Эстәлеккә күсергә

Әғлуллин Илдар Рәүеф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аглуллин Ильдар Рауфович битенән йүнәлтелде)
Аглуллин, Ильдар Рауфович
Тыуған көнө

23 ғинуар 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

село Черки-Гришино, Буинский район, Татарская АССР, РСФСР

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

Онкология

Эшләгән урыны

Республиканский онкологический диспансер, Казань Казанский государственный медицинский институт

Альма-матер

Казанский государственный медицинский институт

Ғилми дәрәжәһе

доктор медицинских наук

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

Специалист по хирургическому лечению онкологических заболеваний

Награда һәм премиялары

Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы Заслуженный врач Республики Татарстан

Әғлуллин Илдар Рәүеф улы (23 ғинуар 1959 йыл, Черки-Гришино ауылы, Быуа районы, Татар АССР-ы) — ғалим-табип-онколог. Медицина фәндәре докторы (1999). Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының (2000) атҡаҙанған табибы[1].

1959 йылдың 23 ғинуарында Татар АССР-ының Быуа районы Черки-Гришино ауылында тыуған.

1976 йылда Ҡазан дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. 1982 йылда ошо уҡыу йортон тамамлай.

Диплом алғас, Ҡазанда Республика онкология үҙәгендә «Онкология» һөнәре буйынса клиник стажировка үтә[1]. 1983 йылда интернатураны тамамлағас, ошо диспансерҙа хирург булып эшләй башлай. 1988 йылда абдоминаль хирургия бүлеге мөдире итеп тәғәйенләнә[2].

1996 йылда Ҡазан дәүләт медицина университетында уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген башлай.

1999 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

100-ҙән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән ашҡаҙан-эсәк юлы, кесе янбаш, бауыр, панкреатодуоденаль зонаһы яман шешен хирургик дауалау буйынса хеҙмәттәр яҙған. Уйлап табыуҙарға 10 патент ала[1].

Уның тарафынан аяҡ-ҡулдарҙың төп магистраль тамырҙарын протезлау методикаһы индерелә. Шулай уҡ тире-мускул пластик операцияһы, яңы медицина технологияларын ҡулланып, бауырға операция методикаһын эшләй, һөйәк-мускул пластик операцияһы алымын киң ҡуллана[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Татарстан Республикаһының атҡаҙанған табибы», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы» маҡтаулы исемдәре[4]

  • Панкреатодуоденальная резекция в онкологической практике. М., 1995.
  • Эвисцерация и одномоментная пластика тазовых органов при хирургическом лечении местно-распространённого рака. Казань, 1999[1].
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Аглуллин Ильдар Рауфович
  2. Аглуллин Ильдар Рауфович
  3. Аглуллин Ильдар Рауфович
  4. Аглуллин Ильдар Рауфович