«Григорий менән Аксинья» скульптура композицияһы
Һәйкәл | |
«Григорий менән Аксинья» скульптура композицияһы
| |
Ил | Рәсәй |
Станица | Вёшенская |
Скульптор | Н. В. Можаев |
Бейеклеге | 6,5 м |
Материал | бронза |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6130567000 |
«Григорий менән Аксинья» скульптура композицияһы Вешенская станицаһында Дон йылғаһы буйында урынлашҡан. Скульптор Н. В. Можаевтың һәйкәле Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» роман-эпопеяһы мотивтары буйынса эшләнгән һәм уның төп ике төп геройына — Григорий Мелехов менән Аксинья Астаховаға бағышлана.
Һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Скульптура композицияһы «Тымыҡ Дон» романы эпизодтарының береһен һүрәтләй. Юҡҡа ғына монумент Дондың бейек ярына урынлаштырылмаған. Ялан аяҡлы, киң итәк һәм шлычка кейгән Аксинья утар яғына көйәнтә элеп бара. Атлы Григорий уны оҙата. Скульптор Григорийҙың күрше Аксинья менән дуҫтарса әңгәмәләшеп, шаяртып уның юлына ҡаршы сыҡҡан мәлен һүрәтләй. Монументтың бейеклеге 6,5 метрға етә[1].
«Тымыҡ Дон»дың бронзала һүрәтләнеш алған өлөшө:
Аксинья примиряюще улыбнулась и сошла со стежки, норовя обойти коня. Григорий повернул его боком, загородил дорогу.— Пусти, Гришка!
— Не пущу.
— Не дури, мне надо мужа сбирать.
Григорий, улыбаясь, горячил коня: тот, переступая, теснил Аксинью к яру.
— Пусти, дьявол, вон люди! Увидют, что́ подумают?
Она метнула по сторонам испуганным взглядом и прошла, хмурясь и не оглядываясь.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәйкәл проекты 1957 йылда скульптор Н. В Можаев тарафынан эшләнә. Шулай уҡ уның менән бергә Э. М. Можаева, В. Г. Десятничук, В. И. Волошин, Г. Холодный эшләй[2]. Эскиздар Михаил Шолоховҡа, «Тымыҡ Дон» авторына күрһәтелә. Яҙыусы композицияға ҡайһы бер үҙгәрештәр индерә. Конус формаһындағы биҙрәләрҙе (цебарка) цилиндр рәүешендәгеһенә, ә ғәрәп атын Дон атына алмаштырырға кәңәш бирә. Проект 26 йылдан һуң ғына тормошҡа ашырыла. Монумент 1983 йылда Дондағы Ростовтың йылға вокзалы ҡаршыһындағы ял базаһына ҡаршы асыла. 1995 йылда дөйөм ауырлығы 12 тонна булған Шолохов персонаждары Михаил Александровичтың бәләкәй ватанына — Вешенская станицаһына, романдағы ваҡиғалар барған ергә күсерелә[3].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Описание Скульптурная композиция "Григорий и Аксинья" . Rutraveller. Дата обращения: 3 март 2017. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
- ↑ Памятники литературным героям . Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. Дата обращения: 3 март 2017.(урыҫ.). Государственный музей-заповедник М. А. Шолохова. 3 март 2017 тикшерелгән.
- ↑ Ой ты, наш батюшка тихий Дон! Библиотека Шадринского государственного педагогического университета. Дата обращения: 3 март 2017. 2017 йыл 12 февраль архивланған.(урыҫ.). Библиотека Шадринского государственного педагогического университета. 3 март 2017 тикшерелгән.