Эстәлеккә күсергә

Абрамычева Нина Ивановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нина Ивановна Абрамычева
Файл:AbramishevaMI.jpg
Тыуған көнө

16 июнь 1926({{padleft:1926|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Вафат булған көнө

22 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (21 йәш)

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Наградалары һәм премиялары
Социалистик Хеҙмәт Геройы — 1948
Ленин ордены — 1948

Абрамычева Нина Ивановна (16 июнь 1926 йыл22 февраль 1948 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы. 1941—1948 йылдарҙа Баҡалы районы «Красный пахарь» колхозы баҫыусыһы һәм звено башлығы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948, үлгәндән һуң).

Нина Ивановна Абрамычева 1926 йылдың 16 июнендә Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Михайловка ауылында[1][2] (Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Дияш ауылында 7 класты тамамлай.

1941 йылда Баҡалы районы «Красный пахарь» колхозында эшләй башлай. 1947 йылда 10 кешенән торған звеноның звено етәксеһе булып һайлана. Уның звеноһы 8 гектар майҙанда гектарынан 30-ар центнер арыш йыйып алыуға өлгәшә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 2 апрелендәге Указы менән Н. И. Абрамычеваға, 8 гектар майҙанда гектарынан 30-ар центнер арыш йыйып алған өсөн, Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә (үлгәндән һуң).

Нина Ивановна Абрамычев 1948 йылдың 22 февралендә ҡапыл вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948)
  • Ленин ордены (1948)
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы (1948)
  • Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.