Азад хатын (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
«Азад хатын» | |
«Азад хатын» («Азат ҡатын») — ижтимағи-сәйәси гәзит. РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ҡатын-ҡыҙҙар берлеге органы. Уралда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәүге гәзит. Берҙән-бер һаны Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1921 йылдың 7 ноябрендә иҫке башҡорт телендә сыға, башҡа мәғлүмәттәр буйынса гәзиттең сығыуы 1922 йылда туҡтай. Тиражы — 1500 дана. Мәҡәләләр Октябрь революцияһы юбилейына, әхлаҡ, әсәлек һәм балалыҡ проблемаларына арнала. Мөхәррире — Р. Й. Рәхмәтуллина.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының электрон бүлегендә «Азад хатын» гәзите
- Азад хатын (гәзит) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Башкортостана (рус.)