Аждаһа (дракон)
Аждаһа | |
Барлыҡҡа килгән | Европа һәм Азия |
---|---|
Аждаһа Викимилектә |
Аждаһа (дракон) (грек. δράκων) — мифик йән эйәләренә ҡарата ҡулланылған дөйөм атама. Нәсрани культта Изге Георгий менән бәйле, европа дини сәнғәттә киң һүрәтләнгән. Шәрки Азияла шулай уҡ аждаһаға оҡшаш персонаждар күп, японда — рю (:wikt:竜|竜), ҡытайҙа лун ([:wikt:龍|龍), вьетнамда -лонг (龍), корейҙа-ёнь (룡), төркиҙәрҙә — аждаһа.
XX һәм XXI быуаттарҙа аждаһалар менән ҡыҙыҡһыныу арта ғына бара. В. Н. Дёмин әйтеүенсә, «аждаһа бумы бара», фантастик жанрҙарҙа — картина, китап, кинематограф, интернет-сайт һәм компьютер уйындарында был персонаж йыш ҡулланыла[1]. Аждаһа фэнтезиҙа, фэншуйҙа һәм и астрологияла ҡулланыла (Аждаһа йылы — боронғо төркиҙәр мөсәле).
Этимологияһы һәм һүҙҙең ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аждаһа менән мифик йылындар араһында бәйләнеш күп һорауҙар тыуҙыра, улар бер-береһен алмаштырып та ҡулланыла.
Был йән эйәләренең тәпәйҙәренә иғтибар итәләр — йыландыҡы дүртәү, аждаһаныҡы икәү итеп һүрәтләнеүсән. Йылан — «йылан» һүҙе славян текстарында XI быуаттан осрай, ә «дракон» («аждаһа») грек теленән XVI быуатта ғына килеп ингән. Андрей Курбский «дракон» һүҙен Иблискә ҡарата ҡуллана (Король Яков библияһында ла «йылан», «аждаһа» һәм «иблис» синоним булараҡ ҡулланыла). 1663 йылғы Мәскәү Библияһында иблис йылан тип аталған, ә «Елизавета» Библияһында (1756) «йылан» да, «аждаһа» ла бер үк мәғәнәлә. XVIII быуат сығанаҡтарында сит телдән ингән «дракон» русса «йылан» тип алына[2]. XIX быуатта "йылан"ды «аждаһа»ға әйләндерәләр, күрәһең ҡулланышҡа ныҡлы ингән булғандыр. Күренеүенсә, «аждаһа» һәм «йылан» бер үк мәғәнәлә ҡулланыла[2].
Шул уҡ ваҡытта Пропп Владимир Яковлевич йылан менән аждаһаны айырым итеп ҡарай, уныңса, һуңғыһы аҙаҡтараҡ килеп сыҡҡан[3]. А. М. Беленицкий һәм В. А. Мешкерис аждаһа тураһында ҡатмарлы йылан кеүек образ итеп ҡарай, улар йылан төрө, гибрид йән эйәләре тип аңлаталар[4].
Латин һәм рус телдәрендә аждаһа атамаһы күренеше һәм орлоҡтары ғәҙәти булмаған тере организмдарға ҡарата ла ҡулланыла.
Мифологик аждаһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мифологик аждаһа хазина табыу өсөн үтелергә тейешле һынауҙарҙы кәүҙәләндерә. Был ғифриттең кәүҙәһенә инеп үлемһеҙлек тә алып була. Аждаһа менән көрәш — инициациялы мистерия, ваҡытлыса үлем һәм терелеү символикаһына эйә[5].
Шулай уҡ төш күреү, ҡан темалары әһәмиәтле[5].
Ҡатын-ҡыҙ ағзаһы ҡаны йыланды ылыҡтыра. Йылан фаллик символ, ҡыҙ үҙе лә йылан асыллы. Йыш ҡына аждаһа ҡыҙ менән ҡушылып ҡына үлемен таба[5].
Йылан-аждаһа ағасҡа йә уның тамырҙарына уралған итеп һүрәтләнә, ул ҡош һәм йылан ҡушылмаһы образында ла була[5].
Аждаһаның енесе үҙенсәлекле. Һыу бикләгәндә һәм ҡыҙҙарҙы урлағанда ул ир рәүешле. Донъя яралтылыуҙа ул ҡатын сифатлы. Күп мифтарҙа енесе асыҡ түгел[5].
Аждаһа һыу менән бәйле. Ул һыуҙы бикләп тә ҡуя ала, таштыра ла (ҡойондар, һыу баҫыуҙар)[5].
Образ трансформацияһы кеше-аждаһа мистик рәүештә үҙгәреүендә сағыла: башта кеше йылан эсендә, шунан тышында, ниһайәт, йылан кеше эсенә инеп ултыра[5].
Йылан менән көрәшеү мотивы шулай уҡ «төп миф» теорияһына ингән.
Европа мәҙәниәтендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аждаһа Европа мәҙәниәтендә киң таралған. Ул йәһүди, аҙаҡ инде нәсрани дини текстарҙа осрай[6], шулай уҡ Яңы Ғәһедтә лә бар. Тәүратта ла аждаһа кеүек ғифриттар һүрәтләнә (Левиафан). «Аждаһа» һүҙен туранан-тура ҡулланыу (йәһүдсә תנין, грекса δράκων) Иҫке Ғәһедтә осрай (Втор.32:33, Неем.2:13, Пс.43:20 и 90:13, Иер.51:34), 12 тапҡыр — Иоанн Богослов асыштарында (12:3,4,7,9,13,16,17; 13:2,3,11; 16:13; 20:2).
Күпкә һуңғараҡ аждаһа Европа геральдикаһына килеп инә. Яңырыу эпохаһы ижадсылары аждаһаларҙы йыш төшөрә (башлыса антик сюжеттарҙа).
Бөгөнгө мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуаттың 60 -сы йылдарында талантлы фәнни фантастика авторҙары аждаһа образынан сакраль мәғәнәне алып ташлай. Абсолют Яуызлыҡ йөрөткән образ урынына кешенең дуҫы статусы, хатта йорт хайуаны рәүешендә лә һүрәтләп ҡуялар. XX быуат аҙағы XXI быуат башы тағы ла арыраҡ китә — аждаһа ыңғай геройға ла әйләнеп китәу[7]. 1996 йылда «Аждаһа йөрәге» фильмы аждаһаны типик булмағанса кеше рәүешле итеп күрһәтә һәм кешеләрҙең күңелен яулай[8]. Джорджа Локхарда һәм Павел Шумил аждаһалары кешенән яманыраҡ ҡына түгел, улар хатта рухи, физик сифаттары һәм технологияны үҫештереү йәһәтенән яҡшыраҡ та булып сыға[7].
Заман аждаһаларын Тодд Локвуд, Майкл Уэлан, Ларри Элмор, Кит Паркинсон, Джеральд Бром, Фрэнк Фразетта, Джефф Изли, Владимир Бондарь, Джон Хоу кеүек рәссамдар һынландыра. Аждаһа классификацияһы компьютер уйындарында, фэнтези әҙәбиәттә ҡулланыла[9].
Аждаһаны татуировка итеп тә эшләйҙәр[10]. Уэльс принцы (король Эдуард VII) тәненә Японияның иң мәшһүр оҫтаһынан аждаһа һүрәте төшөрткән булған. Донъялағы иң ҙур татуировка ла — аждаһа. Ул 1804 20 япон кешеһе тәненә төшөрөлгән булған[11].
Аждаһа образы заманға ярашлы үҙгәртелһә лә, уға сиркәү кире ҡарашлы. 2010 йылда Варнала (Болгария)алтын йомортҡа тотҡан ике аждаһа (ир һәм ҡатын енесле) һыны динле нәсраниҙарҙың нәфрәтен уятты. Улар скульптура композицияһы яуызлыҡты һынландыра, ә аждаһалар — иблистәр тип һанай[12].
Күңел асыуҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аждаһа һыны менән йыш ҡына тематик парктарҙы биҙәйҙәр. Мәҫәлән, «аждаһа фонтаны» сингапур паркына ингән ерҙә тора, ул 1989 йылда төҙөлгән. 2007 йылда төҙөлөш башланыу сәбәпле парк аждаһаһы менән алып ташлана. Парк өҫтөндә ауыҙынан ут сығарыусы виверна рәүешендә парамотор осоп йөрөй[13]. Гарри Поттер донъяһынан шундай уҡ персонаж паркта Universal Studios Florida Diagon бинаһы ҡыйығында ултыра.
Ғифрит тураһында күҙ аллауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иллюстратор Тодд Локвуд фекеренсә, аждаһа бесәйҙәргә ныҡ оҡшаған, ә бына йыланға һәм кеҫәрткегә оҡшаш була алмай. Аждаһалар осоп йөрөр өсөн көслө мускулатуралы булырға тейеш. Рәссам уларҙы шулай уҡ уйлай белгән көстәр тип һанай[14].
Башҡорт мифологияһында Аждаһа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт мифологияһында Аждаһа ауыҙынан ут бөркөп торған күп башлы яуыз зат. «Меңйәшәр аждаһаны еңгән егет», «Әхмәт батыр менән Хоҙайбирҙе батыр» кеүек әкиәттәр персонажы. Фарсы мифологияһындағы Ажи-Дахакаға барып тоташа. Башҡорттар инаныуынса, йөҙ йыл йәшәгән йылан Аждаһаға әйләнә. Ул йылға-күлдәрҙә, һыулы урындарҙа йәшәй, уларға идара итә — ҡоролоҡ яһай ала йә ташҡындар, ғәрәсәттәр ебәрә. Унан һыу һорап алыр өсөн кешеләр ҡыҙҙарын уға ашарға биреп торорға мәжбүр була.
500—1000 йыл йәшәгәне Юха йыланға әйләнә, ти. Уны халыҡтың батырҙары ғына еңә алған.[15]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Змей (мифология)
- Виверна
- Динозавры
- Левиафан
- Орден дракона
- Святой Георгий и дракон (фотография)]] — постановочная фотографияЛ Льюиса Кэрролла, созданная в 1875 году.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Дёмин, 2006, с. 267
- ↑ 2,0 2,1 Королёв Г. И. йылан или аждаһа? // Гербоведъ [: журнал]. 1998. № 2 (27).
- ↑ Пропп В. Я. Исторические корни волшебной сказки. М.: Лабиринт, 2000. — С. 210.
- ↑ Беленицкий А. М., Мешкерис В. А. Змеи-аждаһаы в древнем искусстве Средней Азии // Советская археология. 1986. — С.16-27.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 Змей в источнике (К символике универсального ритуально-мифологического образа) // Семнадцатая научная конференция по изучению Австралии и Океании. Тезисы докладов. М.: Наука, Гл. ред. вост. лит-ры, 1986, с. 1-8
- ↑ Zhao, 1992, p. 165
- ↑ 7,0 7,1 Александр Зорич Сила, слабость и боевое применение аждаһаов // Мир фантастики. — 2003. — № 2.
- ↑ Мир Фантастики — Рецензия на фильм «Сердце аждаһаа» 2010 йыл 13 ғинуар архивланған.
- ↑ Ричард Псмит (Андрей Ленский) аждаһаы // Лучшие компьютерные игры. № 9 (70), сентябрь 2007 (385)
- ↑ «О чём может рассказать ирэдзуми?» 2017 йыл 27 ноябрь архивланған. — журнал «Вокруг Света», 23.10.2006.
- ↑ Ева Ждановская «Татуировка: изобразительное искусство или китч?» // «МК в Питере», 20.08.2003
- ↑ Языческий памятник возмутил православных горожан болгарской Варны . Седмица.Ru (28 октябрь 2010). Дата обращения: 2 ноябрь 2010. Архивировано 21 август 2011 года.
- ↑ Механика волшебства: аждаһаы нашего времени . Популярная механика (8 декабрь 2012). Дата обращения: 12 декабрь 2012. Архивировано 15 декабрь 2012 года. 2012 йыл 12 декабрь архивланған.
- ↑ Дмитрий Злотницкий «аждаһаы — разумные создания!» // «Мир Фантастики» № 48, август 2007
- ↑ Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге.- Өфө, 2009
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- дракон в Библейская энциклопедия архимандрита Никифора|Библейской энциклопедии архимандрита Никифора
- дракон, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- аждаһа // Мифологический словарь/ Гл. ред. Е. М. Мелетинский. — М.:Советская энциклопедия, 1990. — 672 с.
- Siecke E. «Drachenkampfe». Lpz., 1907 Mythologische Bibliothek, Bd 1. Н 1);
- Smith G. E. «The evolution of the dragon». Manchester, 1919.
- Bolsche W., Drachen. «Sage und Naturwissenschaft». Stuttg., 1929;
- Zhao, Qiguang. A study of dragons, East and West.. — New York; Berlin; Bern; Frankfurt/M.; Paris; Wien; Lang.: Peter Lang Publishing, 1992. — P. 247. — ISBN 978-0820417585.
- «Мифологический бестиарий от Алконоста до Ягила». Калининград, 1999 г
- Дёмин В. Н. драконы. Миф и реальность. — М.: ФАИР-ПРЕСС, 2006. — 480: ил. с. — 2600 экз. — ISBN 5-8183-1044-2.
- Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге.- Өфө, 2009
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Китайские драконы (инг.) (фотографии с пояснениями)
- Иконография драконов в Варварской энциклопедии (рус.)
- Анна Кривошеина «драконы»
- Чжао Цигуан «Исследование драконов, Восток и Запад», глава 1 «Наш подход к драконологии» 2019 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.)