Эстәлеккә күсергә

«Казак даны ҡурғаны» мемориаль комплексы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

«Казак даны ҡурғаны» мемориаль комплексыРәсәйҙең Ростов өлкәһе, Волгодонск ҡалаһында урынлашҡан скульптура композицияһы.

Тарихы һәм һүрәтләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мемориаль комплекс 2008 йылдың 4 ноябрендә асыла. Волгодонскка ингән ерҙә, Сухо-Соленовск ҡултығының иҫке һәм яңы ҡаланы бүлеп торған текә уң ярында урынлашҡан. Комплекс авторҙары — яҙыусы Владимир Карпенко менән скульптор, Рәсәй Яҙыусылар берлеге ағзаһы Егор Дердиященко.

Мемориаль комплекста төп урын Яков Бакланов һәйкәленә бирелә. 8 йәшендә Яков атаһының полкы менән Бессарабияға юллана. Был буласаҡ Рәсәй империяһы геройының поход тормошоноң башы була. Бакланов походтарҙа 30 йылдан ашыу ҡатнаша.

Легендар казак генералы Яков Бакланов ― милли герой, һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн алтын ҡорал менән бүләкләнә , Изге Анна хәрби орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.

Архитектура-скульптура композицияһы, йәнәһе, казак шашакаһы менән урталай бүленгән 10 метр бейеклегендәге ҡурғандан ғибәрәт. Тап шундай сабыу Кавказ һуғышының билдәле геройы, бер һелтәүҙә дошманын эйәргәсә урталай сапҡан атаман Яков Бакланов хөрмәтенә «бакланов сабыуы», тип атала. Төрөктәр уны — Батман-Клас (ярты ботлоҡ ҡылыҡлы батыр), ә кавказдар Баклю, тип йөрөткән.

Шулай уҡ урталай сабылған ҡурған казактарҙың «ҡыҙылдар»ға һәм «аҡтар»ға бүленеүен символлаштыра.

Скульптура композицияһы артында бетондан эшләнгән биш метрлы ҡурған тора, уның киҫелешендә Дон казактарының бөтөн йәшәйеш тарихын күрергә мөмкин. Тарихтың һәр этабы рельефлы итеп һүрәтләнгән.

Бетон плитала данлыҡлы биш Дон атаманының (Сары-Азман, Ермак, Платов, Булавин һәм Денисов) барельефы ҡуйылған. Шулай уҡ унда Донда төрлө ваҡытта йәшәгән ҡәбиләләрҙең (скифтар, сарматтар, һундар, аландар, казылар һ.б.)атамалары соҡоп яҙылған. Шулай уҡ тарихи даталар, батшаларҙың һәм тарихсыларҙың, ҡорамдарҙы емереү картиналары күрһәтелгән.

Ҡурған менән Бакланов һәйкәле араһында, юл ығайы ғына шапка һәм казак эйәре «ташланған». Уға билдәле Дон яҙыусыһы М. Шолохов[1] тарафынан яҙылған легендар «Тымыҡ Дон» романынан цитата мәңгеләштерелгән.

Бынан тыш, скульптура композицияһына өс кимәлле, айырым ултырыусы бина инә. Унда картиналар галереяһы, Дон казактары музейы һәм үҙенең Кремдәге аҙашын өс тапҡырға артып киткән Царь-колокол урынлашҡан[2][3][4].