Әһеле Бәйт хәҙисе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әһеле Бәйт хәҙисе
 Әһеле Бәйт хәҙисе Викимилектә

Әһеле Бәйт хәҙисе йәки әл-кисә хәҙисе — шиғый ислам дин тәғлимәтен нигеҙләүҙә төп роль уйнаған хәҙистәрҙең береһе.

Тәтһир аяты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был хәҙис Тәтһир аятына аңлатманан тора һәм шиғый китаптарында ғына түгел, бик күп сөнни йыйынтыҡтарында ла килтерелә. Атап әйткәндә, хәҙис үҙендә Тәтһир аятында кемдең «кәмселектәрҙән пакланған» тип әйтелгәнен аңлатып бирә һәм Әһеле Бәйт күҙҙә тотолғанын күрһәтә[1].

Хәҙис тексы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был хәҙис Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең бер нисә ҡатыны — Сафия, Өммө Сәләмә һәм Ғәйшә бинт Әбү Бәкер тарафынан тапшырылған[2].

Әл-кисә хәҙисенә ярашлы, Мөхәммәт Пәйғәмбәр үәхи төшөрөн тойоп, үҙе янына Әһеле Бәйтте саҡырырға ҡуша. Али ибн Әбү Талип, ҡыҙы Фатима, ейәндәре Хәсән һәм Хөсәйен килгәс, Мөхәммәт Пәйғәмбәр уларҙы үҙенең ҡара кейеме менән ҡаплай ҙа (әл-кисә): «Раббым! Улар — минең ғаиләм! Мөхәммәткә һәм Мөхәммәт нәҫеленә фатихаңды бир», — тип әйтә. Шунан һуң Әл-Әхзәб сүрәһенән утыҙ өсөнсө аяттың киләһе өлөшө иңдерелә (Тәтһир аяты):

« Ий һеҙ, Рәсүл өйө әһелдәре, Аллаһ һеҙҙе гонаһтарҙан араларға, кәмселектәрҙән пакларға ғына теләй (33:33)[3]. »

«Кисә» төшөнсәһенең мәғәнәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кисә» һүҙе ғәрәпсә «күлдәк», «кейем» тип тәржемә ителә. Ул Ҡәғбәне ҡаплай торған япма — Кисүә термины менән тамырҙаш[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Алмат Абсаликов. Истинность шиизма. Кум, «Ансариан», 2005, стр. 157—169.
  2. Там же, стр. 157—159.
  3. Коран, перевод М.-Н. Османова, сура 33, аят 33.
  4. Х. К. Баранов. Арабско-русский словарь, под редакцией В. А. Костина, издание третье, Москва, 2007, стр. 689.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Алмат Абсаликов. Истинность шиизма. Кум, «Ансариан», 2005.
  • Коран, перевод М.-Н. Османова.
  • Х. К. Баранов. Арабско-русский словарь, под редакцией В. А. Костина, издание третье, Москва, 2007