«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы
«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 май 1940 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | ураҡ һәм сүкеш[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Алтын Йондоҙ» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Герой әсә» ордены |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һаны | 20 613 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Социалистик Хеҙмәт Геройҙары |
«Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы Викимилектә |
«Ураҡ һәм сүкеш» алтын миҙалы— СССР-ҙа Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына тапшырылған айырым отличие билдәһе. Был юғары исемгә лайыҡ булыусыларға шулай уҡ СССР-ҙың юғары наградаһы — Ленин ордены һәм СССР Юғары Советы Президиумы грамотаһы тапшырыла.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылдың 22 майында СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 22 майындағы Социалистик Хеҙмәт Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында Указына ярашлы булдырыла. Барыһы «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы менән — 20 605 кеше, ике тапҡыр — 205 кеше, 16 кеше — өс тапҡыр бүләкләнгән.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсми тасуирламаға ярашлы, «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы осло йондоҙҙан ғибәрәт, уның алғы яғында ике ҡырлы шыма нурҙар төшөрөлгән, миҙалдың уртаһында — рельефлы ураҡ һәм сүкеш һүрәте, йондоҙҙоң диаметры — 33,5 мм, ураҡ һәм сүкештең тотҡаһынан үрге нөктәгә тиклем — 13 һәм 14 мм. Миҙалдың артҡы яғы шыма, контур буйлап нәҙек күтәрмә менән сикләнгән. Артҡы яғында ҡабарынҡы хәрефтәр менән — «Герой Социалистического Труда» яҙыуы. Йондоҙҙоң үрҙәге нурында миҙалдың һаны күрһәтелгән.
Миҙалдың эскизын 1931—1937 йылдарҙағы СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының баш архитекторы Мержанов Мирон Иванович[1] эшләгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында алтынға ялатылған бәләкәй генә ҡалыпҡа беркетелгән. Ҡалып көмөштән эшләнә, формаһы — 15 мм бейеклегендәге һәм 19,5 мм киңлегендәге тура мөйөшлө пластинка, өҫкө һәм аҫҡы өлөштәрендә рамкалары бар. Ҡалыптың эске өлөшө ебәр муар таҫма менән ҡапланған, төҫө ҡыҙыл, киңлеге — 20 мм. Ҡалыптың артҡы яғында кейемгә беркетеү өсөн гайкалы һырлы штифт. Миҙал 950-се пробалы алтындан эшләнгән һәм ҡалыпһыҙ 15,25 грамм тарта.
Социалистик Хеҙмәт Геройының «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы СССР ордендары һәм миҙалдары өҫтөнән күкрәктең һул яғында йөрөтөлә.
-
СССР-ҙы поста маркаһы, 1946 йыл
-
Социалистик Хеҙмәт Геройҙары портреттары янында миҙалдың һүрәте. Ленинград, 1984 йыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 50—51. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 18—20, 55.