Эстәлеккә күсергә

Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 декабрь 1972({{padleft:1972|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Торна, Урғыш ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]

Абрарова Зинира Фоат ҡыҙы (16 декабрь 1972 йыл) — философ, социолог. Философия фәндәре кандидаты (2011). Доцент[1]. Социология магистры (2012). РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек академияһы Маҡтау ҡағыҙы (2007)[2].

Зинира Фоат ҡыҙы Абрарова 1972 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Торна ауылында тыуа. Урта мәктәптән һуң Бөрө дәүләт педагогия институтында белем ала һәм уны 1996 йылда тамамалай. 2004—2006 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының Философия һәм социология факультеты деканатының әйҙәүсе инженеры булып эшләй. Һуңынан 2008 йылға тиклем РФ Эске эштәр минитсрлығының Иҡтисади именлек академияһының уҡыу-методика бүлеге мөдире була. Артабан ике йыл ҡабат БДУ-лағы үҙ эшенә кире ҡайта. 2011 йылдан ошо уҡ уҡыу йортоноң Ҡулланма һәм тармаҡ социологияһы кафедраһының өлкән уҡытыусыһы, Философия һәм социология факультеты деканының тәрбиә[2], фән[3] эше буйынса урынбаҫары.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зинира Фоат ҡыҙының фәнни эшмәкәрлеге мәҙәниәт социологияһын тикшереүгә бағышлана. 15 ғилми хеҙмәт авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФ Эске эштәр министрлығының Иҡтисади именлек академияһы Маҡтау ҡағыҙы (2007).
Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының рәхмәт хаты (2007).
«Мәғарифты үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн» миҙалы (2008).
«Рәсәйҙең киләсәге — һәләтле балалар» энциклопедияһы ҡатнашыусыһы, «Уҡытыусы» номинацияһы димломы (2008).
Башҡорт дәүләт университетының Маҡтау ҡағыҙы (2011)[2]