Азов районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азов муниципаль районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

Муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ростов өлкәһе

Берләштерә

18 муниципаль ҡоролош

Административ үҙәк

Аҙау ҡалаһы

Барлыҡҡа килеүе

1924

Район администрацияһы башлығы

Бевзюк Валерий Николаевич

Депутаттар йыйылышы рәйесе[1]

Засько Николай Фёдорович

Халҡы (2016)

96 814[2]
(2.29 %)

Тығыҙлығы

33.83 кеше/км²

Майҙаны

2861,93[3] км²

Азов муниципаль районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK (UTC+3)

Телефон коды

+7 86342

Автомобиль номерҙары коды

61, 161

Рәсми сайты
ОКАТО

60 201 000

Азо́в райо́ны (рус. Азовский районы) — Рәсәй Федерацияһы Ростов өлкәһе составындағы муниципаль район.

Район үҙәге — Аҙау (Азов) ҡалаһы (район составына инмәй).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азов районы Ростов өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Көньяҡ яр буйында (Таганрог ҡултығы) һәм Дон йылғаһы дельтаһында урынлашҡан. Территория майҙаны — 2966,0 км².

Район тәбиғәт ландшафты бик бай. Бында көньяҡ рус далаһы, диңгеҙ яры буйы райондары, дон дельтаһының ҡурсаланған участкалары бар. 1884 йылда районда Александров урманы ултыртылған

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVIII быуат һуңында — XIX быуат башында Аҙау диңгеҙе буйҙарына Украина һәм Үҙәк Рәсәй губерналарынан күсеп килгән кешеләргә күпләп ултырырға рөхсәт бирелгән. Далала һәм яр буйында бик күп ауыл һәм утарҙар барлыҡҡа килгән.

XIX быуаттың икенсе яртыһында Аҙау ҡалаһы тирә-яғы народниктар эшмәкәрлегенең иң эре үҙәктәренең береһенә әүерелгән. 1905—1907 йылдарҙағы революция йылдарында Аҙау диңгеҙе буйы ауылдары буйлап крәҫтиәндәр сығышы тулҡыны йәйелгән. Аҡ гвардия ғәскәрҙәрен тар-мар иткәндән һуң, 1920 йылдың 1 мартында Аҙау яры буйында Совет власы урынлаштырыла[4].

Азов районы 1924 йылда — башта Донской округы, һуңғараҡ Таганрогский округы составында барлыҡҡа килгән. 1935 йылда район Ростов өлкәһенең Азов, Александровский районына һәм Һамар райондарына бүленгән. 1962 йылда Азов районы Ростов өлкәһенең Александровский районы һәм Батайский районы территориялары иҫәбенә эреләтелгән, ә 1963 йылда — Ростов өлкәһенең Һамар һәм Аҡсай райондары иҫәбенә эреләтелгән.

1928 йылда Азов районында Төньяҡ Ҡаф тауы территорияһында тәүге машина-трактор станцияһы (Александровский МТС-ы) барлыҡҡа килгән[5].

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың 8 февраленә саҡлы, район территорияһы немец-фашист баҫҡынсылары ҡулында булған[6].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Н/Д[7]

Ростов өлкәһендә Азов районы халыҡ һаны буйынса иң эре район булып тора.

Районда 20-нән артыҡ милләт вәкиле йәшәй.

Муниципаль-территориаль ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азов районында 18 ауыл биләмәһе составына ингән 99 тораҡ пункт бар:

Ауыл биләмәләреАдминистратив үҙәкТораҡ
пункттар
һаны
Халыҡ һаныМайҙаны,
км2
1Александровское сельское поселение село Александровка 7
  1. Н/Д[8]
305,38[3]
2Елизаветинское сельское поселение хутор Обуховка 8 3898[2] 90,87[3]
3Елизаветовское сельское поселение село Елизаветовка 2 2145[2] 150,24[3]
4Задонское сельское поселение хутор Задонский 13 8634[2] 237,48[3]
5Кагальницкое сельское поселение село Кагальник 5
  1. Н/Д[9]
80,30[3]
6Калиновское сельское поселение хутор Гусарева Балка 9 2987[2] 207,16[3]
7Красносадовское сельское поселение посёлок Красный Сад 2 3268[2] 35,47[3]
8Круглянское сельское поселение село Круглое 2 3777[2] 141,52[3]
9Кугейское сельское поселение село Кугей 8 4183[2] 302,59[3]
10Кулешовское сельское поселение село Кулешовка 2 14 978[2] 65,22[3]
11Маргаритовское сельское поселение село Маргаритово 6 3097[2] 182,20[3]
12Новоалександровское сельское поселение хутор Новоалександровка 6 4963[2] 134,50[3]
13Обильненское сельское поселение посёлок Овощной 4 4053[2] 114,91[3]
14Отрадовское сельское поселение село Отрадовка 9 1899[2] 195,25[3]
15Пешковское сельское поселение село Пешково 4 7998[2] 210,80[3]
16Рогожкинское сельское поселение хутор Рогожкино 4 1216[2] 102,67[3]
17Самарское сельское поселение село Самарское 5 13 598[2] 170,19[3]
18Семибалковское сельское поселение село Семибалки 3 2080[2] 135,18[3]


Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азов районы территорияһында бер нисә эре сәнәғәт предприятиеһы бар. Шуның иң эреһе — «Кока-Кола Эйч Би Си Евразия» — алкоголһеҙ эсемлектәр эшләп сығарыуға махсуслашҡан.

Транспорты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азов районы территорияһы буйлап дәүләт әһәмиәтендәге транспорт артерияһы үтә. Шуларҙың иң кәрәклеһе — Рәсәйҙең Европа өлөшөн Төньяҡ Ҡаф тауы республикалары менән бәйләүсе тимер юл һәм автомобиль магистрале. «Батайск—Ейск» һәм «Аҙау—Староминская—Краснодар» автоюлдары халыҡ хужалығында мөһим әһәмиәткә эйә.

Археологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елизаветинская станицаһы (Ростовская область) янында Төньяҡ-Көнсығыш Аҙау буйында б.э.т. VI III быуаттарҙа скиф ырыу-ҡәбилә юғары ҡатламының ставкаһы һәм административ, сауҙа һәм һөнәрселек үҙәге булған 44 га майҙанлы Елизаветовский ҡаласығы (Танаис ҡалаһы — 20 га) бар. Ҡаласыҡ эргәһендә ҡурғандар һәм ҡәберлектәр булған, шуларҙан иң билдәлеһе — «Биш туған» ҡурғандар төркөмө[67].

Палеонтологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҙау диңгеҙенең Таганрог ҡултығы ярында, Азов районының Семибалки ауылы эргәһендә плейстоцен эпохаһына ҡараған палеонтологик урын бар. Эоплейстоцен аҙағы тип эре ҡондоҙ-трогонтерия, тамань филе, эре ат, эласмотерия, гомотерия, гиена, эре мышы, ҡатмарлы мөгөҙлө болан, антилопа, ҡыҫҡа мөгөҙлө зубрҙың[68]) һәм ваҡ һөтимәрҙәрҙең бер ерҙә бик һирәк осраған дәүере билдәләнә. Табылдыҡтар морозовский горизонтына, черевичанский фазаһына һәм юғарғы черевичанский ассоциацияһына (тамань фаунистик комплекс) ҡарай. Табылдыҡтарҙың геологик йәше иң боронғо кешенең тормош көтөү эҙҙәренә юлығыу мөмкинлеген бирә, сөнки сирек (четвертичный) периоды башында дала зонаһында тереклек иткән көтөүҙә йәшәгән үлән менән туҡланыусы ҡырағай йәнлектәр кешегә йән аҫырау мөмкинлеге биргән тиергә кәрәк. Семибалка табылдыҡтары Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығында һаҡлана[69][70][71][72].

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азов районы территорияһында региональ әһәмиәтле (тарих, архитектура, монументаль сәнғәт) мәҙәни мираҫ объекттары бар. Мәҙәни мираҫ объекттары түбәндәге тораҡ пункттарында урынлашҡан:

  • Донской утарында (Азов районы): етеш тормош көткән казак И. А. Нефедов йорто, казак Шинкаренконың нәҫел йорто, терәп һалынған магазины һәм ярым иҙән аҫты (подвал) менән сауҙагәр Белоусовтың йорто, родовой дом казак Д. Н. Ирхиндың нәҫел йорто.;
  • Елизаветинская утарында — Елизаветинский казак йорто атаман идаралығы (управаһы), ир балалар өсөн сиркәү эргәһе мәктәбе, ҡыҙ балалар өсөн ике йыллыҡ сиркәү эргәһе мәктәбе, сауҙа казагы Бухарин йорто, казак Маноцкий йорто;
  • Маргаритово ауылында (Ростов өлкәһе) — алпауыт Серандинаки усадьбаһы;
  • Обуховка ауылында — казак Демидов йорто, сауҙа казагы Болдыревтың кибетле йорто;
  • Задонский совхозы үҙәк усадьбаһында — ДТ-75 тракторына һәйкәл;
  • Самарское ауылындағы 1-се мәктәп эргәһендә — СУ-122 үҙйөрөшлө артиллерия установкаһы һәйкәле;
  • Обуховка ауылында — Изге Пётр һәм Изге Павел һәм Изге Троица Христос Әсәһенең Бөркәнсеге сиркәүе, Обуховский сиркәүе эргәһендәге Ерик аша үткәүел күпер, Ерик Прорва аша һалынған күпер.
  • Ново-Александровка ауылында — Католиктар кирхаһы;
  • Ново-Николаевка ауылында — Никольский православие храмы;
  • Дон йылғаһы ярындағы Ҡурған (Азов районы) утарында — Ленин исемендәге колхоздың судокомандаһы («Кашалот» бәләкәй буксиры) хөрмәтенә ҡуйылған иҫтәлекле билдә;
  • Перебойный утрауында Дон йылғаһы дельтаһында — лоцмейстерский посы бинаһы. Бында рус физигы һәм электротехнигы, профессор Александр Степанович Попов илдең тәүге радиостанцияһында һынауҙар ойошторған.

Федераль әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты — Елизаветинская станицаһы эргәһендәге б.э.т. V—III быуатҡа ҡараған Елизаветово ҡаласығы[73].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҙау тарих-археология һәм палеонтология музей-ҡурсаулығы
  • Ростов өлкәһенең административ-территориаль бүленеше
  • Ростов өлкәһенең тораҡ пункттары
  • Азов-Сити — Рәсәй уйын зонаһы
  • Водолацкий Виктор Петрович — Азов районының Почётлы гражданы
  • Елизаветово ҡаласығы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. РАЙОННОЕ СОБРАНИЕ ДЕПУТАТОВ
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
  3. 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 3,13 3,14 3,15 3,16 3,17 3,18 Ростовская область. Общая площадь земель муниципального образования
  4. История Донского края — Азов район 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  5. 80 лет Азовскому району 2014 йыл 15 август архивланған.
  6. Азов район Ростовской области
  7. Азов район > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  8. Александровское сельское поселение (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  9. Кагальницкое сельское поселение (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  10. Александровка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  11. 11,00 11,01 11,02 11,03 11,04 11,05 11,06 11,07 11,08 11,09 11,10 11,11 11,12 11,13 11,14 11,15 11,16 11,17 11,18 11,19 11,20 11,21 11,22 11,23 11,24 11,25 11,26 11,27 11,28 11,29 11,30 11,31 11,32 11,33 11,34 11,35 11,36 11,37 11,38 11,39 11,40 11,41 11,42 Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
  12. Большевик (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  13. Григорьевка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  14. Донской (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  15. Елизаветовка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  16. Задонский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  17. Знаменка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  18. Калиновка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  19. Каяльский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  20. Койсуг (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  21. Койсугский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  22. Коса (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  23. Кочеванчик (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  24. Красная Заря (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  25. Красная Поляна (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  26. Красный Сад (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  27. Кугей (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  28. Кульбакин (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  29. Курган (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  30. Лагутник (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  31. Левобережный (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  32. Ленинский Лесхоз (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  33. Метелев (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  34. Мечетный (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  35. Новоалександровка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  36. Новомаргаритово (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  37. Новомирский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  38. Новониколаевка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  39. Новополтавский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  40. Новотроицкое (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  41. Новый (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  42. Обуховка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  43. Павловка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  44. Павло-Очаково (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  45. Петровка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  46. Петровский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  47. Платоно-Петровка (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  48. Победа (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  49. Полтава 1-я (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  50. Полтава 2-я (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  51. Рогожкино (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  52. Семибалки (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  53. Советский Дар (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  54. Солнечный (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  55. Сонино (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  56. Степнянский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  57. Стефанидинодар (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  58. Суходольск (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  59. Топольки (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  60. Узяк (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  61. Харьковский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  62. Чепрасовский (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  63. Чумбур-Коса (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  64. Шмат (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  65. Южный (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  66. Юшкин (Азов район) > Данные не обнаружены. Возможно, страница переименовывалась. Проверьте справочник
  67. Курганы «Пять братьев» (IV век до н. э.) 2017 йыл 28 июнь архивланған.
  68. Животные, обитавшие около берегов Азовского моря
  69. Байгушева В. С. Новые данные о таманском фаунистическом комплексе из раскопа у села Семибалки (Приазовье) // Историко-археологические исследования в Азове и на Нижнем Дону в 1998 г. Азов, 2000. Вып. 16. С. 27-57.
  70. Рековец Л. И. Мелкие млекопитающие антропогена юга Восточной Европы. Киев: Наукова думка, 1994. 372 с.
  71. Tesakov A. S., Dodonov A. E., Titov V. V., Trubikhin V. M. Geological settings of small mammal faunas in the east of the Sea of Azov / Loess and Paleoenvironment. Abstr. and Guidebook. Moscow: GEOS, 2003. P. 60-61.
  72. В. С. Байгушева Археологические особенности палеонтологических местонахождений начала четвертичного периода
  73. Станица Елизаветинская: сокровища истории в донской степи 2016 йыл 29 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Ростов өлкәһе