«Ватан өсөн һәләк булыусыларға» мемориалы (Аҙау)
Мемориаль комплекс | |
«Ватан өсөн һәләк булыусыларға» мемориалы
| |
Ил | Рәсәй, |
Адрес | Аҙау ҡалаһы, Еңеү майҙаны |
Проект авторы | Г. В. Иванов, Н. А. Хазагерова |
Төҙөлгән ваҡыты | 1971 йыл |
Статус | дәүләттеке |
«Ватан өсөн һәләк булыусыларға» мемориалы — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһындағы мемориаль комплекс. 1971 йылдың 9 майында асылған. Ике гранит стела һәм мәңгелек уттан ғибәрәт.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Аҙау ҡалаһының көньяҡ-көнбайыш ситендә, зыярат артында, концлагерҙа язалап үлтерелгән кешеләр күмелгән урын бар. Шунда уҡ 1942 йылда Аҙауҙы обороналағанда һәләк булған һалдаттарҙы, 3207-се госпиталдә яраларынан үлгәндәрҙе, 1943 йылда Аҙауҙы азат иткәндә һәләк булған 44-се армия һуғышсыларын һәм командирҙарын ерләйҙәр. Яйлап ҡалала туғандар ҡәберлеге барлыҡҡа килә. Һуғыштан һуң был урында ҡулына байраҡ тотҡан һалдат һыны рәүешендә типлаштырылған һәйкәл ҡуйыла.
1969 йылда һәләк булған һуғышсыларға һәйкәлде яңыртырға, яңы майҙанда мемориаль комплекс төҙөргә ҡарар ителә. «Ростовгражданпроект» инженерҙәре Г. В. Иванов һәм Н. А. Хазагерова мемориал проектын әҙерләйҙәр.
Туғандар ҡәберлегенән һуғышсыларҙың мәйеттәрен бында күсереп ерләргә ҡарар итәләр, туғандар ҡәберлеге барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғыш барған ерҙәрҙән алынған тупраҡ менән капсуланы урынлаштырыу өсөн һәйкәлдә нишалар эшләйҙәр. Аҙауға Севастополдән, Волгоградтан, Новороссийсктан, Дондағы Ростовтан, Новобатайсктан, Павел-Очаковтан, Аҙау районының Обуховка утарынан, Төньяҡ Кавказдан, 1942 йылда аҙаулылар Л. В. Кондратьев һәм А. П. Кириченко һуғышта ҡатнашҡан 403,3 һәм 429,6 м бейеклектәренән тупраҡ килтерелә.
«Ватан өсөн һәләк булыусыларға» мемориалы яңы Еңеү майҙанында 1971 йылдың 9 майында асыла. Ул ике гранит стеланан ғибәрәт. Һуңғараҡ уларға дүрт яҡтан 1918—1920 һәм 1941—1945 йылдар һуғышсыларының барельефы, ураҡ һәм сүкеш менән винтовка урынлаштырыла. Эргәһендә мәңгелек ут яна. Утлы факел Новочеркасск ҡалаһында тоҡандырыла, аҙаҡ уны бронетранспортерҙа подполковник Г. К. Волков Аҙауға илтә. 1989 йылда Мәңгелек ут янында мемориаль таҡталар ҡуйыла. Ундағы текста Мемориал Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән 44-се Армия һуғышсыларына, 1943 йылда Аҙау эргәһендә һәләк булған һуғышсыларға, 1918—1920 йылдарҙа Аҙау ҡалаһындағы үлем лагерында язаланған ҡыҙылармеецтар һәм ҡыҙыл гвардиясылар иҫтәлегенә, 1920 йылда ҡаланы азат иткәндә һәләк булған 14-се Инза революцион дивизия һуғышсыларына арналыуы тураһында бәйән ителә.
1983 йылда мемориалға реконструкция үткәрелә, стелалағы аҡ мәрмәр ҡыҙыл-көрән гранит менән, «Мәңгелек ут» алдыры йәшел лавр веноклы йондоҙға алмаштырыла. Стелаларҙа аҡ гипслы барельефтар, ә 1989 йылда иҫтәлекле таҡталар ҡуйыла.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михайлушкин П., Мемориал Славы /П. Михайлушкин //Приазовье. — 1983. — 18 декабря.
- Федотова Т. Мемориал «Павшим за Родину» и площадь Победы в городе Азове /Т. Федотова //Азовская неделя. — 2010. — 6 мая. — С. 3.