Хәҙис

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Хәҙистәр битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Хәҙистәр —— Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөръәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәре, дини йолалар хаҡында әйткәндәре, тапҡыр һүҙҙәре.

Мөхәммәт пәйғәмбәр вафат булғас, ислам ғалимдары был һүҙҙәрҙе яҙып алғандар, хәҙистәр тип ҡулъяҙма китаптар рәүешендә таратҡандар, уларға аңлатма биргәндәр. Шулай итеп, изге Ҡөръән китабынан ҡала, ислам дине тәғлимәтен аңлатҡан Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең төплө, изгелекле һәм хикмәтле һүҙҙәре хәҙистәр исемендә иң әһәмиәтле китапҡа, дин өйрәтмәләренә әйләнгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]