Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 24 февраль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны Билгеш, Ҡашҡа ауыл Советы, Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инженер-механик
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d] һәм профессор[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре

Рәхимов Рәйес Сәйетғәле улы (24 февраль 1942 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1990), профессор (1992). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2002).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйес Сәйетғәле улы Рәхимов 1942 йылдың 24 февралендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Асҡын районы Билгеш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1959 йылда урта мәктәпте тамамлай һәм Урмияҙ совхозында тимерсе булып хеҙмәт юлын башлай. 1960 йылда совхоз уны Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтына уҡырға йүнәлтә. 1965 йылда ул институттың механизация факультетын тамамлай һәм Асҡын районының Төй совхозында баш инженер булып эшләй башлай. 1967 йылдан Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтының игенселек һәм сәсеү машиналары кафедраһында. 1967—70 йылдарҙа аспирант, 1971-93 йылдарҙа игенселек һәм сәсеү машиналары кафедраһында ассистент, доцент һәм кафедра профессоры булып эшләй.

1971 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы, 1990 йылда «Повышение эффективности технологического процесса работы противоэрозионных почвообрабатывающих машин» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1993—2012 йылдарҙа игенселек һәм сәсеү машиналары кафедраһы мөдире, шул уҡ ваҡытта 2002—2008 йылдарҙа һынауҙар буйынса проректор, 2002—2005 йылдарҙа Урал ауыл хужалығы техникаларын һынау үҙәге директоры (Силәбе ҡалаһы)[1].

2012 йылдан хәҙергә тиклем тракторҙар, ауыл хужалығы машиналары һәм игенселек кафедраһы профессоры.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәйес Сәйетғәле улы Рәхимовтың фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре төрлө тупраҡ-климат зоналарында ер эшкәртеү ысулдарын нигеҙләү, ер эшкәртеү һәм сәсеү машиналарын автоматлаштырылған проектлау системаларын булдырыу өсөн конструктив схемаларҙы һәм параметрҙарҙы, һыҙма-техник документацияны һәм математик моделдәрҙе эшләү һәм һәм нигеҙләү; тупраҡ эшкәртеү тәрәнлеген автоматик көйләү һәм контролләү системаларын булдырыу һәм камиллаштырыу. Рәхимов ҡатнашлығында 57 төр тупраҡты төп һәм өҫтәлмә эшкәртеү машиналары эшләнгән. Уның асыштары Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһының һәм БДБ илдәренең предприятиеларына индерелә. Ул шулай уҡ Силәбе өлкәһенең төрлө зоналарында тупраҡтың бысраныу һәм насарайыуы мониторингы буйынса фәнни етәксе булып тора[1][2].

Рәйес Сәйетғәле улы Рәхимов докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса ике махсус совет ағзаһы. Уның етәкселеге аҫтында 3 кеше докторлыҡ диссертацияһы, 14 кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм уларҙың фәнни тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһе производствоға индерелә. Рәхимов 1995 йылдан аграр белем биреү Академияһы академигы һәм 2001 йылдан Халыҡ-ара аграр белем биреү Академияһы академигы. 250 фәнни хеҙмәт, 9 монография авторы, уйлап табыуға һәм файҙалы моделгә 7 авторлыҡ танытмаһына һәм 40-тан артыҡ патентҡа эйә[1].

Фәнни баҫмалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Монографиялары:

  • Практикум по СХМ. 1997, 270 с.; г. Москва, Колос. (авторҙаш)
  • Элементы системы автоматизированного проектирования широкозахватных почвообрабатывающих машин. 1988, 73 с.; Челябинск. (авторҙаш)
  • Агропром: проблемы и опыт. , 0 с.;
  • Машины для интенсификации основной обработки почвы. 1988, 50 с.; Челябинск. (авторҙаш)

Мәҡәләләре:

  • Обоснование схемы и конструктивных параметров почвообрабатывающих машин на основе математич. моделирования. // Вестник ЧГАУ. 15 1996, 16 с.
  • Обоснование схемы и основных конструктивных параметров культиватора для посевной обработки почвы. // Вестник ЧГАУ. 11 1995, 10 с. (авторҙаш)
  • Эффективность плоскорезов- щелевателей. // Земледелие. 6 1989, 4 с. (авторҙаш)
  • Обоснование параметров автоматической системы настройки контроля и регулирования глубины обработки. // Труды ЧИМЭСХ. 1989, 12 с. (авторҙаш)
  • Пути повышения эффективности технологического процесса работы почвообрабатывающих машин. // Труды ЧГАУ. 1991, 5 с.
  • Защита почвы от эрозии и современные почвообрабатывающие машины в системе адаптивно-ландшафтного земледелия Башкортостана. Уфа, 2002 (авторҙаш);
  • Почвообрабатывающие и посевные машины. Челябинск, 2004 (авторҙаш).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]