Шоте Галица

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Шоте Галица
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Albania (1926–1928).svg Албания
Тыуған көнө 4 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Косово[d]
Вафат булған көнө 1927
Вафат булған урыны Албания, Дуррес[d], Круя[d], Круя[d], Фуше-Круя[d]
Хәләл ефете Азем Галица
Һөнәр төрө сәйәсмән
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һуғыш/алыш Балҡан һуғыштары

Шоте Галица (алб. Shote Galica), тыумыштан Чериме Халил Радишева (алб. Qerime Halil Radisheva; 1895, Радишеве, Дреница — 1927, Фуше-Круя) — Бөтә албан биләмәләрен берләштереү һәм Албанияның демократик милли хөкүмәтенә ярҙам итеүҙе маҡсат итеп ҡуйған баш күтәреүсе качактар хәрәкәтенең албан милләтсеһе. Ул Албанияның халыҡ геройы тип иғлан ителә. Көрәштә Черим тигән ир-ат исеме аҫтында ҡатнаша.

Шоте алты бер туған ағалы-ҡустының һеңлеһе була, 1915 йылда Азем Галицаға кейәүгә сыға. Шоте Галица ун ике йыл ҡораллы көрәш алып бара. 1919 йылда көнбайыш Косовола ихтилалда ҡатнаша һәм 1921 йылдан алып 1923 йылға тиклем Юникта серб һалдаттарына ҡаршы көрәшә. 1925 йылда ире һәләк булғандан һуң, партизан армияһының лидерлыҡ ролен үҙ өҫтөнә ала. 1927 йылдың июлендә ул партизан һуғышынан сыға һәм бер нисә ай үткәс, төньяҡ Албанияла вафат була. Көрәш осоронда ул 22 ғаилә ағзаһын юғалта.

Уның билдәле цитатаһы: Ғилемһеҙ тормош, ҡоралһыҙ һуғыш кеүек.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Elsie, Robert (2004). Kosova Historical Dictionary of. The Scarecrow Press. 63 стр-. ISBN 978-0-8108-5309-6.