Волга буйы федераль округы
| ФО үҙәге | Түбәнге Новгород |
|---|---|
| Майҙаны | 1 038 000 км² (Рәсәй халҡының 6,8 % ) |
| Халҡы | 30 241 581 кеше. (Рәсәй халҡының 21,3 % , 2008 й) |
| Ҡала халҡы % . | 70,7 |
| Субъекттар һаны | 14 |
| Ҡалалар һаны | 191 |
| Сәнәғәт этештереү күләме | 1,3 трлн һум. (2002) |
| Йән башына төшкән табыш | 2940 һум. (2002) |
| Президенттың тулы хоҡуҡлы вәкиле | Григорий Рапота |
| Рәсми сайт | http://www.pfo.ru |
Волга буйы федераль округы – 2000 йылдың 13 майында Рәсәй Федерацияһының президенты указы менән барлыҡҡа килгән административ ойошма. Округка Волганың урта һәм өҫкө ағамынында урынлашҡан, шулай уҡ Урал буйы менән Урал тауҙарының көнбайыш битләүенә ҡараған региондар, һәм Үҙәк Рәсәйҙә урынлашҡан ике регион ҡарай.
Ошо округ Рәсәй Федерацияһының 6,08% майҙанын биләй.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Хоҡуҡи-административ торошо
Федераль округ Рәсәй Федерацияһының административ берәмеге булып хисапланмай, йәғни Рәсәй Федерацияһының субъекты түгел[1].
[үҙгәртергә] Халҡы һәм милли составы
2002 йылдағы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәтенә ҡарағанда Волга буйы федераль округында 30 241 581 кеше, проценттар менән күрһәкәндә дөйөм Рәсәй халҡының 21,3% тәшкил итә. Күбеһе ҡалаларҙа йәшәй.
[үҙгәртергә] Милли состав:
- Урыҫтар: 21 148 120 кеше (67,88 %)
- Татарҙар: 4 063 720 кеше. (13,04 %)
- Сыуаштар: 1 417 228 кеше (4,55 %)
- Башҡорттар: 1 349 633 кеше (4,33 %)
- Мордва халҡы: 655 926 кеше. (2,11 %)
- Удмурттар: 560 764 кеше (1,8 %)
- Марийҙар: 511 919 кеше (1,64 %)
- Украиндар: 401 614 кеше (1,29 %)
- Ҡаҙаҡтар: 228 016 кеше (0,73 %)
- Коми-пермяктар: 106 643 кеше (0,34 %)
- Әрмәндәр: 105 073 кеше (0,34 %)
- Белорустар: 94 158 кеше (0,30 %)
- Әзербайджандар: 84 183 кеше (0,27 %)
- Үҙ милләтен күрһәтмәгән кешеләр — 78 535 кеше (0,25 %)
- Немец халҡы: 71 460 кеше (0,23 %)
- Еврейҙар — 29 618 кеше (0,09 %)
Волга буйы федераль округында дөйөм рәсәй иҫәбен алғанда сәнәгәт етештереүе 23,9% тәшкил итә – был иң юғары күрһәткес (икенсе урында Үҙэк федераль округ ). 2005 йылдың II кварталында, ауыл хужалығы таурҙары етештереү буйынса Волга буйы федераль округы, дөйөм рәсәй кимәленән, 24,7% ауыл хужалығы таурҙарын етештергән. Был округ 15,3% инвестициялар йәлеп иткән (дөйөм рәсәй инвестицияларынан).
[үҙгәртергә] Иң ҙур ҡалалары
- Түбәнге Новгород
- Ҡаҙан
- Һамар
- Өфө
- Пермь
- Һарытау
- Тольятти
- Ижевск
- Ульяновск
- Ырымбур
- Яр Саллы
- Пенза
- Киров
- Чебоксар
- Саранск
- Стәрлетамаҡ
- Йошкар-Ола
- Дзержинск
- Орск
[үҙгәртергә] Округтың составы
Федерация субъекты Административ үҙәк
Башҡортостан республикаһы Өфө
Киров өлкәһе Киров
Мари Эл республикаһы Йошкар-Ола
Мордовия республикаһы Саранск
Нижегород өлкәһе Түбәнге Новгород
Ырымбур өлкәхе Ырымбур
Пенза өлкәхе Пемза
Пермь крайы Пермь
Һамар өлкәһе Һамар
Һарытау өлкәһе Һарытау
Татарстан республикаһы Ҡаҙан
Удмурт республикаһы Ижевск
Ульяновск өлкәһе Ульяновск
Сыуаш республикаһы Чебоксар
[үҙгәртергә] Иҫкәртмә
- ↑ Российская Федерация состоит из республик, краев, областей, городов федерального значения, автономной области, автономных округов — равноправных субъектов Российской Федерации (Конституция РФ, ст.5, п.1)