Агава

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Агава
Agave deserti
Agave deserti
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Agave L., 1753

Төр өлгөһө
Бүлендек таксондар
Ырыу 200 яҡын төрҙө берлештерә.[3]

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  182659
NCBI  39509
EOL  33610
GRIN  g:292
IPNI  1328

Ага́ва (лат. Agáve) — агавалар ғаиләһенән үҫемлектәр ырыуы. ғүмерендә бер ҡабат сәскә ата һәм емештәре өлгөргәндән һуң ҡорой торған йылы яҡ үҫемлеге[4])

Күп йыллыҡ япраҡлы суккуленттар(япраҡ һәм һабаҡтары дымға бай булған, ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр: алоэ, кактустар[5]). Мексикала һәм Үҙәк Американың башҡа райондарында 300 ләп төрө һәм баҡса формалары үҫә.

Күпселек агавуның япраҡтары тамыр тирәләй тупланған, тығыҙ, итләс һәм сәнскеле. Үҫеү дәүеренең 6-15 йылында күп сәскәле һабаҡ хасил итеп сәскә ата. Монокарпик (бер мәртәбә сәскә атыусы) төрҙәре бар. Тамырса үрентеләренән үрсетелә. Яҡтылыҡ яратыусан үҫемлек. Тыуған ерендә агаваның ҡайһы бер төрҙәрен туҡыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә сеймал булараҡ файҙаланалар. Сәскәләренән һәм сәскә һабаҡтарынан иҫерткес эсемлек (пульке) яһайҙар. Әкрен үҫеүсе ҡайһы бер төрҙәре декоратив бүлмә гөлө булараҡ үрсетелә.

Агаваның йыш осорай торған төрҙәре: Мексика агаваһы (A. mexicana), Америка агаваһы (A. americana), сүсле агава (А.filifera). Айырыуса матур, әмма һирәк осорай торған агавалар — королева Виктория (A.Victoriae — reginae Moore) һәм король Фердинанд агаваһы (A. ferdinandi regis Bgr.).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Об условности отнесения описываемой в данной статье группы растений к классу однодольных см. раздел «Системы APG» статьи «Однодольные».
  2. Сведения о роде Agave в базе данных Index Nominum Genericorum Международной ассоциации по таксономии растений (IAPT)(инг.)
  3. The Plant List: Agave
  4. Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981
  5. Русско-башкирский словарь по ботанике (С. И. Янтурин, Г. А. Хисамов, 1981)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]