Азовский районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Азовский муниципаль районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Рәсәй

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

18 муниципаль ҡоролош

Административ үҙәк

Аҙау ҡалаһы

Барлыҡҡа килеүе

1924

Район администрацияһы башлығы

Бевзюк Валерий Николаевич

Депутаттар йыйылышы рәйесе[1]

Засько Николай Фёдорович

Халҡы (2016)

96 814[2]
(2.29 %)

Тығыҙлығы

33.83 кеше/км²

Майҙаны

2861,93[3] км²

Азовский муниципаль районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86342

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 201 000

Азо́вский райо́ны — Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе составындағы муниципаль районы.

Район үҙәге — Аҙау ҡалаһы (район составына инмәй).

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азовский районы Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Көньяҡ яр буйында (Таганрог ҡултығы) һәм Дон йылғаһы дельтаһында урынлашҡан. Территория майҙаны — 2966,0 км².

Район тәбиғәт ландшафты бик бай. Бында көньяҡ рус далаһы, диңгеҙ яры буйы райондары, дон дельтаһының ҡурсаланған участкалары бар. 1884 йылда районда Александров урманы ултыртылған

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

XVIII быуат һуңында — XIX быуат башында Аҙау диңгеҙе буйҙарына Украина һәм Үҙәк Рәсәй губерналарынан күсеп килгән кешеләргә күпләп ултырырға рөхсәт бирелгән. Далала һәм яр буйында бик күп ауыл һәм утарҙар барлыҡҡа килгән.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Аҙау ҡалаһы тирә-яғы народниктар эшмәкәрлегенең иң эре үҙәктәренең береһенә әүерелгән. 1905—1907 йылдарҙағы революция йылдарында Аҙау диңгеҙе буйы ауылдары буйлап крәҫтиәндәр сығышы тулҡыны йәйелгән. Аҡ гвардия ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндән һуң, 1920 йылдың 1 мартында Аҙау яры буйында Совет власы урынлаштырыла[4].

Азовский районы 1924 йылда — башта Донской округы, һуңғараҡ Таганрогский округы составында барлыҡҡа килгән. 1935 йылда район Ростов өлкәһенең Азовский, Александровский районына һәм Һамар райондарына бүленгән. 1962 йылда Азовский районы Ростов өлкәһенең Александровский районы һәм Батайский районы территориялары иҫәбенә эреләтелгән, ә 1963 йылда — Ростов өлкәһенең Һамар һәм Аҡсай райондары иҫәбенә эреләтелгән.

1928 йылда Азовский районында Төньяҡ Ҡаф тауы территорияһында тәүге машина-трактор станцияһы (Александровский МТС-ы) барлыҡҡа килгән[5].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың 8 февраленә саҡлы, район территорияһы немец-фашист баҫҡынсылары ҡулында булған[6].

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростов өлкәһендә Азовский районы халыҡ һаны буйынса иң эре район булып тора.

Районда 20-нән артыҡ милләт вәкиле йәшәй.

Муниципаль-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азовский районында 18 ауыл биләмәһе составына ингән 99 тораҡ пункт бар:

Ауыл биләмәләре Административ үҙәк Тораҡ
пункттар
һаны
Халыҡ һаны Майҙаны,
км2
1 Александровское сельское поселение село Александровка 7 4945[2] 305,38[3]
2 Елизаветинское сельское поселение хутор Обуховка 8 3898[2] 90,87[3]
3 Елизаветовское сельское поселение село Елизаветовка 2 2145[2] 150,24[3]
4 Задонское сельское поселение хутор Задонский 13 8634[2] 237,48[3]
5 Кагальницкое сельское поселение село Кагальник 5 9095[2] 80,30[3]
6 Калиновское сельское поселение хутор Гусарева Балка 9 2987[2] 207,16[3]
7 Красносадовское сельское поселение посёлок Красный Сад 2 3268[2] 35,47[3]
8 Круглянское сельское поселение село Круглое 2 3777[2] 141,52[3]
9 Кугейское сельское поселение село Кугей 8 4183[2] 302,59[3]
10 Кулешовское сельское поселение село Кулешовка 2 14 978[2] 65,22[3]
11 Маргаритовское сельское поселение село Маргаритово 6 3097[2] 182,20[3]
12 Новоалександровское сельское поселение хутор Новоалександровка 6 4963[2] 134,50[3]
13 Обильненское сельское поселение посёлок Овощной 4 4053[2] 114,91[3]
14 Отрадовское сельское поселение село Отрадовка 9 1899[2] 195,25[3]
15 Пешковское сельское поселение село Пешково 4 7998[2] 210,80[3]
16 Рогожкинское сельское поселение хутор Рогожкино 4 1216[2] 102,67[3]
17 Самарское сельское поселение село Самарское 5 13 598[2] 170,19[3]
18 Семибалковское сельское поселение село Семибалки 3 2080[2] 135,18[3]


Иҡтисады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азовский районы территорияһында бер нисә эре сәнәғәт предприятиеһы бар. Шуның иң эреһе — «Кока-Кола Эйч Би Си Евразия» — алкоголһеҙ эсемлектәр эшләп сығарыуға махсуслашҡан.

Транспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азовский районы территорияһы буйлап дәүләт әһәмиәтендәге транспорт артерияһы үтә. Шуларҙың иң кәрәклеһе — Рәсәйҙең Европа өлөшөн Төньяҡ Ҡаф тауы республикалары менән бәйләүсе тимер юл һәм автомобиль магистрале. «Батайск—Ейск» һәм «Аҙау—Староминская—Краснодар» автоюлдары халыҡ хужалығында мөһим әһәмиәткә эйә.

Археологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елизаветинская станицаһы (Ростовская область) янында Төньяҡ-Көнсығыш Аҙау буйында б.э.т. VI III быуаттарҙа скиф ырыу-ҡәбилә юғары ҡатламының ставкаһы һәм административ, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булған 44 га майҙанлы Елизаветовский ҡаласығы (Танаис ҡалаһы — 20 га) бар. Ҡаласыҡ эргәһендә ҡурғандар һәм ҡәберлектәр булған, шуларҙан иң билдәлеһе — «Биш туған» ҡурғандар төркөмө[8].

Палеонтологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙау диңгеҙенең Таганрог ҡултығы ярында, Азовский районының Семибалки ауылы эргәһендә плейстоцен эпохаһына ҡараған палеонтологик урын бар. Эоплейстоцен аҙағы тип эре ҡондоҙ-трогонтерия, тамань филе, эре ат, эласмотерия, гомотерия, гиена, эре мышы, ҡатмарлы мөгөҙлө болан, антилопа, ҡыҫҡа мөгөҙлө зубрҙың[9]) һәм ваҡ һөтимәрҙәрҙең бер ерҙә бик һирәк осраған дәүере билдәләнә. Табылдыҡтар морозовский горизонтына, черевичанский фазаһына һәм юғарғы черевичанский ассоциацияһына (тамань фаунистик комплекс) ҡарай. Табылдыҡтарҙың геологик йәше иң боронғо кешенең тормош көтөү эҙҙәренә юлығыу мөмкинлеген бирә, сөнки сирек (четвертичный) периоды башында дала зонаһында тереклек иткән көтөүҙә йәшәгән үлән менән туҡланыусы ҡырағай йәнлектәр кешегә йән аҫырау мөмкинлеге биргән тиергә кәрәк. Семибалка табылдыҡтары Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығында һаҡлана[10][11][12][13].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Азовский районы территорияһында региональ әһәмиәтле (тарих, архитектура, монументаль сәнғәт) мәҙәни мираҫ объекттары бар. Мәҙәни мираҫ объекттары түбәндәге тораҡ пункттарында урынлашҡан:

  • Донской утарында (Азовский районы): етеш тормош көткән казак И. А. Нефедов йорто, казак Шинкаренконың нәҫел йорто, терәп һалынған магазины һәм ярым иҙән аҫты (подвал) менән сауҙагәр Белоусовтың йорто, родовой дом казак Д. Н. Ирхиндың нәҫел йорто.;
  • Елизаветинская утарында — Елизаветинский казак йорто атаман идаралығы (управаһы), ир балалар өсөн сиркәү эргәһе мәктәбе, ҡыҙ балалар өсөн ике йыллыҡ сиркәү эргәһе мәктәбе, сауҙа казагы Бухарин йорто, казак Маноцкий йорто;
  • Маргаритово ауылында (Ростов өлкәһе) — алпауыт Серандинаки усадьбаһы;
  • Обуховка ауылында — казак Демидов йорто, сауҙа казагы Болдыревтың кибетле йорто;
  • Задонский совхозы үҙәк усадьбаһында — ДТ-75 тракторына һәйкәл;
  • Самарское ауылындағы 1-се мәктәп эргәһендә — СУ-122 үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы һәйкәле;
  • Обуховка ауылында — Изге Пётр һәм Изге Павел һәм Изге Троица Христос Әсәһенең Бөркәнсеге сиркәүе, Обуховский сиркәүе эргәһендәге Ерик аша үткәүел күпер, Ерик Прорва аша һалынған күпер.
  • Ново-Александровка ауылында — Католиктар кирхаһы;
  • Ново-Николаевка ауылында — Никольский православие храмы;
  • Дон йылғаһы ярындағы Ҡурған (Азовский районы) утарында — Ленин исемендәге колхоздың судокомандаһы («Кашалот» бәләкәй буксиры) хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле билдә;
  • Перебойный утрауында Дон йылғаһы дельтаһында — лоцмейстерский посы бинаһы. Бында рус физигы һәм электротехнигы, профессор Александр Степанович Попов илдең тәүге радиостанцияһында һынауҙар ойошторған.

Федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты — Елизаветинская станицаһы эргәһендәге б.э.т. V—III быуатҡа ҡараған Елизаветово ҡаласығы[14].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы
  • Ростов өлкәһенең административ-территориаль бүленеше
  • Ростов өлкәһенең тораҡ пункттары
  • Азов-Сити — Рәсәй уйын зонаһы
  • Водолацкий Виктор Петрович — Азовский районының Почётлы гражданы
  • Елизаветово ҡаласығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Ростов өлкәһе

  1. РАЙОННОЕ СОБРАНИЕ ДЕПУТАТОВ
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 Ростовская область. Общая площадь земель муниципального образования
  4. История Донского края — Азовский район
  5. 80 лет Азовскому району
  6. Азовский район Ростовской области
  7. 7,00 7,01 7,02 7,03 7,04 7,05 7,06 7,07 7,08 7,09 7,10 7,11 7,12 7,13 7,14 7,15 7,16 7,17 7,18 7,19 7,20 7,21 7,22 7,23 7,24 7,25 7,26 7,27 7,28 7,29 7,30 7,31 7,32 7,33 7,34 7,35 7,36 7,37 7,38 7,39 7,40 7,41 7,42 7,43 7,44 7,45 7,46 7,47 7,48 7,49 7,50 7,51 7,52 7,53 7,54 7,55 7,56 7,57 7,58 7,59 7,60 7,61 7,62 7,63 7,64 7,65 7,66 7,67 7,68 7,69 7,70 7,71 7,72 7,73 7,74 7,75 7,76 7,77 7,78 7,79 7,80 7,81 7,82 7,83 7,84 7,85 7,86 7,87 7,88 7,89 7,90 7,91 7,92 7,93 7,94 7,95 7,96 7,97 7,98 Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  8. Курганы «Пять братьев» (IV век до н. э.)
  9. Животные, обитавшие около берегов Азовского моря
  10. Байгушева В. С. Новые данные о таманском фаунистическом комплексе из раскопа у села Семибалки (Приазовье) // Историко-археологические исследования в Азове и на Нижнем Дону в 1998 г. Азов, 2000. Вып. 16. С. 27-57.
  11. Рековец Л. И. Мелкие млекопитающие антропогена юга Восточной Европы. Киев: Наукова думка, 1994. 372 с.
  12. Tesakov A. S., Dodonov A. E., Titov V. V., Trubikhin V. M. Geological settings of small mammal faunas in the east of the Sea of Azov / Loess and Paleoenvironment. Abstr. and Guidebook. Moscow: GEOS, 2003. P. 60-61.
  13. В. С. Байгушева Археологические особенности палеонтологических местонахождений начала четвертичного периода
  14. Станица Елизаветинская: сокровища истории в донской степи