Эстәлеккә күсергә

Украина географияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украина географияһы
карта: Украина географияһы
Донъя ҡитғаһы Европа
Регион Көнсығыш Европа
Координаталар 49°00'с.ш., 32°00'в.д.
Майҙаны
Яр буйы оҙонлоғо 2 782 км
Сиктәре 6999,982 км[5][6]

Россия: 2302,04 км[6]
Молдавия: 1222 км[6]
Белоруссия: 975,2 км[6]
Румыния: 613,8 км[6]
Польша: 542,39 км[6]
Венгрия: 136,7 км[6]
Словакия 97,852 км[6]

Иң юғары нөктә 2 061 м (Говерла)
Иң түбән нөктә —5 м (Куяльницкий лиман)
Иң ҙур йылға Днепр (1 121 км)[7]
Иң ҙур күл Ялпуг (149 км²)[7]
Украины картаһы
Украин Карпат тауҙары

Украина географияһы — илдәрҙе өйрәнеүсе фәндең бер өлөшө, ул Украина сиктәрендәге тәбиғәт шарттарын һәм йәмғиәттең территориаль ойошторолоуын өйрәнә. Уның төп бүлектәре булып Украинаның физик һәм социаль-экономик географияһы тора.

Украинаның майҙаны — 603,549 (де-юре)[8] / 576,604 (де-факто)[3] тыс. км².[1]

Ҡоро ер сиктәренең оҙонлоғо — 5643,982 км[5].

Диңгеҙ сиктәренең оҙонлоғо — 1355 км (Ҡара диңгеҙ буйлап — 1056,5 км; Азов диңгеҙе буйлап- 249,5 км; Керчь ҡултығы буйлап— 49 км).[5]
Оҙонлоғо: көнбайыштан көнсығышҡа — 1316 км, төньяҡтан көньяҡҡа — 893 км.

Сиктәге нөктәләр: төньяҡта Чернигов өлкәһенең Гремяч ауылы, көньяҡта — Одесса өлкәһенең Вилково ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа 23 км-ҙа урынлашҡан Дунай дельтаһындағы нөктә (фактик контролдә тотолған территория сиктәрендә[3]) / Ҡырым АР Сарыч мороно (иғлан ителгән территория сиктәрендә[8]), көнбайышта — Карпат арты өлкәһенең Чоп ҡалаһы , көнсығышта — Луганск өлкәһе Червоная Зирка ауылы.

Күрше дәүләттәр (ҡоро ер буйынан): көньяҡ-көнбайышта - Румыния, Молдова, көнбайышта - Венгрия, Словакия, Польша, төньяҡта - Беларусь, төньяҡ-көнсығышында һәм көнсығышында Рәсәй.

  • илдең күп өлөшө Көнсығыш Европа тигеҙлегендә урынлашҡан (майҙандың 95 %). Бында Украина сиктәрендә:
    • уйһыулыҡтар: төньяҡта - Полесье, илдең үҙәгендә - Днепр буйы, көньяҡта - Ҡара диңгеҙ буйы уйһыулыҡтары;
    • ҡалҡыулыҡтар: көнбайышта - Волынь, Подольск, Днепр буйы, Товтры, төньяҡта - Словечанск-Овруч һырттары, көньяҡ-көнсығышта - Донецк һырттары һәм Азов буйы ҡалҡыулығы;
  • тауҙар илдең бәләкәй генә бер өлөшөн тәшкил итә (майҙанының 3 %): Украин Карпаттары (бейеклеге 2061 метрға тиклем), Ҡырым тауҙары (бейеклеге 1545 м).

Бөтөн илдең климаты уртаса-континенталь тип баһалана

Яуым-төшөмдөң йыллыҡ һаны: тигеҙлектә — 300—700 мм, Украин Карпаттарында — 1500 мм-ҙан артығыраҡ.

Һауа температураһы: һауаның уртаса күп йыллыҡ температураһы: ғинуарҙың −1…-6 °C, июлдең +18…+23 °C.

Украинаның иң ҙур йылғалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина территорияһындағы оҙонлоғо, км[7]:

  • Днепр 1121
  • Днестр 925
  • Южный Буг 806
  • Северский Донец 700
  • Горынь 577
  • Десна 575
  • Ингулец 549
  • Псёл 520
  • Случь 451
  • Стыр 424
  • Көнбайыш Буг 401
  • Орель 346

Иң эре күлдәр һәм лимандар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны буйынса, км²:

Күлдәр[7]:

  • Ялпуг 149
  • Кагул (озеро) 90
  • Кугурлуй 82
  • Катлабуг 68
  • Лимандар[7]:
  • Днепр лиманы 800
  • Утлюк лиманы 700
  • Днестр лиманы 360
  • Сасык (Одесса өлкәһе) 210
  • Һөтлө лиман 168
  • Буг лиманы 162
  • Тилигуль лиманы 70 − 150
  • Хаджибей лиманы 70
  • Куяльниц лиманы 60 − 56

Иң ҙур тау түбәләре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейеклек буйынса, диңгеҙ кимәленән м-ҙа:

Украина Карпаттары:

Һоверла 2060,8 м[9]

Бребенескуль 2035,8 м[9]

Ҡара Тау 2020,2 м[9]

Петрос 2020,2 м[10]

Гутин Томнатек 2016,4 м[9]

Ребра 2001,1 м[9]

Илдең тигеҙ ерендә иң бейек тау булып Берда тауы (515 м) һанала, тигеҙлектең уң яҡ ярындағы иң бейек нөктәһе — Мечетная ҡәберлеге (367,1).

Метеорит кратерҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәҙерге моментта Украина территорияһында космик есемдәрҙең төшөүе арҡаһында барлыҡҡа килгән һигеҙ кратер табылған. Ильинецкий кратерынан башҡалары, барыһы ла, күмелгән хәлдә, йәғни ҡалын ултырма тоҡомдар аҫтында ҡалған, һәм улар скважина керндары аша билдәләнгән һәм өйрәнелгән.

  • Болтыш кратеры (Кировоград өлкәһе) — диаметры 25 км, йәше — 100 млн йыл
  • Ильинец кратеры (Винница өлкәһе) — диаметры 300 м, йәше — 400 млн йыл
  • Көнбайыш кратеры — диаметры 4 км, йәше 115 млн йыл
  • Зеленогай кратеры — диаметры 2,5 км, йәше — 120 млн йыл
  • Оболон кратеры (Полтава өлкәһе) — диаметры — 20 км, йәше — 169 ± 7 млн йыл
  • Ротмистров кратеры — диаметры — 2,7 км, йәше — 140 млн йыл
  • Тернов кратеры — диаметры — 12 км, йәше — 280 млн йыл
  • Белилов кратеры — диаметры — 6,2 км, йәше — 166 ± 10 млн йыл