Азов флоты
Азов флоты | |
Ил |
Рус батшалығы |
---|---|
Тип |
Хәрби-диңгеҙ көстәре |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр |
Петр I-ҙың Азовҡа |
Командирҙары | |
- | |
Азов флоты— Рәсәйҙә 1695 −1711 йылдарҙарҙа Пётр I етәкселегендә төҙөлгән флот.
Тәүтарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1694 йылда Петр I бойороғо буйынса, уның Амстердамдан ҡайтыры алдынан, ләкин уның Голландиянан урап Мәскәүгә ҡайтыуынан һуң, Голландияға 32 ишкәкле галера төҙөргә заказ бирелә. Галераны киләһе йылда бөтөн ҡорамалдары менән бергә Архангельскигә , ә аҙаҡ Волгаға һәм Каспий диңгеҙенә килтерергә тейеш булғандар[1]. Был галера илдең сәйәсәтен үҙгәртә. Амстердамдан килтерелгән галера Рәсәйҙә төҙөләсәк 22 бындай галераның моделе булып хеҙмәт итергә тейеш булған.
Шул рәүешле XVII быуаттың аҙағында Пётр I Ғосман империяһына ҡаршы хәрби хәрәкәткә әҙерләнә башлай. Бының өсөн даими рус хәрби-диңгеҙ флотын төҙөргә кәрәк була[2].
1696 йылғы Азов походы өсөн флот төҙөү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Файл: Галера_Лефорта.jpg|справа|мини|200x200пкс|Голландиянан килгән модель галера Флот төҙөүҙе башлау өсөн Преображенское ауылы верфкә әйләндерелә. Унда 1696 йылдың февраль аҙағына Голландиянан килтерелгән галера өлгөһөндә туң сей ағастан 22 галераның һәм 4 брандерҙың өлөштәре киҫеп эшләнә[3]. Преображенский верфендә Преображенский һәм Семенов полктары һалдаттары, элекке Переяславль кәмә төҙөү оҫталары һәм моряктары эшләй. Бынан тыш Преображенскийгә Мәскәү дәүләтенең төрлө ауылдарынан балта оҫталары килтерелә. Галераларҙы Вологда оҫтаһы Осин Щека үҙенең 24 ярҙамсыһы менән, Түбәнге Новгород оҫтаһы Яков Иванов 8 ярҙамсыһы менән һ. б. төҙөй. Рустарҙан башҡа сит илдәрҙән батша ҡушыуы буйынса Архангельскиҙән Преображенскийгә килгән балта оҫталары ла булған.[4]. Уларҙы батша ҡушыуы буйынса сит ил сауҙагәре Гартман Мәскәүҙән саҡырып килтергән.
Был ваҡытта Воронеж, Козлов, Добрый һәм Соколки халҡы һәм Белгород полкы ярҙамында яҙғы ташҡын башланғансы Азовҡа походҡа сығыу өсөн 1 300 ҙур кәмә (уларҙың оҙонлоғо 12-17 сажин, ә киңлеге — 2,5-3,5 сажин), 300 кәмә, 100 һал һәм төрлө эш ҡоралдары, ҡуйыртылған һәм шыйыҡ ыҫмала, каторг һәм галеастар төҙөү өсөн ағас запастары әҙерләйҙәр. [3]. Был эште башҡарыуҙа яҡынса 26 мең кеше ҡатнашҡан.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡулланылған әҙәбиәт һәм сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ С. И. Елагин, 1884, с. 19—2019—20
- ↑ Расторгуев, 2007, с. 88
- ↑ 3,0 3,1 С. И. Елагин, 1884
- ↑ Елагин С. И. Начало флота // Исторiя русскаго флота. Перiодъ Азовскiй. — СПб., 1864. — С. 21—22.