Абдулов Шакир Ғәфиәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абдуллов Шәкир Ғәфиәт улы битенән йүнәлтелде)
Абдулов Шакир Ғәфиәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1896
Тыуған урыны Тарҡаҙы ауылы, Йәрмәкәй районы
Вафат булған көнө 1952
Вафат булған урыны Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Абдулов Шакир Ғәфиәт улы (1896 йылда, Тарҡаҙы, Өфө губернаһы — 1952 йыл) — партия һәм дәүләт эшмәкәре. РКП(б)ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдулов Шакир Ғәфиәт улы 1896 йылда Өфө губернаһының Тарҡаҙы ауылында тыуған.

1915 йылдан алып 1917 йыл буйына рус армияһында хеҙмәт итә.

1919 йыл-1920 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.

1920 йылдан алып — Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантон Советы башҡарма комитеты секретары.

1927 йылдың июлендә — Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны советының башҡарма комитеты рәйесе.

1927 йылдың 23 июленән алып 1929 йылдың апреле бөткәнсе — Башҡорт АССР-ы эске эштәр халыҡ комиссары.

Абдулов Шәкир Ғәфиәт улы 1952 йылда вафат булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аминев Т. И. Абдулов, Шакир Гафиятович//Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан. — Уфа: Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Уфимский полиграфкомбинат, 2010. — 200 с. ISBN 878-5-85051-504-1.