Яҡуп (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Яҡуп — төрки халыҡтар араһында ғәрәптәрҙән таралған ир-ат исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп — «ҡаршылыҡ белдереүсе», «егәрле, хәйләкәр», «игеҙҙең һуңғыһы» мәғәнәләрендәге ир балаларға ҡушылған мосолман исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп Ҡолмой (7 сентябрь 1918 йыл — 11 октябрь 1994 йыл) — башҡорт совет шағиры, журналист. 1940 йылдан — КПСС, 1944 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙниәт хеҙмәткәре (1978) һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1988).

Яҡуп Йыһангир улы Чанышев (27 февраль 1892 йыл — 6 ноябрь 1987 йыл) — хәрби эшмәкәр, генерал-лейтенант (1944). 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры.

Яҡуп ибн Ноғман әл-Болғари — тарихсы, ҡазый.

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы (24 июнь 1948 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2020), Жәлил Кейекбаев (2006) һәм Муса Гәрәев (2012) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).

Яҡупова Мәүлиҙә Мөхтәр ҡыҙы 25 ноябрь 1952 йыл) — журналист һәм дәүләт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Һайлау комиссияһы Аппараты етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Яҡупов Ғилман Ғирфан улы (20 март 1925 йыл — 11 февраль 2012 йыл) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). Хәйбулла районының почётлы гражданы (2007).

Яҡупов Нәзим Мөхәмәтйән улы (7 июль 1928 йыл — 20 февраль 2009 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1956 йылғы Венгрия ваҡиғаларында ҡатнашыусы, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1957). Тарих фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Украина ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1987).

Топонимикала[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп (Силәбе өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районындағы ауыл. Шумово ауыл биләмәһе составына инә.

Яҡуп (Кушнаренко районы) — Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районындағы ауыл

Яҡуп (Көйөргәҙе районы) — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районындағы ауыл

Яҡуп (Ҡариҙел районы) — Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районындағы ауыл

Әҙәби герой[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡуп — Мостай Кәримдең «Ҡара һыуҙар» поэмаһында тол ҡатындың ире, һатлыҡ йән.

Яҡуп — Зәйнәб Биишеваның «Өс таған» повесындағы образ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ