Австриялы Фердинанд Карл Йозеф-Эсте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фердинанд Карл Йозеф Австрийский-Эсте
Ferdinand Karl Joseph von Österreich-Este

Фердинанд Карл 1841 йылғы литографияла. Йозефа Крихубера
Тыуған ваҡыты

25 апрель 1781({{padleft:1781|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Австрия империяһы, Милан,

Үлгән ваҡыты

5 ноябрь 1850({{padleft:1850|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (69 йәш)

Вафат урыны

Австрия империяһы, Альтмюнстер

Хеҙмәт иткән урыны

Австрия империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

1800-1848

Хәрби звание

Фельдмаршал

Хәрби алыш/һуғыш

Өсөнсө коалиция һуғышы

Наградалар һәм премиялар
Ҡалып:Военный орден Марии Терезии 3-й степени
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Стефан король венгр орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Ҡара бөркөт ордены
Ҡара бөркөт ордены
Ҡалып:Орден Красного орла
Изге Губерт ордены
Изге Губерт ордены
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Фердинанд Ҡаҙаныштары өсөн орденының Ҙур тәреһе кавалеры
Изге Аннунциата юғары ордены кавалеры
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге апостол Андрей Первозванный ордены
Изге Александр Невский ордены
Изге Александр Невский ордены
Аҡ бөркөт ордены
Аҡ бөркөт ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены
I дәрәжә Изге Анна ордены

Эрцгерцог Австриялы Фердинанд Карл Йозеф -Эсте (нем. Ferdinand Karl Joseph von Österreich-Este; 25 апрель 1781 йыл — 5 ноябрь 1850 йыл) — Австрия фельдмаршалы, Галицияның һәм Трансильванияның генерал-губернаторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Карл Фердинанд 1781 йылда Миланда тыуған . Ул эрцгерцог Фердинандтың һәм Мария Беатриче д ' Эстенең өсөнсө улы. 1799 йылда ул Терезиан академияһына уҡырға ингән, ә 1800 йылда хәрби карьера яһай башлаған.

1805 йылда, Өсөнсө коалиция һуғышы башланғас, Фердинанд Карл Австрия хәрби көстәренең баш командующийы итеп тәғәйенләнә һәм генерал Мак менән бергә квартирмейстер вазифаһын башҡара. Октябрь айында уларҙың армияһы Ульм янында ҡамауға эләгә. Генерал Мак капитуляция яһай, ә Фердинанд Карл 2 мең кавалерист менән Богемияға бәрелешеп инә алған. Унда ул урындағы ғәскәрҙәр менән командалыҡ итә һәм ландштурм ойоштора.Үҙҙәренең көсө менән ул Карл-Филипп фон Вреденың Иглау янындағы көстәренә ҡаршы тора һәм уларға Аустерлиц һуғышында ҡатнашырға ирек бирмәй.

1809 йылда, Бишенсе коалиция һуғышында, Фердинанд Карл ,36 мең һалдатлы Австрия армияһы менән командалыҡ итеп, Варшава герцогствоһына бәреп ингән, унда ул Наполеонға ҡаршы ихтилал ойошторорға булған. Ул һуғыш барышында Варшаваны алған, тик Рашинда тармар ителгән, ә июль айында уға сигенергә тура килгән.

1815 йылда, Етенсе коалиция һуғышында, Фердинанд Карл Австрия резервының ике дивизияһы менән командалыҡ иткән. Киләһе йылда ул Венгрия армияһының баш командующийы булып тәғәйенләнгән.

23 ғинуар, 1826 йыл. Ул Св. Андрей Первозванный ордены менән бүләкләнгән.[1].

1830 йылда Карл Фердинанд Галицияның генерал-губернаторы булып тәғәйенләнгән.1848 йылғы революциянан һуң ул күберәк Италияла йәшәгән.

Фердинанд Карл бер ҡасан да өйләнмәгән. 1850 йылда Альтмюнстерҙа вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Карабанов П. Ф. Списки замечательных лиц русских / [Доп.: П. В. Долгоруков]. — М.: Унив. тип., 1860. — 112 с. — (Из 1-й кн. «Чтений в О-ве истории и древностей рос. при Моск. ун-те. 1860»)