Адриан ҡапҡаһы
Адриан ҡапҡаһыа (төр. Hadrian Kapısı, төр. Üçkapılar, Учкапылар) — Төркиәнең Анталья ҡалаһындағы триумфаль арка, 130 йылда Атталияға килгән Рим императоры Адриан хөрмәтенә төҙөлгән[1]. Ҡаланы һәм гаванды элек уратып торған стеналарҙан һаҡланып ҡалған берҙән-бер ҡапҡа.Тәүге тапҡыр ирланд-британия гидрографы контр-адмирал сэр Бофорт Фрэнсис тарафынан 1817 йылда һүрәтләнгән[2].
Адриан ҡапҡаһы ике колоннадалы фасадтан , өс ҡалаға инә торған дүрт пилот өҫтөндә күтәрелгән арканан, һәм арканың ике яғында торған манаранан тора. Ҡапҡаның бейеклеге 8 метр самаһы тәшкил итә [3]. Юлий Санкт булараҡ билдәле Көньяҡ манараһы рим дәүеренә ҡарай, тик был манара ҡапҡанан бойондороҡһоҙ рәүештә төҙөлгән[4]. Төньяҡ манараның аҫҡы өлөшө рим дәүеренә ҡарай, әммә XIII быуаттың беренсе яртыһында сәлжүк солтаны Кейкубад Алаадин иткән саҡта үҙгәртеп ҡоролаI [5] , манара стенаһында ғәрәп яҙыуы бар[6].
Һигеҙ гранит (арканың һәр яғынан дүртәр) колоннанан башҡа ҡапҡа тулыһынса аҡ мәрмәрҙән эшләнгән ҡоролма. Арканың көмбәҙе рельефлы сәскәләр йыйылмаһы менән биҙәлгән[7]. Башта ҡапҡа ике кимәлдән торған, үргеһендә император һәм уның ғаиләһе һындары (статуялары) урынлашҡан[8] тип иҫәпләнә. Антаблемент бейеклеге 1,28 метр тәшкил итә. Ул үҙ эсенә сәскәләр менән декорланған фриз һәм арыҫлан башы менән бай биҙәлгән кәрнизде индерә[9].
Күп йылдар дауамында Адриан ҡапҡаһы ҡала стеналары рәүешендә ҡалған була, шунлыҡтан ул әлеге ваҡытҡа тиклем һаҡланып ҡалған. 1950 йылда стеналар емерелә[10], ә ҡапҡа 1959 йылда реконструкциялана. Рим дәүере өсөн оригиналь юлды күрһәтеү маҡсатында тротуар бөтөрөлә, хәҙер юлды органик быяла япма аша ҡарарға мөмкин.[11]. Ҡала ҡапҡаһы аша элек үткән күп һанлы ат арбаларының тәрән бураҙна кеүек һаҡланған эҙҙәрен әле лә күрергә мөмкин.
Реконструкция барышында ҡапҡа төбөндә бронза хәрефтәр табыла, улар Адриан хөрмәтенә яҙылған яҙманың бер өлөшө булып сыға. 2017 йылда был хәрефтәр бөтә донъя музейҙары һәм шәхси коллекциялар араһында бүленә. Туғыҙ хәреф Вена, ике хәреф Берлин, ә ҡайһы берҙәре Англияның Лондон ҡалаһындағы Британия музейында һәм Оксфордтағы Ашмол музейында һаҡлана[12].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Heckeroth, Feride Yalav. All You Need to Know About Hadrian’s Gate, the Famous Arch in Antalya (en-US), Culture Trip. 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ Heckeroth, Feride Yalav. All You Need to Know About Hadrian’s Gate, the Famous Arch in Antalya (en-US), Culture Trip. 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Heckeroth, Feride Yalav. All You Need to Know About Hadrian’s Gate, the Famous Arch in Antalya (en-US), Culture Trip. 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ Необходимо задать параметр
url=
в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметрtitle=
в шаблоне {{cite web}}. [ ] . - ↑ Hadrian's Gate | Hadrian's Arch | What to See in Antalya (en-US), Turkey Travel (10 февраль 2012). 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ Heckeroth, Feride Yalav. All You Need to Know About Hadrian’s Gate, the Famous Arch in Antalya (en-US), Culture Trip. 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ Hadrian's Gate | Hadrian's Arch | What to See in Antalya (en-US), Turkey Travel (10 февраль 2012). 6 июль 2017 тикшерелгән.
- ↑ Hadrian's Gate | Hadrian's Arch | What to See in Antalya (en-US), Turkey Travel (10 февраль 2012). 1 ноября 2018 тикшерелгән.
- ↑ followinghadrian Hadrian goes to Attaleia – images from Hadrian’s Gate at Antalya (20 апрель 2013). Дата обращения: 1 ноябрь 2018.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фотографии ворот Адриана. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- How to go to Hadrian' s Gate 2016 йыл 24 апрель архивланған.