"Башкирский Ранний" виноград сорты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
"Башкирский Ранний" виноград сорты
Ил  Рәсәй
Төҫ Ҡара төҫ

Башкирский ранний —  виноград сорты,   Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты селекционеры Л.Н. Стреляева сығарған.

Сорттың тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә өлгөрөүсе «Башҡортостан» виноградының сәскәһе ҡатын-ҡыҙ енесле. Бик иртә сәскә ата. Башҡа иртә сәскә атыусы Альфа, Зилга кеүек сорттар менән берлектә ултыртабыҙ. Яһалма өҫтәмә һеркәләндереү үткәрелә.

Тәлгәштәре ваҡ, көпшәк, уртаса ауырлығы 27,7 г.

Емештәре, ваҡ, йоморо, ҡара-миләүшә, ауырлығы яҡынса 0,8 г., тышы тығыҙ. Һутлы йомшаҡ, тәме әскелтем. Уртаса уңыш гектарынан 140 центнер, максималь — 190.

Шәкәрлелеге 14,3 %, әселеге литрына 1 грамм. Күп тармаҡлы, емеш ботаҡтары 6-ға етә. 1,5 метрға 2,5 метр аралығында ултыртыла.

Ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға юғары кимәлдә тотороҡло сорт.

Һыуыҡтарға бирешмәй, түбән температураларға яҡшы яраҡлашҡан. Урал төбәге өсөн тәҡдим ителгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]