең өстән ике өлөшө алдан ҡуйыла. Йыйған урҙаларҙың береһенең дә ауырлығы 3 тоннанан артыҡ булмай, был билдәләнгән урындарға металл деталдәрҙе күтәреүҙе еңеләйтә. Башта бейек крандар ҡулланыла, ә конструкция уларҙың бейеклеген уҙып киткәс, эште Эйфель махсус проектлаған күсмә крандар менән башҡаралар. Улар буласаҡ лифттар өсөн һалынған рельстар буйлап хәрәкәт итәләр. Күтәргес ҡоролма башня мачталары тирәләй кәкрелек радиусы үҙгәреп торған кәкре траектория буйлап хәрәкәт итергә тейеш була. Башнялағы беренсе лифттар гидравлик насостар менән хәрәкәткә килтерелә. Беҙҙең көндәргә тиклем башняның көнсығыш һәм көнбайыш терәгендә 1899 йылда ҡуйылған ике тарихи «Fives-Lille» фирмаһы лифты ҡулланыла. 1983 йылдан уларҙың эшләүен электр двигателе тәьмин итә, ә гидравлик насостар һаҡланып ҡалған һәм ҡарап сығыу мөмкинлеге бар.

Башняның икенсе һәм өсөнсө ҡаттарын инженер Леон Эду төҙөгән вертикаль лифт тоташтыра ((франц. Léon Édoux; Эйфелдең Үҙәк юғары техник училищеһы буйынса синыфташы[21]). Был лифт үҙ-ара тигеҙләнеүсән ике кабинанан тора. Өҫкө кабина йөрөү оҙонлоғо 78 метр булған гидравлик цилиндр ярҙамында күтәрелә. Түбәнге кабина бер үк ваҡытта ҡаршы тигеҙләгес булып· хеҙмәт итә. Ерҙән 175 метр бейеклектә, майҙансыҡҡа ярты юлда, пассажирҙар икенсе лифтҡа күсеп ултырырға тейеш була. Һыу менән тәьмин ителгән ҡаттарҙа гидравлик баҫым тәьмин ителә. 1983 йылда ҡышын эшләй алмаған был күтәргесте «Отис» маркалы электр лифты алмаштыра. Ул дүрт каютанан тора һәм ике ҡат араһында тура бәйләнеш тәьмин итә.

Башняны төҙөү өсөн өҙлөкһөҙ эштәрҙең хәүефһеҙлегенә айырым иғтибар талап ителә, был Эйфелдең иң ҙур мәшәҡәте була. Төҙөлөш эштәре барышында үлемесле авариялар булмай, был шул ваҡыт өсөн ҙур ҡаҙаныш була.

Башня терәге өсөн нигеҙ соҡорҙары төҙөгәндә, Сена йылғаһы яҡын булғанлыҡтан, Эйфель күперҙәр төҙөүҙә индергән үҙ ысулын ҡуллана. Нигеҙҙең 16 кессонының һәр береһендә эш майҙаны була, уға баҫым аҫтында һауа һурҙырыла. Юғары баҫым арҡаһында бында грунтлы һыу үтә алмай, һәм эшселәр тупраҡты тотҡарлыҡһыҙ ҡаҙып, күсеп йөрөй ала.

Беренсе платформа Эйфель өсөн иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе була. Ҙур ағас баҫмалар 4 терәк һәм беренсе платформаның ғәйәт ҙур урҙаһын тоторға тейеш була. Дүрт ауыш таяу ҡом тултырылған металл цилиндрҙарҙа урынлаша. Ҡомдо яйлап сығарып һәм, шулай итеп, терәктәрҙе мөйөшкә дөрөҫ ауышлыҡта ҡуйырға була. Терәк нигеҙҙәрендәге өҫтәмә гидравлик күтәргестәр дүрт терәктең торошон тулыһынса көйләргә мөмкинлек бирә, шулай итеп, беренсе платформаны тимер менән нығытыуға теүәл көйләнергә мөмкин була.

Платформа горизонталь дөрөҫ ятыу менән, уны ауыш терәктәргә беркетәләр, күтәргестәрҙе алып ташлайҙар. Һуңынан башняның үҙендә төҙөлөш дауам итә. Эш әкрен, әммә өҙлөкһөҙ бара. Башняның күккә күтәрелә барыуы парижлылар араһында ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу тыуҙыра. 1889 йылдың 31 мартында, соҡор ҡаҙыу эштәре башланыуға 26 айҙан да аҙыраҡ ваҡыт үткәс, беренсе тапҡыр 1710 баҫҡысҡа күтәрелеүгә Эйфель физик яҡтан көслө булған бер нисә чиновникты саҡыра ала.

Күргәҙмәнән һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйфель менән тәүге килешеү буйынса, башня, төҙөлгәндән һуң 20 йыл үткәс, һүтелергә тейеш була.

Бина тиҙ арала һәм һоҡландырғыс уңышҡа өлгәшә. «Тимер ханымды» күреү өсөн күргәҙмәгә ярты йыл эсендә 2 миллиондан ашыу кеше килә. Йыл аҙағына төҙөлөшкә киткән бөтә сығымдарҙың дүрттән өс өлөшөн ҡайтарыу мөмкин була.

Эйфель башняһын йәшен һуға, 1902 йылда төшөрөлгән фотоһүрәт

Әммә Париж һәм Францияның ижади интеллигенцияһы Эйфелдең ҡыйыу проектына ҡәнәғәтһеҙлек белдерә, һәм, төҙөлөш башланғандан алып, башня төҙөлөшөн туҡтатыу маҡсаты менән, Париж ратушаһына, ризаһыҙлыҡ белдереп, талаптар ебәрә. Яҙыусылар һәм рәссамдар металл конструкция ҡала архитектураһының йөҙөн үҙгәртер, баш ҡаланың быуаттар дауамында барлыҡҡа килгән уникаль стилен боҙор, тип ҡурҡа. Билдәле булыуынса, 1887 йылда 300 яҙыусы һәм рәссам (улар араһында Александр Дюма-ул, Ги де Мопассан һәм композитор Шарль Гунод) муниципалитетҡа протест акцияһы ебәрә, улар ҡоролманы «файҙаһыҙ һәм ҡот осҡос» тип һүрәтләй, «Парижда гигант түмәр кеүек мыҫҡыллы башня» тип тасуирлай:

« 20 йыл дауамында ҡала өҫтөндә ҡара табы кеүек һуҙылған нәфрәтле тимер һәм винттар колоннаһының имәнес күләгәһен ҡарарға мәжбүр буласаҡбыҙСемь чудес света. Ажурный Металл. Дата обращения: 28 май 2009. Архивировано из оригинала 17 февраль 2012 года. 2012 йыл 17 февраль архивланған.</ref>. »

Тарихи анекдот бар.

Яҙыусы (Уильям Моррис[22] йәки Ги де Мопассан[23][24][25][26]) даими рәүештә башняның беренсе кимәлендәге ресторанында ашай. Ни өсөн шулай эшләгәнен һорағас, яҙыусы былай тип яуап бирә: «Был бөтә ғәйәт ҙур Парижда мин күренмәгән берҙән-бер урын».

1898 йылдың октябрендә Эжен Дюкрете Эйфель башняһы һәм Пантеон араһында беренсе телеграф сеансын үткәрә, уның араһы 4 км тәшкил итә. 1903 йылда сымһыҙ телеграф өлкәһендәге пионер генерал Феррье уны үҙенең тәжрибәләре өсөн ҡуллана. Шулай килеп сыға: тәүҙә башня хәрби маҡсаттар өсөн ҡалдырыла.

1906 йылдан башняла даими радиостанция урынлаша. 1907 йылда башняның икенсе ҡатында Рәсәй инженеры Ромейко-Гурко[27] проекты буйынса алты метрлыҡ электр сәғәте ҡуйыла.

Башняның өсөнсө ҡатламын төҙөгәндә үк метеорологик лаборатория булдырыла[28]. 1908 йылда уның нигеҙендә бейеклектә беренсе метеорологик лаборатория ойошторола[29]. Ул оҙаҡ ваҡыт дауамында эшләй һәм был осорҙа байтаҡ статистик мәғлүмәттәр туплана[30]

1910 йылдың 1 ғинуарында Эйфель башняны ҡуртымға алыу мөҙҙәтен етмеш йылға оҙайта. 1914 йылда радио аша хәбәр тотоу арҡаһында генерал Гальениға Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Марнала контрһөжүм ойошторорға мөмкинлек бирә[31].

Тарихи әһәмиәткә эйә документ: дошмандың капитуляцияһына бәйле утты туҡтатыу тураһында радиограмма

1918 йылдың 11 ноябрендә башнянан һуғышыусы бөтә союздаш ғәскәрҙәргә Беренсе донъя һуғышы ҡан ҡойошона нөктә ҡуйған Компьень килешеүенә ҡул ҡуйыу тураһында радиограмма тексы иғлан ителә.

1921 йылда Эйфель башняһынан беренсе тура радиотапшырыу була. Башняға махсус антенналар ҡуйыу арҡаһында эфирға киң радио тапшырыуы сыға. 1922 йылдан радиопрограммалар даими сыға башлай, уны «Эйфель башняһы» тип атайҙар. 1925 йылда башнянан телевизор сигналын ретрансляцияларға маташыуҙар була. Даими телевизион тапшырыуҙар 1935 йылда башлана. 1957 йылдан башняла ҡорос ҡоролманың бейеклеген 320,75 метрға тиклем арттырып, телевизор антеннаһы урынлаштырыла. Унан тыш, һәр төрлө радио һәм телевидение программалары ретрансляциялаусы бер нисә тиҫтә линия һәм параболик антенналар ҡуйыла.

Немец оккупацияһы ваҡытында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адольф Гитлер нацистар менән Эйфель башняһы фонында йөрөй, 1940 йыл фотоһы

Немец оккупацияһы ваҡытында лифт йөрөшө 1940 йылда Адольф Гитлер килгәнгә тиклем үк аңлы рәүештә зыян күрә. Һуғыш арҡаһында күсергесте тергеҙеү мөмкин булмай. Парижға барғанда Гитлер бер нисек тә юғарыға күтәрелә алмай. Әммә Парижды азат ителгәндән һуң бер нисә сәғәт үткәс, лифт яңынан эшләй башлай[32].

1944 йылдың йәйендә Францияның баш ҡалаһы өсөн барған алыштарҙа Америка лётчигы Уильям Оверстрит, «Мустанг» истребителе менән осоп, Эйфель башняһы аркалары аҫтынан оса һәм немец «Мессершмитт Bf 109» самолётын бәреп төшөрә. Осошта зенит утынан ҡасып, американлы, Сена өҫтөнән юл һалып, үҙенекеләр янына ҡайта[33].

1944 йылдың авгусында, союздаштар Парижға яҡынлашҡас, Гитлер генерал-полковник Дитрих фон Холтицҡа, Ҙур Париж округының хәрби коменданты һәм гарнизон командирына, ҡаланың башҡа иҫтәлекле урындары менән бергә, Эйфель башняһын емерергә бойора. Әммә фон Холтиц әмергә буйһонмай.[34].

Юбилей уңайынан тантаналар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйфель башняһының 100 йыллығына сығарылған 5 франклыҡ коллекция тәңкәһе (1989, көмөш).
  • 2019 йылдың 15 майында Парижда Эйфель башняһының 130 йыллығы тантаналы билдәләнә. Байрамдың медиа өлөшө алдынан уҡыусылар өсөн хәйриә туры уҙғарыла: Париж мэры Анн Идальго ҡарары буйынса был көндө бөтә илдән 1300-гә яҡын малай һәм ҡыҙ бушлай донъяның иҫтәлекле урынын күрә ала. Киске сәғәт 20:30-ҙа сәхнәнән француз йырсыһы һәм композиторы Жанна Аддедтың йырҙары яңғырай. Ҡараңғы төшкәс, лазер прожекторҙары ярҙамында башня контурҙары төҫлө лазер яҡтылығы ярҙамында яҡтыртыла. Модалы француз көйҙәре аҫтында данлыҡлы һәйкәлдең тарихы һөйләнелә. Режиссёр Бруно Сейльерҙың байрам тамашаһы шул кистә өс тапҡыр ҡабатлана (сәғәт һайын 22:00 сәғәттән алып). Һуңғы сеанс тынлыҡта үтә: был эргәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙең тыныслығын һаҡлау өсөн эшләнелә[35].

Хәҙерге ваҡытта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняға көн һайын халыҡ килә. Тамашасыларға юғарыға сығыу һәм ҡоролма эсендә үтеү өсөн дүрт билет һатыу бүлеге бар: төньяҡ, көньяҡ, көнбайыш һәм көнсығыш. Экскурсияларҙың ике категорияһы бар: икенсе баҫҡысҡа 16 евроға һәм иң юғары баҫҡысҡа — 25 евро. Балалар һәм инвалидтар өсөн инеү хаҡына ташламалар ҡаралған[36].

Башняның беренсе һәм икенсе ҡатында буфеттар урынлашҡан, унда ябай туристар 7,5 евроға пицца киҫәге һәм бер стакан һут һатып ала ала. Шулай уҡ башняның беренсе ҡатында (ерҙән 58 метр бейеклектә) ресторан урынлашҡан, ул 58 Эйфель Тур (58 Eiffel Tour) тип атала. Ябай төшкө аш (ланч) килеүсегә 18 евроға төшә. 2-се ҡатта ҡиммәтерәк учреждение — «Ле Жюль Верн» (Le Jules Verne) рестораны урынлашҡан (ябай төшкө аш унда бер кешегә яҡынса 85 евро тора). Башня түбәһендәге өсөнсө ҡатты Шампан барҙары (Champagne Bar) биләй, унда бер стакан шыжлап торған эсемлектең хаҡы 10 евро тәшкил итә[37].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняның урынлашыуы Париж картаһында күрһәтелгән

Башня Марс яланында, Сена йылғаһы аша, Брэнли урамының яр буйында, Йена күпере ҡаршыһында ҡуйылған. Париж метрополитены схемаһында: Bir-Hakeim.

Бейеклеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта Эйфель башняһы ер кимәленән 300,65 м бейеклектә була. Яңы антенна менән бергә бейеклеге — 324 метр (2010 йыл).

40 йылдан ашыу Эйфель башняһы, 1930 йылда Нью-Йорк ҡалаһында Крайслер Билдинг бинаһы уны уҙып киткәнгә тиклем, донъялағы иң бейек ҡоролма була, ул ваҡыттағы иң бейек биналарҙан 2 тапҡырға тиерлек күберәк — Хеопс пирамидаһы (146,6 м), Кельн соборы (157 м) һәм Ульм соборы (161 м).

Төҫө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башня үҙ тарихында бер нисә тапҡыр үҙенең төҫөн — һарынан ҡыҙыл-көрән төҫкә үҙгәртә. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Эйфель башняһы һәр ваҡыт бронзаның тәбиғи күләгәһенә яҡын «көрән-эйфель» тип аталған төҫкә — рәсми патентлы төҫкә буяла.

Тимер ханым 7 йылға бер яңыртылырға тейешле 57 тонна буяу ярҙамында ваҡыттың емергес эҙемтәләренә ҡаршы тора.

Конструкцияһының үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өс үлсәмле модель
Эйфель башняһының үлсәмдәре

Металл ҡорорлманың ауырлығы яҡынса 7300 тонна тәшкил итә. Бөгөн был металдан бер юлы өс башня төҙөргә мөмкин булыр ине[38]. Нигеҙе бетон массивтарҙан эшләнгән. Башняның дауыл ваҡытында тирбәлеүҙәре 15 см-ҙан артмай.

Аҫҡы ҡат пирамиданан ғибәрәт (нигеҙе буйынса һәр яғы 129,3 м), 57,63 м бейеклектә аркалы көмбәҙ менән тоташтырылған 4 колоннанан тора; көмбәҙҙә Эйфель башняһының беренсе платформаһы ята. Платформа квадраттан тора (иңе 65 метр).

Был платформала көмбәҙ менән тоташтырылған 4 колоннанан торған икенсе пирамида-башня күтәрелә, унда (115,73 м бейеклектә) икенсе платформа (иңе 35 метрлыҡ квадрат) урынлашҡан.

Икенсе платформала ҡалҡып торған дүрт колонна ҙур пирамидаль колонна (190 м) барлыҡҡа килтерә, ул өсөнсө платформаны (276,13 м бейеклектә), шулай уҡ формаһы буйынса квадрат (иңе 16,5 м) тотоп тора; унда көмбәҙле маяҡ тора, 300 метр бейеклектә уның өҫтөндә платформа урынлашҡан (иңе 1,4 м).

Башняға баҫҡыстар (1792 баҫҡыс) һәм лифттар алып бара.

Беренсе платформала ресторан залдары төҙөлә; икенсе платформала гидравлик күтәреү машинаһы (лифт) өсөн машина майы менән цистерналар һәм быяла галереяла ресторан урынлашҡан. Өсөнсө платформала астрономик-метеорологик обсерватория һәм физика бүлмәһе урынлашҡан.

Эйфель башняһы елдән әллә ни зыян күрмәй. Парижда (сәғәтенә 180 км самаһы) булған көслө ел дә башняның түбәһен ни бары 12 см-ға ғына ситкә тайпылдыра. Ҡояш унда күпкә көслөрәк эш итә: башняның ҡояшлы яғы эҫенән киңәйә, өҫкө өлөшө ян-яҡҡа 18 см-ға киңәйә.

Формаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡорос ҡоролманың бер өлөшө

Башня формаһының ҡыйыу сиселеше менән һоҡландыра. Эйфель проект өсөн ҡаты тәнҡиткә дусар була һәм һәм шул уҡ ваҡытта сәнғәтсә булмаған нәмәләр тыуҙырырға маташыуҙа ғәйепләнә.

Үҙенең күпер инженерҙары менән бергә Эйфель елдең көсөн иҫәпләү менән шөғөлләнә, сөнки донъялағы иң бейек ҡоролманы төҙөһәләр, тәү башлап уның ел йөкләнешенә сыҙамлы булыуына инанырға тейешлеген яҡшы беләләр. 1887 йылдың 14 февралендә Le Temps интервьюһында Эйфель былай тип билдәләй[39]:

« Ни өсөн шундай сәйер форма? Ел йөкләнеше. Монументтың дүрт тышҡы ситенең кәкерәйеүе математик иҫәпләүҙәргә лә, эстетик яҡты уйлау менән дә бәйле, тип иҫәпләйем.
переведено с французской газеты
Le Temps от 14 февраля, 1887[39]
»

Яҙыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыулы урын

Беренсе балкон аҫтында парапеттың бөтә дүрт яғында ла 72 күренекле француз ғалимы һәм инженеры, шулай уҡ Густав Эйфелдең ижад емешенә ҙур өлөш индергәндәрҙең исемдәре яҙылған[40]. Был яҙыуҙар XX быуат башында барлыҡҡа килә һәм 1986—1987 йылдарҙа Эйфель башняһы менән идара итеү өсөн мэрия яллаған «Société Nouvelle d’la Tour Eiffel» компанияһы тарафынан тергеҙелә. Башня үҙе Париж ҡалаһы милке булып тора.

Яҡтыртыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйфель башняһы тәүге тапҡыр 1889 йылда асылған көндә яҡтыртыла. Һуңынан ул 10 мең газ фонарынан, ике прожекторҙан һәм өҫтөнә ҡуйылған маяҡтан тора, уларҙың яҡтылығы зәңгәр, аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәргә — Францияның милли флагы төҫтәренә буялған. 1900 йылда «Тимер ханым» ҡоролмаларында электр лампалары барлыҡҡа килә. Ә хәҙерге алтынһыу төҫтә яҡтыртыу тәүге тапҡыр 1985 йылдың 31 декабрендә ҡабыҙыла[41]. 1925 йылда Андре Ситроэн башняла «Эйфель башняһы утта» тип аталған реклама урынлаштыра. Башняға яҡынса 125 000 лампочка ҡуйылған. Башняла бер-бер артлы ун һүрәт балҡый: Эйфель башняһы силуэты, йондоҙло ямғыр, кометаларҙың осоуы, зодиак билдәләре, башняны төҙөү йылы, ағымдағы йыл һәм, ниһайәт, Citroen[42] фамилияһы. Был акция 1934 йылға тиклем дауам итә, һәм башня донъялағы иң бейек реклама майҙансығы була.

2003 йылдың йәйендә башня яңыса «кейенә». Бер нисә ай эсендә утыҙ бейеклек эшселәренән торған бригада башня ҡоролмаларын 40 километр сым менән урата һәм француз компанияларының береһенең махсус заказы буйынса эшләнгән 20 000 лампочка ҡуя. Хаҡы 4,6 миллион евро тәшкил иткән яңыса яҡтыртыу башняһы беренсе тапҡыр 2000 йылдың Яңы йыл төнөндә алтын-һары фонарҙар яҡтыртҡан башняны хәтерләтә, бер нисә секунд эсендә һоҡланғыс ялтырауыҡлы көмөш уттар менән балҡый[41].

2008 йылдың 1 июленән 31 декабренә тиклем, Франция Европа берләшмәһендә президентлыҡ иткән ваҡытта, башняла зәңгәр йондоҙ яҡтылығы була (Европа флагын хәтерләтә).

Хеҙмәтләндереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башняны буяу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тимер башняны тутығыу арҡаһында емерелеүҙән һаҡлауҙың төп ысулдарының береһе — башняны барлыҡҡа килтергән элементтарҙың өҫ яғын буяу. Был процесс 18 ай дауам итә һәм 25 юғары квалификациялы эшсенән торған коллектив тарафынан башҡарыла. Тәүҙә ҡоролма ентекле тикшерелә, коррозияға ҡаршы япманың айырыуса ныҡ зыян күргән участкалары таҙартыла һәм яңы һаҡлау ҡатламы менән ҡаплана. Башняның ҡалған өлөшө юғары баҫым аҫтында пар менән таҙартыла. Артабан бөтә ҡоролма ике ҡат буяла. Шул уҡ ваҡытта 60 тонна самаһы буяу тотонола[43]

Хеҙмәткәрҙәрҙең һәм килеүселәрҙең хәүефһеҙлеген страховкалау системаһы, шулай уҡ иҫке буяу ҡалдыҡтарының төшөүенән һәм яңы буяу тамсыларынан һаҡлаусы «һаҡ селтәрҙәре» тәьмин итә.

Тутығыуға ҡаршы япма ҡулланыу барышында ҡоролманың техник торошо тикшерелә, туҙған элементтар алмаштырыла.

Электр тәьминәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта Эйфель башняһының йәшел модификацияһы тормошҡа ашырыла. Ике павильондың эҫе һыуға ихтыяжының яртыһына яҡынын 10 м2 ҡояш йылылыҡ панелдәре һәм йылылыҡ насостары тәьмин итә. Шулай уҡ башняла энергия һаҡлаусы яҡтыртҡыс яҡтыртыу һәм ямғыр һыуҙарын йыйыу һәм ҡайтанан ҡулланыу системаһы ҡуйылған[44]. 2015 йылдың февралендә Urban Green Energy компанияһы йылына 10 000 кВт сәғәт электр энергияһы эшләп сығарыуға һәләтле ике ел генераторы урынлаштыра, был Эйфель башняһының беренсе ҡатындағы коммерция киңлеге ҡулланған энергияға тиң[45].

Радио һәм телевидение тапшырыуҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

FM-радио[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Программа Йыш Ҡеүәте
Inter France 87,8 10
RFI 89,0 10
TSF Jazz 89,9 10
Nostalgie 90.4 10
France Chante 90.9 4
Chérie FM 91.3 10
France Musique 91,7 10
Le Mouv' 92,1 10
France Culture. 93,5 10
Orient Radio 94,3 4
Skyrock 96,0 10
BFM Business 96,4 4
Voltage 96,9 4
Et Rire chansons 97,4 10
Sud Radio + 99,9 4
NRJ 100,3 10
Notre Dame Radio / Fréquence protestante 100,7 10
Classique Radio 101,1 10
Nova Radio 101,5 10
Тәм Radio 101,9 10
OÜI FM 102,3 4
MFM Radio 102,7 10
RMC 103,1 10
Virgin Radio 103,5 10
RFM 103,9 10
RTL 104,3 10
Europe 1 104,7 10
FIP 105,1 10
Info France 105,5 10
RTL2 105,9 10
France 107.1 Bleu 107.1 10

Цифрлы телевидение[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мультиплекс Канал Ҡеүәте
R1 35 50 кВт
R2 25 51 кВт
R3 22 50 кВт
R4 30 51 кВт
R6 32 50 кВт
R7 42 50 кВт
R15 28 5 кВт
L9 26 1кВт

ТВ аналог (2011 йылдың 8 мартында тапшырыуҙар туҡтатыла)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Программа Канал Ҡеүәте
Canal+ 6 100 кВт
2 France 22 500 кВт
TF1 25 500 кВт
3 France 28 500 кВт
5 France 30 100 кВт
M6 33 100 кВт

Факт һәм ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1912 йылдың 4 февралендә Австрия тегенсеһе Франц Райхельт Эйфель башняһының 60 метр бейеклектәге беренсе кимәленән арҡаһына үҙенең конструкцияһындағы парашют-плащын кейепп һикерә. Парашют асылмай, уйлап табыусы һәләкәткә осрай.
  • 1956 йылдың ғинуарында ҡапыл сыҡҡан янғын ҡоролманың өҫкө өлөшөнә зыян килтерә.
  • 2002 йылда башняға килеүселәр һаны 200 миллиондан ашып китә[46][47].
  • 2004/2005 йылдың ҡышында Эйфель башняһының түбәнге платформаһында Парижды 2012 йылғы Йәйге Олимпия уйындарына кандидат итеп иғлан итеү өсөн боҙ һырғалағы эшләнә. Шул ваҡыттан алып башняның беренсе ҡатында даими боҙ һырғалағы урынлашҡан.
  • Һуңғы янғын 2003 йылдың 22 июлендә була.
  • Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың һуңғы осрағы — 2012 йылдың 25 июне.
  • Башняла мина һалыныуы тураһындағы һуңғы (ялған) хәбәр 2013 йылдың 30 мартына ҡарай.
  • Эйфель башняһы 2007 йылда бер туристик компания төҙөгән иң күңелһеҙ туристик объекттар рейтингында беренсе урынды биләй. Эйфель башняһы, һорау алыу мәғлүмәттәре буйынса, респонденттарҙың дүрттән бер өлөшөнән ашыуы ризаһыҙлығын белдерә: унда күренештән ләззәт алыуға кешеләрҙең күплеге ҡамасаулай, тип белдерәләр.
  • Эйфель башняһының төрлө ҙурлыҡтағы күсермәләре күп.

Башня менән мутлашыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 83 йыл буйына билдәле башня бөтөн формала кәм тигәндә ике тиҫтә тапҡыр һатыла[48].
  • 1925 йылда мутлашыусы Виктор Люстиг башняны ике тапҡыр металл һыныҡтары итеп «һатыуға» өлгәшә.
  • 1954 йылда Швеция гражданины, үҙен акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп тәҡдим итеп, башняны металдың тутығыуына ҡаршы буяу менән ҡапларға тәҡдим итә. 50 тонна буяу һатып алыу өсөн кредит алғас, билдәһеҙ йүнәлештә юғала[48].
  • 1960 йылда инглиз Дэвид Самс Голландияның Eiffel Tower фирмаһына Эйфель башняһын металл һыныҡтары сифатында һата. Париж муниципалитеты уға башняны һүтеүҙе ышанып тапшырғанын ялған документтар ярҙамында иҫбатлай ала. Һөҙөмтәлә инглиз төрмәгә эләгә, һәм компания миллионһыҙ ҡала[48].
Тышҡы медиафайлдар
  • Оҙаҡ ваҡыт билеттар ике перфорациялы мөйөш менән һатыла. Башня итәгендәге контролерҙар бер мөйөштө өҙөп алып, туристы башняның «аяҡтарының» береһе эсендәге 1-се платформаға күтәргән лифтҡа үткәрә. Был урында билет кассаһы булған, унда башняның иң бейек нөктәһенә (бөтә ҡоролманың үҙәк күсәрендә урынлашҡан лифтта) күтәрелеү өсөн билет һатып алырға мөмкин була. Әгәр ҙә икенсе билет һатып алмайынса, билеттың төп нөсхәһен тәҡдим итһәләр, (бер мөйөшө төбөндә өҙөлгән булһа), контролерҙар икенсе мөйөшөн өҙөп алынған булһа, ә өҫтәмә сығымдарһыҙ өҫкә күтәрелергә мөмкин була.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйфель башняһының икенсе платформаһынан Париж күренеше
Эйфель башняһының икенсе платформаһынан Париж күренеше

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Guinness World Records 2019 (ингл.)Guinness World Records Limited, 2018. — P. 28. — 256 p. — ISBN 978-1-912286-46-1
  2. 2,0 2,1 (unspecified title) — 2019. — ISBN 978-1-138-06270-2
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Эйфелева башня (урыҫ) // Малая советская энциклопедия / под ред. Н. Л. Мещеряков — 2 — Советская энциклопедия, 1936.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 base Mérimée (фр.)ministère de la Culture, 1978.
  5. 5,0 5,1 archINFORM (нем.) — 1994.
  6. http://www.thejakartapost.com/travel/2017/12/08/why-its-actually-illegal-to-take-pictures-of-eiffel-tower-at-night.html
  7. https://www.toureiffel.paris/fr/actualites/histoire-et-culture/dou-vient-le-fer-de-la-tour-eiffel
  8. Vey F. (unspecified title) (фр.)Paris: place des éditeurs, 2018. — ISBN 978-2-262-07737-2
  9. https://www.toureiffel.paris/fr/actualites/130-ans/le-fer-puddle-le-metal-de-la-tour-eiffel
  10. Guinness World Records 2019 (ингл.)Guinness World Records Limited, 2018. — P. 29. — 256 p. — ISBN 978-1-912286-46-1
  11. :fr:s:Convention du 8 janvier 1887 (фр.)
  12. https://sete.toureiffel.paris/fr/presse/communiques/bilan-2017-de-la-tour-eiffel-46-de-visiteurs
  13. https://pro.parisinfo.com/content/download/186490/19222593/version/1/file/EnqueteCulture2017.pdf
  14. https://twitter.com/LaTourEiffel/status/1503693805761015814
  15. https://www.toureiffel.paris/fr/actualites/evenements/la-tour-eiffel-grandit-encore-pour-atteindre-330-metres
  16. Tour Eiffel et souvenirs de Paris (фр.). Дата обращения: 6 август 2011. Архивировано 3 сентябрь 2009 года. 2009 йыл 3 сентябрь архивланған.
  17. David Crandall, Lars Backstrom, Daniel Huttenlocher and Jon Kleinberg Mapping the World’s Photos (инг.) // WWW '09: Proceedings of the 18th international conference on World wide web. — Ithaca, NY, 2009. — С. 761–770. — DOI:10.1145/1526709.1526812
  18. Владимир Тучков. Парижское чудо света. ООО «Издательство «Вокруг Света» (31 март 2009). Дата обращения: 8 август 2011. Архивировано 15 сентябрь 2011 года.
  19. Цифровая модель Эйфелевой башни (рус.) // Наука и жизнь : Журнал / Глав. ред. Лозовская Е. Л.. — М.: Наука и жизнь, 2011. — № 7. — С. 25.
  20. La naissance de la tour Eiffel. Официальный сайт. Дата обращения: 28 ғинуар 2018.
  21. Vogel R. M. Elevator Systems of the Eiffel Tower, 1889. — Washington, 1961. — P. 32. — 40 p. Архивированная копия. Дата обращения: 3 июль 2015. Архивировано 4 июль 2015 года. 2015 йыл 4 июль архивланған.
  22. Interesting Facts You’ve Never Heard Before About Eiffel Tower! 2021 йыл 15 апрель архивланған.
  23. Литературная учеба — Google Книги
  24. Inostrannai︠a︡ literatura — Google Книги
  25. Дружба народов — Google Книги
  26. Provint͡sii͡a: Proza — Google Книги
  27. Смоленская газета «Смолянин установил светящиеся часы на Эйфелевой башне». Дата обращения: 24 ноябрь 2013.
  28. Ермановская Анна Эдуардовна. Эйфелева башня — «железная королева» Парижа // 100 знаменитых чудес света.
  29. Осипов, Юрий Сергеевич. Пятьдесят лет со времени организации Центральной высотной гидрометеорологической обсерватории // Ошибка: не задан параметр |издание= в шаблоне {{публикация}}.
  30. Качается-ли Эйфелева башня? // Ошибка: не задан параметр |издание= в шаблоне {{публикация}}.
  31. Le Paris des gens célèbres, Gustave Eiffel(недоступная ссылка)(фр.) // Mairie de Paris
  32. The Eiffel Tower: The major events. Société d’Exploitation de la Tour Eiffel (SETE). Дата обращения: 1 июль 2015. Архивировано 31 март 2015 года. 2015 йыл 31 март архивланған.
  33. Laurent Lagneau. Décès de William Overstreet Jr, pilote américain passé sous la Tour Eiffel en poursuivant un avion ennemi en 1944 — Opex360.com, 5 janvier 2014
  34. Carlo D'Este. Eisenhower: A Soldier's Life. — Henry Holt and Company, 2003. — С. 574. — 880 с. — ISBN 978-0-8050-5687-7.
  35. Во Франции 130-летие Эйфелевой башни отметили концертом и световым шоу ТАСС, 16 мая 2019 года
  36. La billetterie officielle de la Tour Eiffel
  37. Рестораны Эйфелевой башни и окрестностей путеводитель «В Париж!»
  38. Знание—сила : «ЗС» — оnline
  39. 39,0 39,1 Extrait de la réponse d’Eiffel
  40. The 72 scientists. Архивировано 15 февраль 2008 года.. Eiffel Tower official website. Accessed 2008-01-31.
  41. 41,0 41,1 Эйфелева башня засверкает по-новому 2014 йыл 3 август архивланған.
  42. История Citroen.History Citroen. Car portal of the city Brest. Дата обращения: 26 июль 2008. Архивировано 3 июнь 2009 года. 2009 йыл 3 июнь архивланған.
  43. Обслуживание Эйфелевой башни / Журнал «AVS Travel» (электронная версия). Дата обращения: 3 февраль 2013. Архивировано 13 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 13 ноябрь архивланған.
  44. urbangreenenergy. Eiffel Tower. Monumental Retrofit. Дата обращения: 2 март 2015. Архивировано 27 февраль 2015 года. 2015 йыл 27 февраль архивланған.
  45. Эйфелева башня начнет работать на ветровой энергии (27 февраль 2015).
  46. The Eiffel Tower: Paris' Grande Dame. france.com. Дата обращения: 24 июль 2007. Архивировано из оригинала 24 октябрь 2006 года. 2007 йыл 28 сентябрь архивланған.
  47. Soirée réussie le 28 novembre pour fêter l'année du 200 millionième visiteur (фр.). Official Site (2002). Дата обращения: 24 июль 2007. Архивировано из оригинала 18 август 2007 года.
  48. 48,0 48,1 48,2 Климова М. Несколько выписок из биографии башни. ООО «Издательство «Вокруг Света» (1972). Дата обращения: 8 август 2011. Архивировано 9 ноябрь 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]