Эстәлеккә күсергә

Азиев Камил Ғәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азиев Камил Ғәле улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 июль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Тыуған урыны Ҡарғалытамаҡ ауылы, Ҡарғалы ауыл Советы, Бәләбәй кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 9 ғинуар 1999({{padleft:1999|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Омск, Рәсәй
Һөнәр төрө агроном
Эшмәкәрлек төрө селекция[d]
Уҡыу йорто П. А. Столыпин исемендәге Омск дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены ВДНХ-ның көмөш миҙалы

Азиев Камил Ғәле улы (16 июль 1930 йыл — 9 ғинуар 1999 йыл) — агроном-ғалим. 1957—1999 йылдарҙа Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты (Омск ҡалаһы) хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1981 йылдан — генераль директорҙың селекция эше буйынса урынбаҫары һәм бер үк ваҡытта 1973 йылдан башлап селекция үҙәге етәксеһе. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1988), профессор (1992), Рәсәй Ауыл хужалығы фәндәре академияһы (РАСХН) ағза-корреспонденты (1990). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1980).

Камил Ғәле улы Азиев 1930 йыылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны[1] Ҡарғалытамаҡ ауылында тыуған.

1952 йылда Омск ауыл хужалығы институтын тамамлай. 1952—1953 йылдарҙа Омск өлкәһенең «Травополье» совхозында өлкән агроном булып эшләй .

1953—1956 йылдарҙа Омск ауыл хужалығы институтының ауыл хужалығы продукттарын эшкәртеү һәм һаҡлау технологияһы кафедраһы аспирантураһында уҡый. 1956 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Себер ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтында эшләй: механизация бүлегенең кесе, аҙаҡ өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1956 йылдан — 2-се бүлектең идара итеүсеһе, 1963 йылдан — орлоҡсолоҡ бүлегенең өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1965 йылдан — орлоҡсолоҡ бүлеге мөдире, 1989 йылдан — селекция эше буйынса генераль директор урынбаҫары. Бер үк ваҡытта ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары хоҡуғында селекция Үҙәгенең етәксеһе була (1973—1999).

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп тикшеренеү эше — орлоҡсолоҡ, ауыл хужалығы культуралары селекцияһы һәм генетика өлкәһендә. Производство шарттарында баҫыу культуралары орлоғон әүҙем елләтеү ысулын эшләй һәм уны орлоҡтарҙы һаҡлау, киптереү, йылы һауа менән йылытыу маҡсатында ҡулланыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй. Элита орлоҡ барлыҡҡа килтереү ысулдарын, орлоҡсолоҡ агротехника алымы һәм орлоҡтарҙы саң торононан термик зарарһыҙландырыу технологияларын эшләү менән етәкселек итә. «Омское» тәжрибә-производство хужалығында орлоҡтарҙы термик эшкәртеү цехын төҙөүҙә һәм эшендә, сортты яңыртыу маҡсатында элита орлоҡ етештереү өсөн тәүге материалды үҫтереүҙе ойоштороуҙа ҡатнаша.

100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән 30 китабы һәм брошюраһы; 23 уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы бар.

Һайланма хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Семеноводство полевых культур в Омской области / Соавт. С. И. Леонтьев. — Омск: Зап.-Сиб. кн. изд-во, 1970. — 120 с.
  • Возделывание новых сортов сельскохозяйственных культур: Метод. рекомендации / Соавт.: В. И. Богачков и др. — Новосибирск, 1979. — 49 с.
  • Влияние сроков посева на урожайность и посевные качества семян яровой пшеницы в степи и южной лесостепи Западной Сибири // Селекция и семеноводство зерн. культур в Сибири. — Новосибирск, 1981. — С. 83-90.
  • Опыт ускоренного внедрения новых сортов // Земледелие. — 1992. — № 4. — С. 35-38.
  • Семеноводство полевых культур в условиях Западной Сибири // С.-х. наука Сибири (1969—1999). — Новосибирск, 1999. — С. 331—338.
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1980)
  • «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуының 100 йыллығы хөрмәтенә» миҙалы (1970)
  • СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) көмөш миҙалы (1984)
  • Почёт билдәләре (1975, 1980).
  • Азиев Камиль Галиевич. Биографическая энциклопедия РАСХН, ВАСХНИЛ. Центральная научная сельскохозяйственная библиотека Россельхозакадемии. Дата обращения: 22 сентябрь 2012. Архивировано 1 ноябрь 2012 года.