Эстәлеккә күсергә

Азат итеүсе һалдат һәйкәле (Шахты)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һәйкәл
Азат итеүсе һалдат һәйкәле
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһы
Скульптор Я. И. Рык, И. П. Ястребов
Төҙөлөшө ???—1985 йылдар

1985

Азат итеүсе һалдат һәйкәле — Ростов өлкәһенең Шахты ҡалаһындағы һәйкәл.

Адресы: Рәсәй, г. Шахты ҡалаһы, Шевченко урамы менән Революция еңеүе проспекты киҫелеше.

Азат итеүсе һалдат һәйкәле 1985 йылдың 7 майында асыла. УССР сәнғәт фондының Харьков скульптура фабрикаһында эшләнгән һәйкәл ҡала үҙәгендә, Еңеүҙең 40 йыллығы исемендәге майҙанда ҡала башҡарма комитеты рәйесе Виктор Ковалев инициативаһына ярашлы ҡуйыла.

Асыу тантанаһында Мамай ҡурғанындағы Ватан-Әсә һәйкәленең авторы Евгений Вучетич ҡатнаша[1].

Халыҡ майҙанға Тыуған ил өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ҡырҙарында башын һалған яугирҙарҙы иҫкә алырға һәм барлыҡ ҡатнашыусыларға хөрмәт белдереү маҡсатынан килә. Һуғыш йылдарында Шахтынан яҡынса 10 мең кеше яу яландарында ятып ҡала, 35 меңгә яҡыны хәрби орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 27 кеше Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Халыҡ майҙанды «Һалдат майҙаны» тип йөрөтә.

Ҡаланың Тыуған яҡты өйрәнеү музейында һәйкәлдең бәләкәйләтелгән күсермәһе һаҡлана.

Постамент менән бергә һәйкәлдең бейеклеге 156 метр. Ул хеҙмәтсәндәрҙең «Еңеүҙең 40 йыллығына — 40 фиҙакәр аҙна» хеҙмәте вахтаһы барышында йыйылған аҡсаға төҙөлгән.

Авторҙары — Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы лауреаты Я. И Рык, И . П. Ястребов, архитекторҙары: Т. Г. Шевченко исемендәге УССР Дәүләт премияһы лауреаты Э. Ю. Черкассов, А. А. Максименко, ҡаланың баш архитекторы В. П. Онищенко.

Скульптуралағы һалдат ҡулына автомат тотҡан. Йөҙө етди һәм ихтыярлы. Яугир эргәһенә металдан ҡойолған Еңеү, Ватан һуғышы һәм Дан ордендары урынлаштырылған.

Комплекс составына Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының биш ауыр йылын символлаштырыусы биш яҡтыртҡыс инә.

Тышҡы рәсемдәр
Памятник Солдату-освободителю в городе Шахты