Хәмитов Рөстәм Зәки улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Хәмитов Рөстәм Зәки улы
Флаг
2-се/-сы етәксе: Башҡортостан Республикаһы Президенты
с 19 июль 2010
Хөкүмәт башлығы: Илембәтов Азамат Фәттәх улы (2011—2012)

(2010—2011 йылдарҙа һәм 2012— хәҙергә тиклем ул үҙе)

Алдан килеүсе: Рәхимов Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы
Флаг
8-се/-сы етәксе: Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе
с 6 август 2012
Президент: ул үҙе
Алдан килеүсе: Илембәтов Азамат Фәттәх улы
Флаг
6-се/-сы етәксе: Башҡортостан Хөкүмәте рәйесе
20 июль 2010 — 19 май 2011
Президент: ул үҙе
Алдан килеүсе: Сарбаев Раил Сәлих улы
Дауамсыһы: Илембәтов Азамат Фәттәх улы
Флаг
1-се/-сы етәксе: Һыу ресурстар буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе
22 март 2004 — 20 май 2009
Хөкүмәт башлығы: Зубков Виктор Алексеевич
Путин Владимир Владимирович
Президент: Путин Владимир Владимирович
Медведев Дмитрий Анатольевич
Дауамсыһы: Марина Валерьевна Селиверстова
 
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты
Фәнни дәрәжәһе: техник фәндәр докторы
Һөнәре: инженер-механик
Тыуған: 18 август 1954(1954-08-18)
Драченино ауылы, Ленинск-Кузнецкий районы, Кемерово өлкәһе, РСФСР, СССР
Атаһы: Зәки Сәлим улы (1930—1993)
Әсәһе: Гөлшат
Балалары: Камил, Нурия
 
Наградалары:
Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең почёт грамотаһы

Хәмитов Рөстәм Зәки улы (18 август 1954 йыл, РСФСР, Кемеров өлкәһе, Ленинск-Кузнецк районы, Драченино ауылы) — Рәсәй сәйәсәтсеһе һәм дәүләт хеҙмәткәре, 2010 йылдың 19 июленән башлап Башҡортостан Республикаһы Президенты[1]. Техник фәндәр докторы.

Тормош юлы[үҙгәртергә]

Хәмитов Рөстәм Зәки улы 1954 йылдың 18 августында Кемерово өлкәһе Драченино ауылында тыуған. Милләте буйынса үҙен башҡорт тип таный [2][3][4], туған теле — башҡорт теле , урыҫ телен юғары кимәлдә ҡуллана, инглиз телендә иркен аралаша ала [5].

Атаһы — Хәмитов Зәки Сәлим улы БАССРҙын Балтас районы Штәнде ауылында тыуған.

1973—1980 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетының «Машиналар ремонтлау» кафедраһы мөдире, ауыл хужалыҡты механизациялау факультеты деканы булып эшләне.

Әcәһе Рәйсә Ғиниәтулла ҡыҙы ғүмер буйы математика уҡытыусы булып эшләне, хәҙер пенсияла. Ҡустыһы — Рәшит, Өфөлә водитель булып эшләй.

Белеме[үҙгәртергә]

  • 1971 йылда Өфө ҡалаһынынң 115 һанлы урта мәктәбен тамалай.
  • 1977 йылда Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын (элек Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник училищеһе) инженер-механик һөнәре буйынса тамамлый. Техник фәннәр докторы.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә]

Хеҙмәт юлын университетты тамалығандан һуң Өфө моторҙар эшләү берләшмәһендә башлый.

ҒаиләҺе[үҙгәртергә]

Өйләнгән, ике балаҺы бар. Ҡатыны - Гөлшат Ғәфүр ҡыҙы, һөнәре буйынса табиб. Улы - Камил Хәмитов. Ҡыҙы - Нурия Хәмитова. Балалары Мәскәүҙә йәшәйҙәр.[7]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]