Ху Цзиньтао

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ху Цзиньтао
ҡыт. 胡锦涛
Ху Цзиньтао
Ху Цзиньтао 2012 йылда
Флаг
Флаг
ҠКП-ның Генераль секретары
Флаг
Флаг
15 ноябрь 2002 йыл — 15 ноябрь 2012 йыл
Алдан килеүсе: Цзян Цзэминь
Дауамсы: Си Цзиньпин[1]
Флаг
Флаг
Ҡытай Халыҡ Республикаһы (ҠХР) 6-сы Рәйесе
Флаг
Флаг
15 март 2003 йыл — 14 март 2013 йыл
Хөкүмәт башлығы: Вэнь Цзябао
Вице-президент: Цзэн Цинхун
Си Цзиньпин
Алдан килеүсе: Цзян Цзэминь
Дауамсы: Си Цзиньпин
Флаг
Флаг
ҠКП Үҙәк Комитетының Хәрби Советының 5-се Рәйесе
19 сентябрь 2004 йыл — 15 сентябрь 2012 йыл
Алдан килеүсе: Цзян Цзэминь
Дауамсы: Си Цзиньпин
Флаг
Флаг
3-й ҠКП Үҙәк Комитетының Хәрби Советының 3-сө Рәйесе
Флаг
Флаг
13 март 2005 йыл — 14 март 2013 йыл
Алдан килеүсе: Цзян Цзэминь
Дауамсы: Си Цзиньпин
Флаг
Флаг
ҠХР-ның Рәйесе урынбаҫары
Флаг
Флаг
15 март 1998 — 15 март 2003
Президент: Цзян Цзэминь
Алдан килеүсе: Жун Ижэнь
Дауамсы: Цзэн Цинхун
Флаг
Флаг
Ҡытай коммунистик йәштәр союзының беренсе секретары
декабрь 1984 — ноябрь 1985
Алдан килеүсе: Ван Чжаого
Дауамсы: Сун Дэфу (инг.)баш.
 
Дине: конфуцианство
Тыуған: 21 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[2][3] (81 йәш)
уезд Тайсянь, провинция Цзянсу, Китайская Республика
Супруг: Лю Юнцин[d]
Балалары: Ху Хайфэн[d]
Ху Хайцин[d]
Партия: Ҡытай коммунистар партияһы[d][4]
Белеме: Старшая школа Тайчжоу[d]
Цинхуа университеты
Һөнәре: Инженер-гидротехник
 
Автограф:
 
Наградалары:
Большой крест ордена «Солнце Перу»
Большой крест ордена «Солнце Перу»
Орден Князя Ярослава Мудрого І степени
Орден Князя Ярослава Мудрого І степени
«Нишан-е-Пакистан» ордены
Хосе Марти Милли ордены
Хосе Марти Милли ордены
Ҡалып:Большая лента Национального ордена Мадагаскара

Ху Цзиньтао (ҡыт. трад. 胡錦濤, упр. 胡锦涛, пиньинь: Hú Jǐntāo пиньинь Hú Jǐntāo; 21 декабрь 1942 йыл) — Ҡытай Халыҡ Респуликаһының партия һәм дәүләт эшмәкәре. ҠКП Үҙәк Комитетының генераль секретары (2002—2012), Ҡытай Халыҡ Республикаһының рәйесе (2003—2013), Ҡытай Халыҡ Республикаһының Үҙәк хәрби советы (2005—2013) һәм шул уҡ ваҡытта (ҠКП Үҙәк Комитеты 2004—2012) рәйесе, Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе урынбаҫары (1998), Үҙәк Хәрби Советы рәйесе урынбаҫары (1999), ҠКП Үҙәк Комитеты Политбюроһының даими ағзаһы (14-се саҡырылыш, 1992 йыл), 14-15 саҡырылыш Үҙәк Комитетының 1-се секретары, Үҙәк Комитет ағзаһы (1985), Тибет автономиялы районының ҠКП партия башлығы (1988—1992), Гуйчжоу ҠПК партия комитеты башлығы (1985), Ҡытай комсомол ҮК-ның беренсе секретары (1984—1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милләте буйынса ханлы.

Цзиньтао Ху 1942 йылдың 21 декабрендә Цзянсу провинцияның Тайсянь өйәҙендә тыуған. Ғаиләһе сәй менән сауҙа итә[5][6]. Башҡа сығанаҡ буйынса, атаһы Аньхойҙан хәлле сәй сәнәғәтсеһе була, ләкин улы тыуыуға тулыһынса тиерлек бөлгөнлөккә төшә[7]. Ғаилә тамырҙары менән Аньхой провинцияһы Цзиси өйәҙенә ҡарай[6].

Матбуғатта хәбәр ителеүенсә, әсәһе уға биш йәш булғанда вафат була. Ике туған өләсәһе Лю Бинся тәрбиәләй[5]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, ғаилә ярлы булған, уны ағаһы тәрбиәләй.

Мәктәптә Дэн Сяопиндың буласаҡ кейәүе Чжан Ху менән бер класта уҡый, тип раҫлана[8].

Бер ниндәй протекцияһыҙ 1959 йылда Пекиндағы абруйлыЦинхуа Университетының гидротехника факультетына уҡыррға инә. 1964 йылда гидроэлектростанциялар буйынса махсуслашҡан инженер дипломын ала. Быға тиклем, 1964 йылдың апрелендә, Ҡытай коммунистар партияһына инә.

Үҙе уҡыған факультетының аспирантураһына имтихандарҙы уңышлы тапшырып, унда 1965 йылға тиклем уҡый[9][10]. Бер үк ваҡытта факультеттың политструкторы вазифаһына тәғәйенләнә. 1965—1968 йылдарҙа факультетта ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

1966 йылда Ҡытай "мәҙәни революцияһы"башланғандан һуң политиструктор вазифаһынан бушатыла[9]. Атаһы репрессияға дусар була, уның сәй магазины ябыла[11]. Ху үҙе, «буржуаз сығышлы» мөһөрө менән , 1968 йылда илдең көнбайышындағы ярлы Ганьсу провинцияһына «хеҙмәт тәрбиәһенә» ебәрелә[6][7]. Унда 1968 −1969 йылдарҙа һыу хужалығы һәм электр энергетикаһы министрлығының Люцзя инженер идаралығының төҙөлөш бригадаһында төрлө эштәрҙә эшләй[7][9].

1969 йылдан 1974 йылға тиклем һыу хужалығы һәм электр энергетикаһы министрлығының дүртенсе инженер идаралығында техник һәм бүлек секретары, бүлектең берләштерелгән партия ячейкаһы секретары урынбаҫары була. Янцзы йылғаһының үрге ағымында ике гидроэлектростанция төҙөүҙә ҡатнаша[10].

Ганьсу буйлап күп йөрөй. 1970 йылдар уртаһында инспекция сәфәрҙәренең береһендә уға ҠПК провинциаль комитетының ул саҡтағы секретары Сун Пин иғтибар итә. Ху һәйбәт тәьҫир ҡалдыра һәм һуңғараҡ Ҡытай Коммунистар Партияһының юғары етәкселегенә инә, Сун уның карьера үҫешен ҡурсалай[5][10]. 1970 йылдар уртаһынан Хуның карьераһы күтәрелә башлай.

1974—1975 йылдарҙа Ганьсу провинцияһының төҙөлөш комитетысекретары. 1975—1980 йылдарҙа төҙөлөш комитетының проект-ойоштороу бүлеге мөдире урынбаҫары, 1980—1982 йылдарҙа төҙөлөш комитеты рәйесе урынбаҫары. Бер үк ваҡытта 1982 йылдың сентябренән декабренә тиклем Ганьсу провинцияһының комсомол комитеты башлығы. Ул саҡтағы ҠПК Үҙәк Комитетының генераль секретарының улы Ху Яобана, элекке курсташы, менән осраҡлы осрашыу уны партия элитаһы даирәһенә индерә, тигән фекер бар.[7].


1985 Йылда Ху Цзиньтао ун икенсе саҡырылыш Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты составына индерелә һәм уның иң йәш ағзаһы була. Шул ваҡытта ул ярлы күп милләтле көньяҡ-көнбайыш Гуйчжоу провинцияһының партком башлығы һәм провинция хәрби советы парткомының беренсе секретары итеп тәғәйенләнә. Был ике вазифаны ла 1988 йылға тиклем биләй. Ҡытай провинцияларының иң йәш етәкселәренең береһе була[12]. Гуйчжоуҙа ул баҙар реформалары үткәрә[5].

1986 Йылда Ҡытайҙа студенттар демонстрациялары үтә, ә генсек Ху Яобан уларҙа ҡатнашыусыларҙың талаптарын хуплаЙ. Бынан һуң уны вазифаһынан бушаталар һәм партия хөкөмөнә дусар ителә. Ул саҡта Ху Цзиньтао дөйөм өлгөгә эйәреп, ҡурсалаусыһынан баш тарта[13].

1988 Йылда Тибетта Ҡытайға ҡаршы кәйеф тыуғас, төбәктең яңы етәксеһен тәғәйенләү тураһында мәсьәлә күтәрелә. Ху был вазифаны үҙ ирке менән биләргә мәжбүр була[10]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уны Тибетҡа күсерәләр, сөнки ул милли аҙсылыҡ менән эштә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөрә[14].

1988—1992 Йылдарҙа Тибет автономиялы төбәгенең партия комитеты секретары һәм Тибет хәрби округының партия комитетының беренсе секретары[9]. Ху Тибеттың хәрби хеҙмәт тәжрибәһе булмаған беренсе Ҡытай етәксеһе була[5][14][15]. Тибеттың тау климатын насар кисерә, шуға күрә төбәк менән йыш ҡына уның сиктәренән етәкселек итә. Был Тибет халҡы яғынан ризаһыҙлыҡ сәбәптәренең береһе була[15].

1989 йылдың башында төбәктә күмәк сыуалыштар башлана, уларҙы Ху ҡаты баҫтыра. Хәрби хәл индерелә, ғәскәр файҙаланыла. Демонстранттарға ҡаршы йәш ағыҙыусы газ һәм хәрби патрондар ҡулланыла[5][7][10][12][15]. Бынан тыш, ҡайһы бер тибетлылар, тап Ху абруйлы дини эшмәкәрҙең үлеме артында тора, тип инана. Панчен-лама 1989 йылдың башында (тибет буддистары иерархияһында Панчен-лама унан ҡала икенсе урынды Далай-лама биләй)[7][16][17][18].

Тибеттағы хәл иткес ғәмәлдәр Ҡытай етәксеһе Дэн Сяопиндың иғтибарын йәлеп итә, ул Хуны хуплай[7][10][13]. Тибет сыуалыштарын баҫтырыу шул уҡ йылда Тяньаньмэнь ваҡиғалары өсөн репетиция булып хеҙмәт иткән тигән фекер бар[15][16].

1989 йылдың апрелендә Ху Яобан вафат булғандан һуң, Пекинда демократик рухлы студенттарҙың протест акцияһы көсәйә башлай, июнь башында Тяньаньмэнь майҙанында улар хәрби көс ҡулланып баҫтырыла. Бер нисә йөҙ демонстрант үлтерелә. Тибет Тяньаньмэнь сыуалыштары ваҡытында тыныс ҡала, һәм Ху беренселәрҙән булып үҙәк етәкселеккә «контрреволюцион фетнәне» баҫтырыу буйынса ҡәтғи сараларға ярҙам күрһәтеүҙе белдереп телеграмма ебәрә[6][10][15].

Ҡытай Коммунистар Партияһы өсөн 1989 йылғы ваҡиғалар етди тетрәнеү була һәм Дэн Сяопин етәкселегендәге партия лидерҙарын яңыртыу, йәш, ләкин лояль генераль етәкселәрҙе эҙләргә мәжбүр итә[7][12]. Тяньаньмэнь ваҡиғаларының ҡыҙған мәлендә Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының генераль секретары Чжао Цзыянды ҡулға ала һәм уны Шанхай ҡала комитеты секретары Цзян Цзэмингә алмаштыра. Власть атрибуттарын алғас, Цзян 1997 йылда күп йәһәттән үҙ аллы булмаған, бойондороҡһоҙ сәйәсмән булып ҡала[7]. Хуға килгәндә, ул Ҡытай етәкселәренең «дүртенсе быуын» иң перспективалы вәкиле була. 1980 йылдар аҙағында — 1990 йылдар башында уҡ Дэн Цзяндың потенциаль вариҫы итеп билдәләнә[16][10]. Ху билдәләмәһен Цзянуның вариҫтары Дэндың һуңғы сәйәси мираҫы тип атайҙар[19].

1992 йылда, уның өсөн ауыр Тибет климаты арҡаһында Пекинда эшләгән Хуға Коммунистар партияһының ун дүртенсе съезына әҙерләү менән шөғөлләнергә ҡушыла Был съезда уның элекке ҡурсалаусыһы Сун Пин политбюролағы бөтә вазифалары һәм даими комитеттағы урыны Хуға күсеүҙе алдан килешеп отставкаға китә[10]. 1992 йылда Ху ҠПК Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы ғына түгел, ә уның Даими комитетына инә, шулай уҡ уҡ ҠПК Үҙәк Комитеты секретариатының беренсе ағзаһы була. Политбюрола уға партия төҙөлөшө һәм кадрҙарҙы урынлаштырыу мәсьәләләре өсөн яуап бирергә ҡушыла.

1992 йылдың декабрендә ул шулай уҡ ҠПК Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы партия мәктәбенең ректор вазифаһын биләй[10][9]. Уны туғыҙ йыл дауамында етәкләй. 1992—2002 йылдарҙа ул шулай уҡ партия төҙөлөшө буйынса бәләкәй етәксе төркөмдө етәкләй.

Артабанғы осорҙа, властың юғары эшелонында булып, Ху партияның башҡа лидерҙары менән ҡапма-ҡаршылыҡтарҙан оҫта ҡотолоп ҡала һәм дошмандары булмай. Тап шуның өсөн дә ул ун йыл дауамында[5]Цзяндың вариҫ вазифаһы позицияһын һаҡлап ҡала. Ху өсөн уңышлы карьера асҡысы булып уның, һис шикһеҙ, юғары идаралыҡ күрһәтмәләрен үтәргә әҙер булыуы тора, тип иҫәпләнелә. Сиктән тыш бойондороҡһоҙлоҡтан баш тарта һәм һәр ваҡыт партияның дөйөм һыҙатына буйһона[7][15][10].

1997 йылда ҠКП -ның ун бишенсе съезы йомғаҡтары буйынса биләгән вазифаларына ҡайтанан һайлана. 1998 йылдың мартында ул ҠХР рәйес урынбаҫары итеп һайлана. 1999 йылда 15-се саҡырылыш Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 4-се Пленумында шулай уҡ ҠПК Үҙәк хәрби советы (ЦВС) һәм һуңынан шул уҡ йылда ҠХР-ҙың Үҙәк хәрби советы рәйесе урынбаҫары була.

1999 йылда Милли телевидениела Ху сығышы киң танылыу ала. Ул саҡта Белградта НАТО көстәре менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы илселеге бомбаға тотола. Ху был йәһәттән асыулы телмәр тота һәм Пекинда Аамерика һәм Британия илселектәрендә демонстрациялар үткәреүгә рөхсәт бирә[6][15].

2001 йылдың көҙөндә ул Ҡытайҙың юғары партия вазифаһына кандидат ролен күҙ уңында тотоп, «танышыу» турнеһын үткәрә, Британияға, Францияға, Германияға һәм Рәсәйгә бара, 2002 йылдың яҙында АҠШ-ҡа сәфәр ҡыла.

2002 йылдың ноябрендә 1-се съездан һуңғы (ҠКП-ның XVI съезы) 16-сы саҡырылыш Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты пленумында Ху Цзиньтао ҠПК Үҙәк Комитетының генераль секретары итеп һайлана, был вазифала Цзян Цзэминде алмаштыра. Шул уҡ пленумда Ху Цзиньтаонан тыш Цзян Цзэминь етәкселегендәге ҠПК Үҙәк даими комитетының ҡалған ағзалары отставкаға китә.

Ху Цзиньтао 1949 йылда Мао Цзэдун власҡа килгәндән алып Ҡытайҙың иң йәш лидеры була [51]. ҠПК Үҙәк Комитетының генераль секретары булараҡ, ул Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Үҙәк Хәрби Советы рәйесе урынбаҫары вазифаһын биләүен дауам итә, 2002 йылдың декабренә тиклем партия мәктәбе ректоры булып ҡала. 2003 йылдың мартында Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышы сессияһында Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе итеп һайлана. Ул уҡ ваҡытта Ҡытай Халыҡ Республикаһы Дәүләт Советы премьеры вазифаһындағы Чжу Жунцзиҙы Вэнь Цзябао алмаштыра.

2002—2003 йылдарҙа Ҡытай етәкселәренең «дүртенсе быуын» вәкилдәре партияла һәм дәүләттә етәксе вазифалар биләһә лә, Цзян Цзэминь Үҙәк Хәрби Советы башлығы — Ҡытай халыҡ-азатлыҡ армияһының (НОАК) юғары баш командующий вазифаһын һаҡлап ҡала.

Цзяндан Ху власты тапшырыу процесы 2005 йылға ғына тамамлана: 2004 йылда Ху ҠПК Үҙәк Хәрби һауа көстәре, ә бер йылдан ҠХР-ҙың Үҙәк Хәрби Советы рәйесе була.

Тормош ауырлыҡтары менән таныш булмағанлыҡтан һәм илдең ярлы төбәктәрендә ризаһыҙлыҡ артҡанлыҡтан, Ху крәҫтиәндәрҙең ярлы вәкилдәренә, монгол көтөүселәренә, шахтерҙарға, докерҙарға йөрөй. Ул тыйнаҡлыҡ образын үҫтерә (мәҫәлән, ҡайһы берҙә эшкә велосипедта йөрөй), ентекле планлаштырылған хөкүмәт церемониялары бөтөрөлә. Дәүләт башлығының тыйнаҡлығы һәм изгелеге ҡытайҙарҙың ярлы өлөшө араһында симпатия уята һәм ярлылар менән хәлле кешеләр араһында йәшәү кимәле айырмаһының үҫеүен өлөшләтә тигеҙләнә.

Тышҡы сәйәсәттә Ҡытай етәкселеге Төньяҡ Корея ядро проблемаһын көйләү буйынса алты яҡлы һөйләшеүҙәр алып бара һәм АҠШ һәм Европа менән «сауҙа һуғыштарынан» ҡотола. АҠШ-ҡа тышҡы сәйәси көстәрен туплаған Цзяндан айырмалы рәүештә, ХУ Европа Берләшмәһенә һәм башҡа төбәктәр илдәренә яҡынайтыу юлы менән ҡаршы торорға тырыша. Европалылар яҡынайыуға бармай, уның ҡарауы Венесуэла, Иран, Канада һәм Австралия менән бәйләнештәр яйға һалына.

Ҡытай сәйәсәте һәм Ҡытай-Америка мөнәсәбәттәре өсөн Тайвань темаһы мөһим булып ҡала. Хундың ил башлығы сифатында эш башлар алдынан күҙәтеүселәр, унан Цзян үткәргәнгә ҡарағанда был мәсьәләлә ҡатыраҡ бәйләнеш көтөргә кәрәк ине, тип билдәләй. Һуңынан ҡытай лидеры бер нисә тапҡыр Тайвандың «сепаратистик көстәренә» ҡаршы торорға һәм Көньяҡ Кореяның яңынан ҡушылыуына йүнәлеште дауам итергә хәл итеүҙә тәүәккәллеген күрһәтә. Атап әйткәндә, был сәйәсәтте тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2005 йылдың 14 мартында Ҡытай Халыҡ Республикаһында «Дәүләтте тарҡатыуға ҡаршы тороу тураһында закон» көсөнә инә[20].

Ил эсендә үҙенең сәйәси базаһын булдыра, Ҡытайҙың төрлө өлөштәрендә вазифаларға үҙенең элекке арҡаҙаштарын тәғәйенләй. Был процестың кульминацияһы булып 2007 йылдың октябрендә, Политбюро даими комитетының яңы составының ун етенсе съезында, башлыса Ху союздаштарынан торғаны, раҫланыуы тора. Эксперттар Цзиньтао янында властың һиҙелерлек нығыныуын билдәләй[21].[22].

2008 йылдың 15 мартында Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре съезында Ху Цзиньтао Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйнсе итеп икенсе биш йыллыҡ мөҙҙәткә һайлана. Си Цзиньпин, уның урынына алмашҡа килеүсе, шул саҡта уҡ республика рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. Бынан алда, февралдә, Си Олимпия уйындарына әҙерләнеү өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнә…


Хуны яңынан һайлау Тибет тирәләй көсөргәнешлектең артыуы һөҙөмтәһендә ойошторола. Тибетта, һәм уның башҡа өлкәләрендә, шулай уҡ сит илдәрҙә ҡытайҙарға ҡаршы протест акциялары уҙа. Ҡытай Халыҡ Республикаһында протесттар властар менән бәрелештәргә һәм кеше ҡорбандарына килтерә. Бынан алда, 2007 йылда, Пекин етәкселеге менән Тибет хөкүмәте араһындағы мөнәсәбәттәрҙә сираттағы көрсөк башлана. Осрашыу нөктәһе булып Далай-ламды һәм Тибет буддизмының башҡа иерарҙарын һайлау мәсьәләһе тора: Ҡытай етәкселеге ламдарҙың сираттағы реинкарнацияларын раҫлау хоҡуғын алырға теләй.

2000 йылдар аҙағында Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы көсөргәнешлектең икенсе сығанағы була, унда 2009 йылдың июлендә урындағы ҡытай халҡы менән уйғырҙар араһында бәрелештәр була, шуға Бәйле Ху Хатта "ҙур һигеҙ"илдәре лидерҙарының сираттағы осрашыуында ҡатнашыуҙан баш тартырға мәжбүр була.

Шул уҡ ваҡытта Ху Тайвань менән мөнәсәбәттәрен яҡшыртырға тырыша. Мәҫәлән, 2005 йылда уҡ Тайвань менән ҠХР-ҙың тыныс берләшеүе өсөн «Тайвань халҡының аңына таянып» сығыш яһай. Шунан һуң ҠХР башлығы Гоминьдандың иң эре Тайвань партияларының береһе лидерҙары менән бер нисә тапҡыр осраша (мәҫәлән, 2005 йылдың 29 апрелендә 60 йыл эсендә тәүге тапҡыр ике партияның юғары лидерҙарының осрашыуы була[20]), ә Тайванда власҡа Гоминьдан вәкиле килгәндән һуң Ма Инцзю 2008 йылда ун өс йыл эсендә тәүге тапҡыр ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек өсөн махсус төркөмдәр ойошторола. 2008 йылдың 31 декабрендә Ху мәҙәни һәм коммерция бәйләнештәрен нығытыуҙы, солох килешеүе тураһында һөйләшеүҙәр башлауҙы күҙ уңында тотҡан ҠХР һәм Тайвань мөнәсәбәттәренә ҡағылышлы алты программа тезисы менән сығыш яһай. 2009 йылдың июль аҙағында тарихта Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Тайвань башлыҡтары араһында тура мөрәжәғәтнамә менән алмашыу был йәһәттән символик мәғәнәгә эйә була.

11-се саҡырылыш ҠКП съезының 3-сө пленумына 30 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән ултырышта кешелектең сәйәси мәҙәниәтенең файҙалы емештәрен үҙләштерергә кәрәклеген, әммә сәйәси системаның көнбайыш моделдәрен күсермәҫкә кәрәклеген билдәләй[23].

Яңы Ҡытай ойошторолоуҙың 60 йыллығы алдынан (сент. 2009) Ху Цзиньтао Ҡытай элеккесә үҫешеүсе ил һәм оҙаҡ ваҡыт социализмдың башланғыс стадияһында булып ҡаласаҡ тип күрһәтә[24].

Ху ваҡытында Ҡытай статусын иҡтисади держава булараҡ нығытыу дауам итә. 2011 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы тулайым эске продукт күләме буйынса 5,8 триллион доллар тәшкил иткән Японияны уҙып китә һәм был күрһәткес буйынса АҠШ-тан ҡала икенсе урынға сыға. Башҡа уңыштары ла билдәләнә: Ҡытай тимер юлдарының тиҙлек линиялары оҙонлоғо буйынса донъяла беренсе урынға сыға һәм Африка иҡтисадына әүҙем инвестициялар башлай, был континент илдәренең иң эре сауҙа партнеры була. Ху «гармониялы» йәмғиәт булдырыу маҡсатын иғлан итһә лә, Шанхай төбәгенең генә түгел, Ҡытайҙың үҙәк һәм көнбайыш өлөштәренең иҡтисадын модернизациялау буйынса тырышлыҡтарын туплап, был бурыс үтәлмәй, Ҡытайҙа социаль ҡатламдар үҫеп сыға, ә Ҡытай етәкселеге эске тотороҡлоҡ өсөн хәүефләнеп, армияға һәм полицияға сығымдарҙы арттырырға мәжбүр була, тип билдәләй эксперттар. Бынан тыш, 2008—2009 йылдарҙағы донъя иҡтисади көрсөгөнән һуң Ҡытай иҡтисадының үҫеш темпы әкренәйә: әгәр 1970 йылдан эске тулайым продукт үҫеше йылына 10 проценттан кәм булмаһа, 2012 йылда ул, күҙаллауҙар буйынса, 7,5 процент тәшкил итергә тейеш була. Ҡытай Халыҡ Республикаһының төҙөлөш һәм күсемһеҙ милек баҙарында ла инвесторҙарҙа хәүеф тыуҙырҙы.

Көтөлгәнсә, 2012 йылдың ноябрендә ҠКП-ның XVIII съезында Ху Цзиньтао партия Үҙәк Комитеты составынан отставкаға китә, ә 15 ноябрҙә ҠКП Үҙәк Комитеты пленумында Си Цзиньпин Ҡытай Коммунистар партияһы Үҙәк хәрби советының яңы Генераль секретары һәм рәйесе итеп һайлана (2013 йылда Ху Цзиньтао уға ҠХР рәйесе вазифаһын ҡалдыра). XVIII съезда Ху Цзиньтаоның исеме ҠКП Уставына, ярашлы рәүештә, Мао Цзэдун, Дэн Сяопин һәм Цзян Цзэминьдан һуң, XVI ҠКП съезынан Ҡытай коммунистарының төп вәкиле сифатында индерелә.[22]

2008 йылда Ху Цзиньтао етәкселегендә Пекинда XXIX йәйге Олимпия уйындары үтә, ул шул уйындарҙы аса.


2022 йылдың 22 октябрендә Ху Цзиньтао ҠКП-ның XX съезын ябыу тантанаһында ултырыштар залынан ҡултыҡлап сығарыла. «Синьхуа» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, бының сәбәбе уның һаулығы насар булыуы менән аңлатыла. Ултырыштың йомғаҡлау өлөшөндә ул булмай.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ху Цзиньтао ҡатыны менән
  • Ҡатыны-Лю Юнцин (ҡыт. трад. 劉永清, упр. 刘永清, пиньинь: Liú Yǒngqīng пиньинь Liú Yǒngqīng; . 3 октябрь 1940, провинция Шаньдун) Цинхуа университетын «Энергетик гидроузелдар»һөнәре буйынса 1965 йылда тамамлай Инженер һәм техник булып гидроэлектроэнергетиктар капиталь төҙөлөш һәм ҡаланы планлаштырыу өлкәһендә эшләй.. Ҡытай коммунистик йәштәр союзы структураһында (Йәштәр туристик агентлығы), һуңынан Ҡытай Коммунистар Партияһының Пекин ҡала комитетында эшләй.
  • Улдары-Ху Хайфэн (ҡыт. 胡海峰, пиньинь: Hú Hǎifēng) 1970 йылда тыуған, Цинхуа университетын тамамлай. 1990 йылдан бизнес менән шөғөлләнә. 2008 йылға тиклем аэропорттар өсөн ҙур сканерҙар етештереүсе Nuctech компанияһын етәкләй. Әлеге ваҡытта Tsinghua Holdings корпорацияһының партия ойошмаһы секретары.
  • Ҡыҙы-Ху Хайцин (ҡыт. 胡海清, пиньинь: Hú Hǎiqīng) 1972 йылда тыуған, Шулай уҡ Цинхуа университетын тамамлай. 2003 йылдан билдәле Ҡытай бизнесмены Мао Даолинемдә (ҡыт. 茅道临, пиньинь: Máo Dàolín) кейәүҙә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бриллиантлы Ҙур тәре кавалеры «Перу Ҡояшы» ордены (2008)[25]
  • I дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены (Украина, 2010)
  • Хосе Марти милли ордены (Куба)[26]
  • "Төркмәнстандың Беренсе Президенты Бөйөк Сапарморат Төркмәнбашы"Ордены (Төркмәнстан, 2008 йыл)
  • 2010 йылдың иң абруйлы кешеһе Forbes журналы версияһы буйынса

Һигеҙ изгелек һәм һигеҙ кәмселек[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хайкоу ҡалаһы мәктәптәренең береһендәге баннерҙа «һигеҙ изгелек һәм һигеҙ кәмселек»

2006 йылдың 4 мартында Ху Цзиньтао Ҡытай Халыҡ Республикаһы гражданының әхлаҡи принциптары исемлеген күрһәтә, Ул исем аҫтында билдәле «Һигеҙ яҡшылыҡ һәм һигеҙ етешһеҙлек». Был исемлек йәмәғәт урындарында плакаттарҙа һәм стендтарҙа барлыҡҡа килгән. 2006 йылдың 18 октябрендә хөкүмәт мәғлүмәт агентлығы «Синьхуа» үҙенең веб-сайтында Ху Цзиньтао әмерҙәренең тәржемәһен инглиз теленә баҫтырып сығара:

  • Love the country; do it no harm. (Тыуған илде яратығыҙ; уға зыян килтермәгеҙ.)
  • Serve the people; never betray them. (Кешеләргә хеҙмәт итегеҙ; бер ҡасан да уларға хыянат итмәгеҙ.)
  • Follow science; discard ignorance. (Фәнгә эйәрегеҙ; наҙанлыҡты алып ташлағыҙ.)
  • Be diligent; not indolent. (Тырыш булығыҙ; ялҡау булмағыҙ.)
  • Be united, help each other; make no gains at others' expense. (Берҙәм булығыҙ, бер-берегеҙгә ярҙам итегеҙ ; башҡалар иҫәбенә йәшәмәгеҙ.)
  • Be honest and trustworthy; do not sacrifice ethics for profit. (Намыҫлы һәм ышаныслы булығыҙ; табыш өсөн этика ҡорбан итмәгеҙ.)
  • Be disciplined and law-abiding; not chaotic and lawless. (Тәртипле һәм законға буйһонған бул; тәртипһеҙ һәм законһыҙ булма..)
  • Live plainly, work hard; do not wallow in luxuries and pleasures. (Ябай йәшәгеҙ,тырышып эшләгеҙ.)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Си Цзиньпин избран новым генсеком китайской коммунистической партии
  2. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  3. Hu Jintao // Архив изобразительного искусства — 2003.
  4. 胡锦涛同志简历 (билдәһеҙ)人民日报, 2012.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Jane Macartney. Mr Who? The man of mystery who controls more than a billion people. — The Times, 05.11.2005
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Clifford Coonan. Hu Jintao: The hard man. — The Independent, 16.02.2008
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 Александр Чудодеев. Who есть Ху. — Итоги, 26.11.2002. — № 47 (337)
  8. Человек системы | Номад | 27.01.2003. Дата обращения: 8 июнь 2013. Архивировано из оригинала 28 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 28 ғинуар архивланған.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 Hu Jintao — President of People’s Republic of China, chairman of Central Military Commission. — Xinhua, 15.03.2008
  10. 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 Дмитрий Привалов. Власть «красных технократов». — Труд, 18.03.2003. — № 048
  11. Joe Havely. Getting to know Hu. — Aljazeera English, 19.10.2007
  12. 12,0 12,1 12,2 Bates Gill. The Chinese Regime’s Heir Apparent. — The New York Times, 29.04.2002
  13. 13,0 13,1 Robert Marquand. China’s Hu: well liked, little known. — The Christian Science Monitor, 19.04.2006
  14. 14,0 14,1 Люди. Ху Цзиньтао. — Эхо планеты, 02.11.2001. — № 45-46 (708—709)
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 15,5 15,6 Vickie Maximova. Hu Jintao: Hardliner or liberal? — BBC News, 16.02.2002
  16. 16,0 16,1 16,2 Profile: Hu Jintao. — BBC News, 16.09.2004
  17. The 10th Panchen Lama. — International Campaign for Tibet (savetibet.org), 10.01.2007
  18. Benjamin Kang Lim. Thousands in China pay tribute to late Tibetan lama. — Reuters, 11.02.2008
  19. The End of Senior Politics in China — The Diplomat
  20. 20,0 20,1 10 важных событий, имевших место в Китае со времени 16-го съезда КПК 2013 йыл 28 сентябрь архивланған.
  21. Политический журнал - МИРОВАЯ ПОЛИТИКА — 17-й съезд КПК: укрепление власти и кадровые перестановки. Дата обращения: 9 август 2013. Архивировано из оригинала 21 декабрь 2007 года. 2007 йыл 21 декабрь архивланған.
  22. 22,0 22,1 Архивированная копия. Дата обращения: 22 сентябрь 2013. Архивировано из оригинала 8 июнь 2018 года. 2018 йыл 8 июнь архивланған.
  23. КПК перенимает международный опыт для активизации борьбы с коррупцией
  24. Партийные и государственные руководители Китая посетили выставку «Блестящее 60-летие — выставка достижений за 60 лет образования КНР»
  25. García condecoró a Hu Jintao con la Orden El Sol del Perú(недоступная ссылка) (исп.)
  26. Президент Украины награждён высшей государственной наградой Кубы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]