Эстәлеккә күсергә

Йәнгиров Азат Вәзир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Йәнгиров битенән йүнәлтелде)
Йәнгиров Азат Вәзир улы
Тыуған көнө

8 октябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (47 йәш)

Ил

Россия

Ғилми даирәһе

иҡтисад, финанс һәм бизнес

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

иҡтисад фәндәре докторы (2009)

Йәнгиров Азат Вәзир улы (8 октябрь 1977 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәғәрифты үҫтереү институты ректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (2007).

Азат Вәзир улы Йәнгиров 1977 йылдың 8 октябрендә Свердловск ҡалаһында[1] (хәҙер Екатеринбург ҡалаһы) тыуа. 1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын отличие менән тамамлай. 2002 йылда аспирантураның көндөҙгө бүлеген тамамлаған саҡта Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө ғилми үҙәгендә «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертацияһын да яҡлай. Уҡыу барышында ике тапҡыр Президент стипендиаты була.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2002 — 2003йй. — Башҡорт дәүләт университеты, өлкән уҡытыусы;

2003 — 2005йй. — Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалы

2005 йылдан — иҡтисад-математика факультеты деканы;

2009 йылдың февралендә, 31 йәшендә, «иҡтисад фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[2].

2011 йылдан — Башҡорт дәүләт университетының Нефтекама филиалының финанстарға дәүләт идараһы кафедраһы мөдире;

2013 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары;

2017 йылдан — Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры[3];

бер үк ваҡытта 2014 йылдан — макроиҡтисад үҫеше һәм дәүләт идараһы кафедраһы мөдире.

2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры.

2020 йылдың 3 февралендә Азат Йәнгиров Башҡортостан Республикаһының Мәғәрифты үҫтереү институты ректоры вазифаһын башҡарыусы [4],

Йәнгиров Азат Вәзир улының ғилми эшмәкәрлеге төбәк продуктын анализлау методикаһын камиллаштырыуға, төбәк иҡтисады системаһында яңыртып етештереү потенциалын тикшереү концепцияһын эшләүгә арналған. 280‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • Методология анализа воспроизводственного потенциала региона. Уфа, 2008.
  • Экономический потенциал Республики Башкортостан. Уфа, 2008 (авторҙаш);
  • Воспроизводственный потенциал Приволжского и Уральского федеральных округов. Уфа, 2008 (авторҙаш).
  • Воспроизводственный потенциал Приволжского и Уральского федеральных округов: монография / под общей редакцией К.Н. Юсупова, А.В. Янгирова. – Уфа: РИЦ БашГУ, 2017. – 272 с.
  • Янгиров А.В., Юсупов К.Н. Обзор достигнутого уровня социально-экономического развития Республики Башкортостан за 2010-2015 годы // Евразийский юридический журнал. – 2017. – №10 (113). – С. 328-330.
  • Янгиров А.В., Юсупов К.Н., Ахунов А.А., Таймасов А.Р., Токтамышева Ю.С. Национальная экономика: учебное пособие / Под редакцией К.Н.Юсупова. Москва, 2017. Сер. Бакалавриат (3-е издание, переработанное и дополненное).
  • Yangirov A.V, Beglova E.I., Nasyrova S.I. Factors of economic behavior of population in regional labor market // European Research Studies Journal Volume XX, Issue 4B, 2017 pp. 167-182.
  • Yangirov A.V., Nasyrova S.I., Yangirova E.I. Assessment of migration attractiveness of Russian Federation federal districts // International Journal of Engineering and Technology (IJCIET), Volume 9, Issue 12, December 2018, pp. 323-338.
  • Янгиров А.В., Ахунов Р.Р., Рабцевич А.А. Методические основы оценки социально-экономического положения муниципальных образований Республики Башкортостан. // Экономика и управление: научно-практический журнал. – 2018. – № 2(140). – С. 4-13.
  • Янгиров А.В., Ахунов Р.Р., Мухаметова А.Д., Прудников В.Б. Исследование демографического развития Южно-Башкортостанской агломерации. // Экономика и управление: научно-практический журнал. – 2017. – № 3(137). – С. 4-10.

Рәсәй гуманитар ғилми фонды [6]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт» темалары буйынса тикшеренеүҙәр. Проект: «Башҡортостан Республикаһының билдәһеҙлек шарттарында (милеккә мөнәсәбәт, диспропорциялар, капитал туплау) социаль-иҡтисади хәле (2016-2017 йй., етәксе).
  • «Урал: тарих, иҡтисад, мәҙәниәт» темалары буйынса тикшеренеүҙәр. Проект: «Башҡортостанда ҡабатлап етештереүҙе формалаштырыу проблмалары» (2014г., башҡарыусы).

Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды [6]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Һанлы иҡтисад ҡоралдары нигеҙендә төбәктең агросәнәғәт комплексына стратегик идара итеү. (2019, башҡарыусы).
  • Рәсәй төбәктәре инвестиция-сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреү (Башҡортостан Республикаһы миҫалында). (2018, башҡарыусы).
  • Халыҡ-ара ғилми-практик конференцияны ойойштору проекты «Рәсәйә иҡтисадының көнүҙәк проблмаларын тикшереүҙәрҙә математик ысулдар һәм моделдәр» (2014, башҡарыусы)

Ғалим ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Нефтекама ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Почет грамотаһы (2009).
  • Башҡортостан Республикаһы мәғарифы отличнигы (2010).
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы (2013).
  • Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының дүрт Рәхмәт хаты (2014-2016).