Азем Галица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Азем Галица
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Albania (1920–1926).svg Албания
Тыуған көнө 1889
Тыуған урыны Косово, Косовско-Митровицкий округ[d], Србица[d], Србица[d]
Вафат булыу көнө 15 июль 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған урыны Джаковицкий округ[d],Юник[d]
Үлем сәбәбе һуғышта һәләк була[d]
Хәләл ефете Шоте Галица
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр

Азем Бейта (алб. Azem Bejta), Азем Галица булараҡ киң билдәле (1889, Галица, Дреница — 15 июль 1924, Юник) — албан милләтсеһе, баш күтәреүсе-качактарҙың һәм 1915-1924 йылдарҙағы Косово менән Албанияның ҡушылыуы өсөн ҡораллы көстәрҙең башлығы

Ул Ғосман империяһына ҡаршы ихтилал ваҡытында үлтерелгән Бейта Галицаның улы була. Азем 1910 йылда төрөктәргә ҡаршы һуғышыусы партизандарға ҡушыла.

Балҡан һуғышы һәм Беренсе донъя һуғышының тәүге этабы ваҡытында Косоволағы серб властарына ҡаршылыҡта лидерҙарҙың береһе була. 1915 йылдың ҡышында сербтар Австро-Венгрия һәм болгар армиялары менән ҡыҫырыҡлап сығарыла. Качактар оккупанттар менән һуғыш аса, әммә австро-венгрия властары 300 мәктәп аса, албансыларға флаг йөрөтөү хоҡуғын, ғөрөф-ғәҙәтенә һәм Косовоның христиан һәм мосоломан мәҙәниәтенә хөрмәт гарантиялағас ҡына, Галица уларҙың власын таный.

1918 йылда сербтар, хорваттар, словендар Короллеге армияһы Косовоның Үҙәк державаһы ғәскәрҙәрен ҡыҫырыҡлай, Азем Галица Югославия армияһына һәм полицияһына ҡаршы диверсиялар яһай башлай.

1918 йылдың декабрендә Шкодерҙа Косовоны обороналау буйынса Милли комитет төҙөлә, уның башында Галица менән Албанияның буласаҡ премьер-министры Хәсән Приштина тора. Комитеттың маҡсаты булып албан ерҙәрен ҡушыу һәм Косовоның сербтар, хорваттар, словендар Короллегенә, йәки Югославия составына индереүгә ҡаршы Галица етәкселегендәге качактар хәрәкәтен төҙәтеү була. Төп көрәш Дреницала йәйелә, бында 10 000 тирәһе баш күтәреүсе туплана.

Азем Галица көнбайыш Косоволағы Юникта буфер зонаһын булдырыуға ирешә. Әммә Югославия армияһы Юниктағы баш күтәреүселәрҙең ҡаршылығын баҫтыра. Азем Галица алышта үлемесле яра ала һәм 1924 йылдың 15 июлендә һәләк була. Уның ҡатыны, Шоте, ире үлгәс, иренең ғәскәрҙәр өҫтөнән еткәселеген үҙ өҫтөнә ала һәм көрәште дауам итә.

Галицаның үлеменән һуң Албанияла власҡа Әхмәт Зогу килә, ул комитетты тарата һәм Косоволағы тынғыһыҙ кәйефтәрҙе оҙаҡ йылдарға кәметә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]