Эстәлеккә күсергә

Ҡазбулатова Рәйсә Рәйес ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдуллина Рәйсә Рәйес ҡыҙы битенән йүнәлтелде)
Ҡазбулатова Рәйсә Рәйес ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 март 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})[1] (58 йәш)
Тыуған урыны Сыуалкип ауылы, Шишмә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө филолог, журналист
Эш урыны БСТ
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ҡазбулатова (Абдуллина) Рәйсә Рәйес ҡыҙы (8 март 1966 йыл) — тележурналист, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының нәфис программалар бүлеге етәксеһе. 2015 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).

Рәйсә Рәйес ҡыҙы Ҡазбулатова (ҡыҙ фамилияһы Абдуллина) 1966 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Сыуалкип ауылында тыуған.

1983 йылда Өфөләге 1-се интернат-мәктәпте (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) тамамлай һәм Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.

Юғары һөнәри белем алғас, үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылындағы 2-се урта мәктәптә уҡытыусы булып башлай һәм бында 1996 йылға тиклем башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

1996 йылда Башҡортостан радиоһының республиканың көньяҡ төбәге буйынса үҙ хәбәрсеһе итеп эшкә саҡырыла һәм был вазифала алты йыл хеҙмәт һала.

2002 йылдан хәҙерге көнгәсә «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының телевидение студияһында эшләй. «Нәҙер», «Арҡайым», «Майҙан», «Автограф», «Үткән ғүмер», «Бай баҡса», «Ҡурай даны» һәм башҡа тематик тапшырыуҙарҙы әҙерләүсе. Уларҙан тыш «Илһам төнө», «Юлдар йыры», «Илгиҙәр», «Магистрали судьбы», «Огненный танкист», «Последний из тринадцати», «Последняя высота» исемле документаль фильмдар авторы.

2015 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы.

2016 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016)
  • Рәсәй Журналистар союзының Маҡтау грамотаһы (2021)