Аджапсандали

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аджапсандали

Аджапсанда́ли (груз. აჯაფსანდალი) йәки аджапсандал[1] (әзерб. əcəbsəndəl, әрм. աջափսանդալ), аджапсанда (үзб. ajabsanda) — кавказ (Грузин, Абхаз, Әзербайжан, Әрмән) аш-һыуы блюдоһы[1].

Атаманың килеп сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • төрки теленән тәржемә иткәндә «һин ниндәй һоҡланғыс» мәғәнәһен аңлата тигән фаразлау бар[2]. Әммә был гипотеза раҫланмаған.

Рецебы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙерләү өсөн мотлаҡ кәрәк ингредиенттар: баклажан, помидор, татлы борос, башлы һуған, һарымһаҡ, бер шәлкем кинза, базилик, үҫемлек майы, тоҙ, тәменсә борос алына. Ҡайһы бер осраҡтарҙа картуф менән әсе борос та өҫтәлә. Был блюдо төрлө атамалар аҫтында кавказ һәм бик күп төрки халыҡтарҙың аш-һыуында файҙаланыла. Болгария һәм Төркиәлә аджапсандалиға оҡшаш «имамбаялды» (туранан -тура тәржемә иткәндә: «имам иҫтән яҙып ҡоланы» мәғәнәһендә) блюдоһы бар. Уның Европалағы аналогы — Рататуй. Нисек кенә булһа ла был блюдоны әҙерләү өсөн эре булмаған баклажан һәм уға ҡушылған иҫкермәгән продукттар файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]