Авил мәмерйәһе
Авил мәмерйәһе | |
---|---|
Ил | |
Авил мәмерйәһе — Ростов өлкәһе Белая Калитваның Авил тауҙарында урынлашҡан мәмерйә[1].
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авил тауҙары Донецк һырттарының бер өлөшө булып тора. Тау Калитва йылғаһының ярында урынлашҡын. Йылға яғынан тауҙар текә ҡаялы, ә ҡая башында — Авил мәмерйәһе.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авил атамаһына мәмерйә элек Рыгинск мәмерйәһендә йәшәгән, һуңынан Авил мәмерйәһенә күсенеп, унда 20 йыл ғүмер иткән аҡһаҡал Авил хөрмәтенә эйә була. Был кеше, риүәйәттәр буйынса, күрәҙәсе булған, киләсәкте әйтеп биргән, урындағы халыҡтың күпселеге уға кәңәшкә йөрөгән. Петр I заманында был урынды һыу баҫа һәм ташҡын ваҡытында Авил ҡартты мәмерйәнән алалар. Уның артабанғы яҙмышы тураһында бик аҙ билдәле. Был урында йәшерен ер аҫты юлы бар, әммә уны ҡом күмә. Юл Авил тауҙарынан Калитвала урынлашҡан Введенск ҡорамына тиклем бара. Уның барлыҡҡа килеү тарихы билдәле түгел. Авил тауҙары тураһында боронғо яҙма сығанаҡтарҙа ла мәғлүмәттәр теркәлгән. Унда улар Дондың ҡул яғында урынлашҡан бейек тауҙар тип билдәләнә. Шул ваҡытта уҡ улар Авил исемен йөрөтә. Сығанаҡтарға ярашлы, тауҙарҙа уйымдар, мәмерйәләр эшләнә һәм улар торлаҡ билдәләре тип баһалана ала. Был объекттарҙың эргә-тирәһендә төрлө тәңкәләр, балсыҡ һауыттар ярсыҡтарын табырға мөмкин. Мәмерйәләрҙең күбеһен таш сығарыусылар вата. Мәмерйә эсенә инер өсөн тар ғына текә һуҡмаҡ буйлап үтергә кәрәк була. Инеү юлын ҡыуаҡ ҡаплай. Уның артында ҙур булмаған, тимер ҡорал ярҙамында соҡоп яһалған мәмерйә йәшеренә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 10 мест для туристического кластера в Ростовской области 2017 йыл 14 апрель архивланған.