Таҙ батыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Таҙ батыр

Таҙ батырбашҡорт фольклорының персонажы, Башҡорт халыҡ әкиәттәре геройы.

Яҙылыу тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әкиәттең бер варианты 1951 йылдың 27 ноябрендә К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты студенткаһы Фәриҙә Ишбулатова 41 йәшлек Ишбулатова Ғәзиҙәнән фольклор экспедицияһы барышында яҙып алынған. Яҙылыу урыны: БАССР-ҙың Абҙан районы (хәҙерге ваҡытта юҡ; хәҙер Ейәнсура районы составына ингән), Мырҙабулат ауылы (хәҙерге көндә ауыл юҡ, Абҙан ауылыны ҡушылған. «Башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһының фольклор архивының 3-сө томы»нда нәшер ителгән. (Башҡортостандың төрлө райондары буйлап фольклор экспедицияларының төрлө йылдарҙа тупланған материалдары).[1] Бынан тыш “Таҙ батыр”, “Таҙ менән Һалмауыр”, “Аҡыллы бесәй менән Таҙ” кеүек варианттары билдәле.

Тасүирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ әкиәттәре геройы йыш ҡына әбей менән бабайҙың яңғыҙ улы йә булмаһа өс улдың иң кесеһе була. Йыш ҡына был геройҙың исеме Таҙ батыр исеме була. Был әкиәттең әхләҡк шунда: йыш ҡына кесе ул үҙенең ағалары тарафынан йәберләнә, рәнйетелә, төрлө ауырлыҡтар алдына ҡуйыла, әммә күп ваҡыт ул еңеүсе булып ҡала, ағаларына тейешле һабаҡ ала.[2]

Күпселек әкиәттәрҙә Таҙ изге күңелле, яҡшы ниәттәр менән йәшәгән һантый итеп һүрәтләнә. Әкиәттәрҙә йышҡына яңылыш берәй нәмә эшләй — туңған ҡарсыҡ икән тип, түмәрҙе кейендерә; атҡа тоҙло һыу эсерәм тип, йылғаға тоҙ һала һәм башҡалар. Әкиәттәрҙә ағалары иҫәр тип һанаған Таҙ батыр ысынында зирәк, изге кеше булып сыға һәм үҙ маҡсатҡа ирешә. Әкиәттең йөкмәткеһенә ҡарап, йә тере һыу таба, йә батша кейәүе булып китә, йә булмаһа сит илдең сибәр батшабикәһенә өйләнә.

Таҙ батырға оҡшаған персонаждар башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында ла бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]