Эстәлеккә күсергә

Үтәкәев Азат Нәзир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Азат Үтәкәев битенән йүнәлтелде)
Үтәкәев Азат Нәзир улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Ташбулат, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, йәмәғәт эшмәкәре
Уҡыу йорто БДМУ

Үтәкәев Азат Нәзир улы (25 сентябрь 1953 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, йәмәғәтсе. 1995 йылдан Нефтекама ҡалаһы башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).

Азат Нәзир улы Үтәкәев 1953 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуған.

Урындағы мәктәптә урта белем алғандан һуң 1970 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтына[1] уҡырға инә һәм уны 1976 йылда уңышлы тамамлай.

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының йүнәлтмәһе менән «Башнефть» производство (етештереү) берекмәһе «Арланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының Нефтекама ҡалаһындағы медик-санитар бүлегенә интернатура үтергә ебәрелә. Артабан 1977 йылдың авгусынан 1984 йылдың февраленәсә шунда уҡ цех терапевы булып эшләй.

1984—1985 йылдарҙа Нефтекамалағы «Башсельмаш» заводы поликлиникаһында цех терапевы була.

1985 йылдың февраленән 1988 йылдың ноябренәсә ҡаланың 1-се поликлиникаһында мөдир һәм баш табип вазифаларын башҡара, шунан 1991 йылдың февраленә тиклем Нефтекама үҙәк район дауаханаһында баш табип урынбаҫары булып эшләй.

1991—2011 йылдың аҙағынаса Азат Үтәкәев Нефтекама үҙәк район дауаханаһының 2-се поликлиникаһын етәкләй: 2007 йылдың ғинуарынаса бында баш табип, артабан поликлиника мөдире була[2].

2012 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың 31 декабренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Нефтекама территориаль округы буйынса территориаль бүлек, ә 2015 йылдың ғинуар — сентябрь айҙарында «Нефтекама ҡала дауаханаһы» дәүләт бюджет һаулыҡ-һаҡлау учреждениеһының аналитик бүлек етәксеһе.

2015 йылдың сентябренән бөгөнгө көнгәсә Азат Үтәкәев Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Нефтекама психо-неврологик интернатының бүлек мөдире[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 1990—1994 йылдарҙа Нефтекама ҡала Советы депутаты, Советтың президиум ағзаһы һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комиссия рәйесе.
  • 1995 йылдан Нефтекама ҡалаһы башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).
  • Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау ҡағыҙы.
  • Нефтекама ҡала хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы.
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙы.

Ваҡытлы матбуғат материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
«Башҡортостан» гәзитендә мәҡәлә
  • Нуретдинов А. Азат рухлы Азат. «Башҡортостан» гәзите, 2013, 8 октябрь[4].
  • Марина Шумилова, Тимур Рахматуллин. Азат Утякаев: «Проекты единороссов в области здравоохранения приведут к улучшению здоровья населения страны». «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2011, 16 сентябрь[5].