Эстәлеккә күсергә

Азаренко Емельян Климентьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азаренко Емельян Климентьевич
бел. Емяльян Кліментавіч Азаранка
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 июль 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Красная Слобода[d], Быховский уезд[d], Могилёвская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 февраль 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Минск, Белорус Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Ерләнгән урыны Северное кладбище (Минск)[d]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө фәлсәфә
Эш урыны Белорусский государственный экономический университет[d]
Белорус дәүләт университеты
Белорусский государственный медицинский университет[d]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Q94318187?
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә философия фәндәре докторы[d] (1962)
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Емельян Климентьевич Азаренко (бел. Емяльян Кліментавіч Азаранка; 17 (30) июль 19081988 22 февраль) — совет белорус философы, философия фәндәре докторы (1962), профессор (1962).

Могилев губернаһының Быхов өйәҙе Узники ауылында (хәҙерге Могилев өлкәһенең Быхов районы Ҡыҙыл Слобода агроҡаласығы) тыуған. 1929 йылда Могилев педагогия техникумын тамамлай, 1932 йылға тиклем Ветринский районының балалар йортонда эшләй. 1938 йылда Ленинград университетының механика-математика факультетының астрономия-геодезия бүлеген тамамлай. 1938—1939 йылдарҙа — Орел педагогия институтының фәнни һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары. 1939—1941 йылдарҙа — Череповец ҡалаһында уҡытыусылар институты һәм педагогия техникумы директоры, 1941—1944 йылдарҙа — Вологда педагогия институтының директоры урынбаҫары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.

1944—1949 йылдарҙа партия эшендә — Белоруссия Коммунистәр партияһы Үҙәк Комитетының фән һәм юғары уҡыу йорттары секторы мөдире, пропаганда һәм агитация бүлеге консультанты. Бер үк ваҡытта 1946—1949 йылдарҙа — Белорус халыҡ хужалығы институты кафедраһының өлкән уҡытыусыһы. 1948 йылда ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбенең ижтимағи фәндәр факультетын ситтән тороп тамамлай, 1948—1950 йылдарҙа ВКП(б) Үҙәк комитеты ҡарамағындағы ижтимағи фәндәр академияһының диссертанттар курсында уҡый. 1950 йылда «Борьба М. В. Ломоносова за материализм против идеализма в естествознании» темаһына философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1]. 1950—1954 йылдарҙа Белоруссия дәүләт университетының уҡыу эштәре буйынса проректоры, 1951 йылдан БДУ-ның тарихи һәм диалектик материализм кафедраһы доценты. 1954—1956 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Философия институты докторантураһында, 1956 йылдан БДУ уҡытыусыһы. 1957—1972 йылдарҙа — Минск медицина институтының тарихи һәм диалектик материализм кафедраһы мөдире вазифаһында. 1961 йылда «Мировоззрение М. В. Ломоносова» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. 1972—1974 йылдарҙа — медицина институтының марксистик-ленинсы философияһы кафедраһы профессоры, 1974—1975 йылдарҙа — профессор-консультант.

Диалектологик материализм, социалистик философия һәм мәҙәниәт проблемалары буйынса хеҙмәттәр авторы. М. В. Ломоносовтың фәлсәфәүи ҡараштарын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Күп кенә хеҙмәттәрен сәйәси эшмәкәрҙәрҙең донъяға ҡарашына бағышлай. 8 фән кандидаты әҙерләгән. 60-тан ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән методик әсбаптар авторы.

Минск халыҡ депутаттарының ҡала Советы һәм район Советтары депутаты итеп һайлана. Орден (1961), миҙалдар, БССР Юғары Советының (1951) һәм БССР ауыл хужалығы министрлығының почет грамоталары менән бүләкләнгән. Минскта вафат була, Төньяҡ зыяратында ерләнгән.

Баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
    • Мировоззрение М. В. Ломоносова (1959);
    • Открытие и обоснование М. В. Ломоносовым закона сохранения материи и движения (1958);
    • М. В. Ламаносаў — вялiкi вучоны i мыслiцель (1961);
    • О соотношении психического и физиологического (1963);
    • Великий учёный и революционер (к 140-летию со дня рождения Ф. Энгельса) (1960).
  1. Азаренко, Е. К. Борьба М. В. Ломоносова за материализм против идеализма в естествознании: дис. … канд. филол. наук / Е. К. Азаренко. — М., 1950. — 331 с.
  2. Азаренко, Е. К. Мировоззрение М. В. Ломоносова / Е. К. Азаренко. — Минск : Изд-во Белорусского ун-та, 1959. — 270 с.
  • Аза́ранка Емяльян Кліментавіч // Беларуская энцыклапедыя: У 18 т. Т. 1: А — Аршын (белор.) / Рэдкал.: Г. П. Пашкоў і інш. — Мн.: БелЭн, 1996. — С. 151. — 10 000 экз. — ISBN 985-11-0036-6.